Конгэк
+21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Сентябрь 2020, 16:33

Һалдат мәктәбен үтмәгән егет егет буламы?

Һәр көслө зат бала сағынан уҡ армия хаҡында уйлана башлай. Әрменән ҡайтҡан ағайҙарының хәрби кейемен кейеп, атаһынан ағастан мылтыҡ эшләтеп алып, ғорур баҫып йөрөгән малайҙар һалдат булыу хыялын бәләкәйҙән күңелендә үҫтерә.

Һәр көслө зат бала сағынан уҡ армия хаҡында уйлана башлай. Әрменән ҡайтҡан ағайҙарының хәрби кейемен кейеп, атаһынан ағастан мылтыҡ эшләтеп алып, ғорур баҫып йөрөгән малайҙар һалдат булыу хыялын бәләкәйҙән күңелендә үҫтерә.
Яҡташыбыҙ Артур Кәлимғоловта ла була ундай хыял. Тәслимә һәм Ришат Кәлимғоловтар ғаиләһендә икенсе бала булып тыуған егет ҡаланың 8-се мәктәбендә, 109-сы һөнәрселек училищеһында автомеханик һөнәренә уҡып сыға. 2004 йылда армияға алына. Хәрби хеҙмәтен тултырғас, контракт буйынса тороп ҡала. Ингуш Республикаһында мотоуҡсылар полкында танкист була. Сержант дәрәжәһенә еткән егет «Кавказдағы хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
«Унда тәүге осорҙа ғына ҡыйын, тора-бара яйлап ҡаты тәртипкә күнәһең», - ти Артур. Ауырлыҡтарға бирешмәҫ өсөн көслө, һынмаҫ рух кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Мәскәүҙә, Чечняла, Осетияла командировкаларҙа булырға тура килә уға. Тыуған яҡтан ситтә саҡта барлыҡҡа килгән һағыныу, юҡһыныу тойғоһо ла урап үтмәй егетте.
Башҡортостанға ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ ҡалаһының тәфтиш изоляторында өс йыл ярым эшләй. Өйләнгәс, Мәләүезгә ҡайтып төпләнә. Бөгөн ҡатыны Гөлнара менән өс бала үҫтерәләр. Йәш ғаилә Тамьян ауылында үҙ йорттарын һалыу эшенә тотонған.
Ике улын да үҙ өлгөһөндә тәрбиәләргә тырыша атай кеше, егеттәр мәктәбен улар ҙа мотлаҡ үтергә тейеш, тигән ныҡлы фекере бар. Йырҙа йырланғанса, һалдат мәктәбен үтмәгән, ҡара тирен түкмәгән егет егет буламы? Ни тиһәң дә, тап армия егеттәрҙе ысын ир итеп тәрбиәләй, холҡон нығыта, оло тормошҡа әҙерлек бирә.