ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Һауа бөркөттәре һәр саҡ ҡыйыу

Донъялағы берҙән-бер Һауа-десант ғәскәрҙәре кесе белгестәрен әҙерләгән хәрби уҡыу йортона эләгә.

Был байрам Рәсәйҙә 1930 йылдан билдәләнә. Воронеж эргәһендә Мәскәү хәрби округының күнекмәләрендә тарихта беренсе тапҡыр парашют десанты төшә. Был тәжрибә артабан һауалағы дошмандарға ҡаршы тороу мөмкинлеген бирә. Мәләүез егете Рафаэль Сафиуллин бәләкәйҙән төплөлөгө, етдилеге, зирәклеге менән башҡаларҙан айырыла, сәләмәт тормош алып барыу - уның йәшәү рәүеше. Үҫмер һәр ваҡыт һауа-десант ғәскәренә эләгергә хыяллана, ышана, көтә. Ил алдындағы бурысты мотлаҡ үтәргә кәрәклеген яҡшы аңлай. Спорт менән дуҫ Рафаэль еңел атлетика, “Толпар” ат комплексында һөнәри шөғөлләнә. Беренсе разрядлы спортсы бөтә төр, конкурс, турнирҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡалабыҙҙың 5-се мәктәбен, аҙаҡ 109-сы училищены тик “бишле”гә тамамлап төрлө һөнәргә эйә булған егетте артабан аграр университетына саҡыралар, әммә ул хеҙмәткә барыуҙы һайлай. Ниһайәт, хыялы тормошҡа аша. 1996 йылдың яҙында Рафаэль Сафиуллин Омск ҡалаһында урынлашҡан донъялағы берҙән-бер Һауа-десант ғәскәрҙәре кесе белгестәрен әҙерләгән хәрби уҡыу йортона эләгә. 63365 хәрби часының уҡыу үҙәгендә ярты йыл хеҙмәт иткәс, мыҡты кәүҙәле, ҡыйыу, ышаныслы холоҡло десантсыны сержант составында ҡалдыралар. Ике йылын тултырғансы, Рафаэль Рифҡәт улы хеҙмәткә яңы алынғандарҙы уҡыта йәғни һауа-десант ғәскәрҙәре хәрби машиналары бүлегенә командирҙар әҙерләй. Хеҙмәте аҙағына ул юғары хәрби исемгә күтәрелә – старшина. Армияла күрһәткән белеме, тәжрибәһе юғары баһалана. Ата-әсәһе Рина Фуат ҡыҙы менән Рифҡәт Әсҡәт улы (ҡыҙғанысҡа ҡаршы мәрхүм инде) хәрби частан Рәхмәт хаты алып ҡыуана, ғорурлана. Бер-бер артлы ике улдарын Армиянан көтөп алыу уларға еңелдән булмағандыр. Өлкәндәре Руслан Чечен һуғышына тәүгеләрҙән оҙатыла. Ҡыйыу йөрәкле, иленә тоғро ир-егеттәрҙе үҫтереүҙә ата-әсәләренең өлөшө бик ҙур. Рафаэль Сафиуллин хеҙмәт осорон һағынып, яҡшы тәьҫораттарға бирелеп иҫкә ала. Десантсы булараҡ ул һәр яҡлап оҫта: төрлө ҡоралдан көндөҙ ҙә, төндә лә яҡшы ата, хәрби техника менән эш итә, йөрөтә, парашют менән һикерә. Һикереүҙең дә әтнәкәләре бик күп. Алдан ныҡлы әҙерлек эше алып барыла, парашюттың төҙөклөгө, дөрөҫ йыйылыуы ентекле тикшерелә. "Беренсе тапҡыр һикергәндә аңламай ҙа ҡалдым," - ти Рафаэль. Икенсе тапҡырында бер аҙ ҡаушата, әммә ҡурҡыу белмәҫ, физик яҡтан көслө егет ҡыйынлыҡтарҙы еңә. Уның әйтеүенсә, һауала осоу бер мөғжизәгә тиң. Ергә төшкәс, аңлатып бөтмәҫлек тойғолар ялмап ала. 850 метр бейеклектән десантсы 13 тапҡыр һикерә. Армиянан ҡайтҡас та, Күмертау ҡалаһына барып, парашют менән бер-нисә тапҡыр төшә. Элиталы ғәскәргә алыныу, унда хеҙмәт итеү – иҫ киткес ҙур хыял. Ундағы ҡәтғи талаптарға һәр кем яуап бирә алмай. Зәңгәр берет, телняшка кейеү - үҙе бер ғорурлыҡ. Сәләмәт тормоштан ситен кешегә юл ябыҡ. Рафаэль Рифҡәт улы - хәстәрлекле ғаилә башлығы. Һөйөклө ҡатыны Лариса менән 18 йыл бергә матур донъя көтәләр. Улдары Даниил 4-се мәктәптә унынсы класты тамамлаған, район хакимиәте башлығы стипендианты. Атай кеше уны хәрби училищеға әҙерләй. Ҡыҙҙары Линараға - ете йәш. Мәҡәләмдең геройы байрам алдынан үҙ теләктәрен еткерҙе:Быйыл Һауа-десант ғәскәрҙәре 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ветерандарға, әле хеҙмәт иткәндәргә, йыйынғандарға именлек, уңышлы юл теләйем. Егеттәребеҙ бәләкәйҙән сынығып, батыр йөрәкле булып үҫһен. Армияға үҙ теләктәре менән барһындар. Бергә хеҙмәт иткән дуҫтарығыҙҙы онотмағыҙ.
Читайте нас: