ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ата-бабалар мираҫын һаҡлайбыҙ

Ҡаланың “РЕСО-Мед” медицина страховкалау компанияһының урындағы етәксеһе Наталья Вәхитова - башҡорт теленә ғашиҡ яҡташтарыбыҙҙың береһе. 40 йыл элек үҙенең тормош юлын башҡорт ир уҙаманы, Башҡортостандың атҡаҙанған врачы һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Күмертау ҡалаһының Почетлы гражданины Ришат Вәхитов менән бәйләгәс, яйлап башҡортса һөйләшергә өйрәнә һәм уға ғашиҡ була.

Ҡаланың “РЕСО-Мед” медицина страховкалау компанияһының урындағы етәксеһе Наталья Вәхитова - башҡорт теленә ғашиҡ яҡташтарыбыҙҙың береһе. 40 йыл элек үҙенең тормош юлын башҡорт ир уҙаманы, Башҡортостандың атҡаҙанған врачы һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Күмертау ҡалаһының Почетлы гражданины Ришат Вәхитов менән бәйләгәс, яйлап башҡортса һөйләшергә өйрәнә һәм уға ғашиҡ була.
Үзбәкстанда, Заравшан ҡалаһында тыуып үҫкән йәш ҡыҙ, 8-се класты тамамлағас, ата-әсәһенең тыуған яғына, Күмертауға, ҡайта. Педагогия колледжында, аҙаҡ тау-механика техникумында белем ала. Буласаҡ тормош иптәше менән танышыуы ла осраҡлы ғына килеп сыға. Заводта эшләп йөрөгән Наташа дауаханаға мөрәжәғәт итә. Хирург Ришат Рәҡип улы менән аралашыуы шулай башлана. Мыҡты кәүҙәле ир-егеттең буй-һынына, холҡона ғына түгел, киң күкрәгенән урғылып сыҡҡан башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуына, өҙҙөрөп баянда уйнауына ла ғашиҡ була украин ҡыҙы. Русса бер һүҙ белмәгән ҡәйнәһе менән (бәлки, тәрән аҡыллы инәй аңламағанға ла һалышҡандыр) башҡорт телендә һөйләшеп, йөрәгенә юл таба. Әйткәндәй, Ришат Рәҡип улының бер туған еңгәһе Екатерина Петровна ла (никах уҡытҡандан һуң уны Кәримә тип нарыҡлайҙар) башҡортсаны һыу кеүек эсә, йырларға ярата. “Башҡорт теленең моңо бар, йырҙары аңлатып бөтөрмәҫлек рәхәтлек, дәрт өҫтәй, йәнде таҙарта. Тағы ла бер нәмәгә иғтибар итәм: башҡортса белгән бала бер ҡасан да ата-әсәһенә, ололарға әр һүҙе әйтмәйәсәк, сөнки был һүҙҙәр ҡолаҡты түгел, күңелде, йөрәкте яра”, - ти Наталья Валентиновна.
Иғтибар иткәнегеҙ бармы, беҙҙең халыҡ икенсе милләттән кәләш алһа йәки кейәүгә барһа, аралашыу өсөн “өлкән ағай”ҙың телен һайлай. Улай ғына түгел, уның бөтөнләй милли тойғоһо юҡҡа сыға, башҡортлоғонан ояла башлай. Милли рух тигән төшөнсә лә бар бит әле. Һәр кем үҙенең эске донъяһында йәшәй, уйлай, фекер йөрөтә. Башҡорт мәҡәл-әйтемдәрен, йырҙарын белмәйенсә, ул нисек башҡорт булһын? Ришат Рәҡип улы Мәләүездә баш врач вазифаһында эшләгән осорҙа улдары Илшат менән Илнур гимназияла, аҙаҡ Күмертауҙа республика политехник лицей-интернатында белем ала.Ҡалала тыуып үҫкән йәштәрҙең саф үҙ телендә һөйләшкәнен күреп, күптәрҙең “күҙе маңлайына менә”, тип әйтһәң, бер ҙә хаталанмаҫмын. “Бер уйлаһаң, тел өйрәнеүҙең бер ауырлығы юҡ. Өйҙә аралашһаң, башҡортса радио-телевидение тапшырыуҙарын тыңлаһаң, милли мөхиткә инеп китәһең”, - ти ул.
Наталья Валентиновна талантлы ырыуы тураһында ғорурланып һөйләй. “Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев - иремдең ике туғаны, илһөйәрлек тураһындағы шиғырҙарын яратып уҡыйбыҙ, ҡайным да шиғри йәнле ине, ҡәйнешем Рифат та - ижад кешеһе”- ти ул. Вәхитовтар нәҫелендә телгә, сәнғәткә булған һөйөү, халҡыбыҙҙың икһеҙ-сикһеҙ рухи байлығы быуындан-быуынға рухи хазина булараҡ тапшырыла.
Шәхси фекер
Ришат Вәхитов, Башҡортостандың атҡаҙанған врачы һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Күмертау ҡалаһының Почетлы гражданины:
Милли рух тигән төшөнсәнең юҡҡа сығып барған осоронда йәшәйбеҙ.
“Туған телем туйҙырмай, тип тамағымды
Ят телдә тултырам тип табағымды.
Ҡул һелтәне, төкөрҙө туған теленә,
Шуға уның теле лә юҡ һәм иле лә”,- тип яҙғайны ҡасандыр Рамазан Шәғәлиев ундайҙар тураһында.
Тел - милләттең иң ҡәҙерле хазинаһы. Тел белеү ул - байлыҡ, аҡыл, ҡорал һәм ғорурлыҡ. Кешенең мейеһе һәр саҡ эшләргә тейеш. Үҙ телеңдә шиғыр уҡырға, оҡшағанын ятларға мәҡәлдәрҙе иҫтә ҡалдырырға кәрәк. Шул саҡта инсульт кеүек ауырыу урап үтә, сөнки ҡан мейенең бар өлөштәрен дә тәьмин итә.
Читайте нас: