ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
28 Сентябрь 2020, 12:25

Һыбай йөрөү файҙалы

Йыл һайын тәбиғәт төрлө буяуҙарға мансылған матур миҙгелдә бөтә донъяла Туризм көнө билдәләнә. Ошо иҫтәлекле дата алдынан институтта бергә уҡыған танышым шылтыратты. Йыл әйләнәһенә республиканан ғына түгел, Рәсәй төбәктәренән, яҡын сит илдәрҙән әүҙем ял итеүселәрҙе үҙенең хозур тәбиғәте менән ылыҡтырған Нөгөш һыуһаҡлағысында, “Башҡортостан” милли паркында ниндәй туризм төрҙәре барлығы хаҡында белеште. Быға тиклем нисектер был һорау менән туранан-тура бер ҙә ҡыҙыҡһынғаным юҡ ине. Һораша торғас, минең иғтибарҙы атлы туризм йәлеп итте.

Йыл һайын тәбиғәт төрлө буяуҙарға мансылған матур миҙгелдә бөтә донъяла Туризм көнө билдәләнә. Ошо иҫтәлекле дата алдынан институтта бергә уҡыған танышым шылтыратты. Йыл әйләнәһенә республиканан ғына түгел, Рәсәй төбәктәренән, яҡын сит илдәрҙән әүҙем ял итеүселәрҙе үҙенең хозур тәбиғәте менән ылыҡтырған Нөгөш һыуһаҡлағысында, “Башҡортостан” милли паркында ниндәй туризм төрҙәре барлығы хаҡында белеште. Быға тиклем нисектер был һорау менән туранан-тура бер ҙә ҡыҙыҡһынғаным юҡ ине. Һораша торғас, минең иғтибарҙы атлы туризм йәлеп итте.
Эш буйынса ҡасабаға килгәндә йәки Һәргәй ауылына үткәндә йыш ҡына юлдың уң яғында һыбайлыларҙы күрергә тура килә ине. Баҡһаң, унда байтаҡ йылдар Рафаил Дәминев атлы уҙаман ғаиләһе менән һыбай йөрөү туризмын үҫтерә икән. “Путь Октября” гәзитенән хеҙмәттәшем Марина менән шылтыратып белештек тә, юлға сыҡтыҡ. Беҙ барғанда Рафаил Зәки улы Ханты-Манси автономиялы округынан килгән бер төркөм турисҡа инструктаж үткәреп, сәғәт ярымлыҡ сәйәхәткә сығырға әҙерләнә ине. Ат йөҙҙөрөү, һыбай елеү тураһында хыялланмаған кеше бик һирәктер, беҙ ҙә был форсатты файҙаланмай ҡала алманыҡ.
- Күңелегеҙҙәге бар ҡурҡыуҙы алып ташлағыҙ ҙа, тулыһынса атҡа ышанығыҙ, - тине тренер, эйәрҙә ултырыу ҡағиҙәләре менән ентекле таныштырғас. – Был үҙегеҙ өсөн дә, малҡай өсөн дә бик мөһим. Шул ваҡытта ғына атта йөрөүҙең файҙаһын күрерһегеҙ, ял итерһегеҙ.
Бына һүҙһеҙ генә юлға сыҡтыҡ. Серәкәй, күгәүен аптыратмағас, аттар тыныс. Егерме-утыҙ метр барғас, һуҡмаҡ ҡатнаш урманға алып инде. Был мәлгә эске көсөргәнеш үтеп, күңелдә лә һиллек урынлашҡайны. Беҙҙе ике яҡтан да иҫ киткес тәбиғәт күренештәре оҙатып бара. Ошо арала Рафаил ағай менән аттар һәм атлы туризм тураһында һөйләшеп өлгөрәбеҙ. Ат ене ҡағылған тип тап уның кеүек кешеләргә ҡарата әйткәндәрҙер. Хайуанҡайҙарҙың аҡылы, ҡылығы, матурлығы, сифаты, һыбай йөрөүҙең файҙаһы тураһында әллә күпме һөйләргә лә риза. Ә үҙе хаҡында һүҙ сурытырға яратмағанлығын шунда уҡ сырамыттыҡ. Шуға ла артыҡ һорау биреп, маҙаһыҙламаныҡ. Урыҡ-һурыҡ әңгәмә барышында был шөғөлөнөң 2004 йылға барып тоташыуын ғына асыҡлай алдыҡ.
Ул ваҡытта Көньяҡ Уралда эске туризмды үҫтереү менән шөғөлләнгән “Тәңре” экология берекмәһе менән бергә аҙналыҡ һыбай йөрөү маршруттары асыла. Шунда Рафаил Дәминев аттарҙы менгегә, ә туристарҙы һыбай йөрөргә өйрәткән. 2012 йылда фермер хужалығы асып, милли парк биләмәһендә үҙе атлы туризмды үҫтерә башлаған.
Бына Таллыҡ йылғаһы аша Балан төбәгенә сыҡтыҡ. Бер аҙҙан тирә яҡтағы матур тәбиғәт күренешен сағылдырған майҙансыҡҡа күтәрелдек. Был араны аттар сабып менеп өйрәнгән булһа кәрәк, команда булмаһа ла, бер-береһенән күрмәксе үргә табан саптырып китте. Рафаил ағай юртҡанда, сапҡанда эйәрҙә нисек ултырырға, дилбегәне ҡайһылай тоторға алдан күрһәткәс, был бейеклекте уңышлы яуланыҡ һәм туҡтап, тауҙан төшөр алдынан аттарға ял бирҙек. Был урындан Иштуған ауылын, бөтөнләй икенсе ракурстан Нөгөш һыуһаҡлағысын күрҙек, беҙҙе уратып алған тәбиғәткә һоҡландыҡ һәм икенсе юлдан ҡайтыу яғына ыңғайланыҡ. Унда туристарҙың икенсе төркөмө көтә ине. Әйткәндәй, “Дәмин” ат ихатаһында бәләкәй туристар өсөн дә күңел асыу һәм ял саралары ойошторола. Балалар өсөн манеж бар. Сәйәхәттән йылы тәьҫораттар алып, тағы килергә дәртләнеп, Рафаил ағайға һәм уның ғаиләһенә рәхмәт әйтеп ҡайтырға сыҡҡанда көн кискә ауышҡайны инде.
Читайте нас: