ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Салауат Юлаев - азатлыҡ символы

2004 йылдан башлап Башҡортостан Республикаһында Салауат Юлаев көндәре үткәрелә. 2020 йылда 16 июндә Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тулды.Фото:https://yandex.ru/collections/card/5d3aaaeff05bf2cd1cd80e1d/?boardId=5d3aaa696a257cd27a839b4f

2004 йылдан башлап Башҡортостан Республикаһында Салауат Юлаев көндәре үткәрелә. 2020 йылда Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тулды. Эпидемиология хәлгә бәйле Салауат Юлаев көндәрен онлайн форматта уҙғарылды.
Яҡты донъянан киткәндә Салауатҡа ни бары 46 йәш була, шуның 25 йылын тотҡонлоҡта үткәрә. Әммә халыҡ хәтерендә ул йәш, 20 йәшлек шағир, полководец, үҙ иңендә – халҡы ышанысын, ә ялҡынлы йөрәгендә башҡорттарҙың азатлыҡ һөйөүсе рухын һаҡлай.
Уның образы - Республикабыҙ символының айырылғыһыҙ өлөшө. Батыр һыны Башҡортостан гербында урын алған. Салауат Юлаев исемендәге орден һәм республикабыҙҙың әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә дәүләт премияһы бар. Уның исеме ҡала, район, хоккей клубы, предприятиелар, Башҡортостанда, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙә, Татарстан, Донецк, Кривой Рог, Эстонияның Палдиски ҡалаларындағы урамдарға бирелгән. Төрлө төбәктәрҙә уға һәйкәлдәр һәм бюстар ҡуйылған, күп кенә ауыл һәм ҡалаларҙа Салауат Юлаев музейҙары эшләй. Башҡортостанда йыл һайын Салауат көндәре үтә, “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы уҙғарыла.
Фото:https://yandex.ru/collections/card/5d3aaaeff05bf2cd1cd80e1d/?boardId=5d3aaa696a257cd27a839b4f
Читайте нас: