ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Көслөләр генә диңгеҙҙе буйһондора

Йыл һайын, июль айының аҙаҡҡы йәкшәмбеһе Хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнә. Был көн - Ватанды һаҡлауҙа үҙҙәрен аямаған, утта һәм һыуҙа сынығып, океан, диңгеҙ киңлектәреҫн иңләгән, Тыуған илен яратҡан, уның үткәне менән ғорурланған һәм яҡты киләсәгенә ышанған ысын ир-егеттәр байрамы. Хәрби флот - көслө Рәсәй символы һәм уның оборона ҡеүәте нигеҙе. Һуңғы йылдарҙа Хәрби-диңгеҙ флоты ла көсәйә, нығына. Ил именлеген тәьмин итеү халҡыбыҙҙың рухи һәм физик яҡтан көслө улдары иңенә һалына. Башҡортостаныбыҙҙа диңгеҙ булмаһа ла, хеҙмәт иткән егеттәр байтаҡ.

26 июль - Хәрби-диңгеҙ флоты көнө
Йыл һайын, июль айының аҙаҡҡы йәкшәмбеһе Хәрби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнә. Был көн - Ватанды һаҡлауҙа үҙҙәрен аямаған, утта һәм һыуҙа сынығып, океан, диңгеҙ киңлектәреҫн иңләгән, Тыуған илен яратҡан, уның үткәне менән ғорурланған һәм яҡты киләсәгенә ышанған ысын ир-егеттәр байрамы. Хәрби флот - көслө Рәсәй символы һәм уның оборона ҡеүәте нигеҙе. Һуңғы йылдарҙа Хәрби-диңгеҙ флоты ла көсәйә, нығына. Ил именлеген тәьмин итеү халҡыбыҙҙың рухи һәм физик яҡтан көслө улдары иңенә һалына. Башҡортостаныбыҙҙа диңгеҙ булмаһа ла, хеҙмәт иткән егеттәр байтаҡ.
Шул ваҡыттар һағындыра
Фаил Ғөбәйҙуллин 1973 йылдың 1 ғинуарында Аптраҡ ауылында тыуып үҫкән. Егет ҡорона еткәс, 1991 йылдың майында армияға алына. Хабаровскиҙа 6 ай уҡыу отрядында була, моторист һөнәрен үҙләштерә. Көҙ еткәс, Тымыҡ океанға оҙаталар. “Беҙҙең корабль "Пинега" исемле ине. Владивостоктан бик йыраҡ түгел Большой Камень ҡалаһының төп портында йыл ярым кораблдә хеҙмәт итергә тура килде. Ошо осорҙа - Сахалин, Камчатка һәм Япония ярҙарын буйланым. Шул ваҡыттарҙы иҫкә алһам, һағындыра, тағы ла бер шул яҡтарҙа йөрөп ҡайтһаң икән ул. Һәр ир-егет өсөн әрмелә уҙған ваҡыт бер ҡасан онотолмай: холоҡ сыныға, үҙ-үҙеңде тәртипле тоторға өйрәнәһең, дуҫтарыңдың ярҙамын тояһың, командала эшләү оҫталығы арта”, - ти Фаил Фатих улы. Хеҙмәтен 1993 йыл йәмле майҙа тамамлап ҡайта ул. Ике йыл хеҙмәтте тултырып, ысын егет булып тыуған ауылына ҡайтыу - үҙе бер ҡыуаныс. Аптраҡ ауылы һалдатты "Иҙел яры" байрамында ҡаршы алалар.
Әрменән һуң бер ай ял иткәс, колхозға тракторға эшкә сыға. Өс йыл эшләгәс, иҫәпсе итеп ҡуялар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы колхоз бөтөп, яңы эш эҙләргә тура килә. Тырыш егет ауыл клубына урынлаша, бында ул киномеханик булып 9 йыл эшләй. "Кинопрокат" ойошмаһы ла ябыла. Әлеге көндә - клубта мәҙәни ойоштороусы. Тормош иптәше Гөлшат менән ике ҡыҙ, бер малай үҫтерәләр. Бәләкәстәренә 5 йәш кенә әле. Фаил Фатих улы ауылда йорт һалып, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, ғаиләлә ныҡлы терәк булып йәшәй.
Моряк булыуым менән ғорурланам
1960 йылдың 1 мартында Түбәнге Таш ауылында тыуып үҫкән Рим Ишбулатов, бөтә үҫмерҙәр кеүек, йәше еткәс әрме сафына алына. Көслө рухлы, сәләмәтлеге ныҡлы егет Владивосток яҡтарына флотта хеҙмәт итә. Ниндәй егет хыялланмай тельняшка кейеп, диңгеҙҙәрҙе гиҙергә? Урыҫ утрауында биш ай уҡыуҙа трюм машинисы һөнәрен үҙләштерә. Артабан разведка караблендә диңгеҙгә сығырға ваҡыт етә. Донъя күреү үҙе бер мауыҡтырғыс мәл булһа, хеҙмәт итеү бында бик еңелдән түгел. Тыуған ауылдан алыҫта, тирә яҡта һыуҙан башҡа бер ни күренмәүе бошондора. Алыҫҡа йөҙөү Тымыҡ океан буйлап башлана. Туғыҙ ай Индия океанын иңләү, бөтә ауырлыҡтарға ҡарамай, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алып, тәбиғәт менән бер булыу хисе тулҡынландыра. Барлығы ете диңгеҙ, ике океан даръяларын буйларға тура килә. Был осорҙа йәш матрос ысын морякка әйләнеп, карап эшенең бөтә нескәлектәрен белеп, хеҙмәттең үҙенсәлектәрен аңлап өлгөрә. Өс йыл хеҙмәтте тамамлап, тыуған яҡҡа ҡайтҡанда, ҡустыһы Самат Ишбулатов хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәттә була. “Хәрби-диңгеҙҙә хеҙмәт иткән йылдар ғүмерлеккә кешенең иҫендә ҡала, яҡшы сифаттар тәрбиәләй, тормошта дөрөҫ юлдан тайпылмаҫҡа өйрәтә”, - ти Рим Ишбулатов.
Моряк - ул ғүмерлек
Ишбулатов Самат Сынбулат улы Түбәнге Таш ауылында 1962 йылдың 15 авгусында 10 бала араһында өсөнсөһө булып тыуған. Атаһы Күмертау ҡалаһын, Нөгөш һыуһаҡлағысын төҙөүҙә ҡатнашҡан. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, Ленин колхозында хеҙмәт итә. Әсәһе ошо уҡ колхозда ғүмер буйы сөгөлдөр үҫтерә. Самат Ишбулатов бөтәһе кеүек ауылда 3 класс бөтөргәс, белем алыр өсөн көн һайын Нөгөш ауылы мәктәбенә йәйәү йөрөп, ә ҡыштарын интернатта ятып уҡый. Унынсы класты тамамлағас, ауылда атай-әсәһенә ярҙамлаша. 1980 йылдың 27 октябрендә әрме сафына алына. Ҡайҙа, ниндәй ғәскәр часына эләгерен ул алдан белә, сөнки өс туған ағаһы Миһран Яҡупов менән бер туған ағаһы Рим Ишбулатов диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Тымыҡ океан флотына алынғас, башта Владивосток янында Урыҫ утрауында 6 ай артиллерия белгесе итеп әҙерләйҙәр. Уҡыуҙы тамамлағас, карапта моряк булып хеҙмәтен дауам итә. “Төрлө хәлдәр күп булды. Йола буйынса 1 литр һыу эсереп морякка алыуҙар, айҙар буйы ярға ҡайтмай диңгеҙҙә йөрөүҙәр. Бер ваҡыт командир саҡыртып алды. “Һине икенсе кораблгә күсерәбеҙ, сит илгә оҙаҡҡа алыҫ паходҡа әҙерлән”, - тине. Башта ышанманым, тик ҡыуанысымдың сиге юҡ ине, сөнки ауыл малайына сит илдәрҙе күреүе үҙе мөғжизә кеүек тойолдо. Оло юлға ныҡлы әҙерләндек, заводта ремонтта торҙоҡ, команда йыйырға кәрәк ине”, - тип хәтирәләре менән бүлеште Самат Сынбулат улы. Ысынлап та, ярты ер шарын күреү бәхете тейә уға. Африка яҡлап барып Югославияла алты ай була, Вьетнам, Эфиопия, Йемен, Сингапур, Төркиәне, Урта диңгеҙ буйлап, Суэц каналын уҙғанда Сәғүд Ғәрәбстанын, Мысыр илдәрен күреп яңынан Камчаткаға ҡайта. Командировка бөткәс “За дальний поход” тигән түш билдәһе биреп, ҡотлап, экипаж үҙ корабленә оҙатып ҡала.
1983 йылдың 27 ноябрендә хеҙмәтен тамамлап, күңел тулы тәьҫораттар менән тыуған яғына юллана. Бөгөн дә Самат Ишбулатов армиялағы сағын, моряк булып хеҙмәт итеүен ғорурлыҡ менән иҫкә ала. Ысынлап та, диңгеҙселәр династияһын дауам итеүсе ул, һағынып, үҙе билдәләүенсә: “Моряк - ул ғүмерлек, ул исемгә тап төшөрөргә ярамай”.
Лилиә АРЫҪЛАНОВА.
Фотолар архивтан.
Читайте нас: