ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Милләт киләсәген бөгөнгө ябай эштәр билдәләй

Бөйөк Еңеүҙә һәр ябай кешенең өлөшө бар. Берҙәмлек еңеү килтерҙе, сөнки һәр кем ҙур яуаплылыҡ тойоп үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Хөрмәтле милләттәштәр, телебеҙ, милләтебеҙ киләсәге өсөн бөгөн үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ - районда башҡорт телендә сыҡҡан "Көнгәк" гәзитенә яҙылыуҙан башлағыҙ.

"Демография" милли проектының Башҡортостанда "Оло быуын" программаһын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында оло йәштәгеләргә даими иғтибар бирелә. Почтальондар көнкүреш кәрәк-ярағы, гәзит журнал менән тәьмин итә. Ғәлиә инәй Иҫәнаманова көтөп ала. Ул 85 йәшендә лә рәхәтләнеп үҙ телендә районда башҡортса уҡый алыуына бик шат.
"Йәштәрҙе дөрөҫ юлға әйҙәр, ә ололарға ғүмер өҫтәр яҡты гәзит - ул "Көнгәк". Гәзитте яратып уҡыйым, "Көнгәк"һеҙ ҡалғанда үҙемдең күп нәмәнән мәхрүм итеп тойҙом. Лилиә ҡыҙыма рәхмәт, ул беҙҙе хәстәрләп, өйгә килеп яҙҙырҙы быйыл", - тип хат ташыусыға изге теләктәрен яуҙыра. Һуғыш балалары өсөн илһөйәрлек, телһөйәрлек ҡоро һүҙ түгел, уларға вайымһыҙлыҡ - сит күренеш. Ғәлиә Сабирйән ҡыҙы өсөн дә халыҡ мәнфәғәте, милләткә, телгә тоғролоҡ - изге төшөнсәләр. 1935 йылдың 12 ғинуарында тыуған ҡыҙ атаһын аҙ хәтерләй, ул уның өсөн фашист илбаҫарҙарынан илен, халҡын һаҡлап яуҙа һәләк булған Герой. Сабирйән Ғәләүетдин улы 1942 йылда һуғышҡа алына, ә 1943 йылда уның батырҙарса һәләк булыуы тураһында хәбәр килә. Уның яҡты образы, ҡаһарман атаһы өсөн ғорурлыҡ хисе ҡыҙына, ҡайғы-хәсрәткә бирешмәй, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс бирә. Һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа, изгелеккә ынтылып йәшәгәнгә лә матурлығын һис юғалтмаған инәй. "Көнгәк" гәзитен дә яҡтылыҡ, өмөт өләшкәне өсөн ярата.
Читайте нас: