ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
8 Октябрь 2020, 11:05

Тыуған төйәгемә ғашиҡмын

Башҡортостан - үҙенең тарихы менән генә түгел, ә тәбиғәт ҡомартҡылары һәм күп милләтле халҡы менән дә бай республика. Беҙ, йәш быуын, уны өйрәнергә, һаҡларға һәм артабан үҫтерергә тейешбеҙ, сөнки был хозур тәбиғәтле ер - атай-олатайҙарыбыҙ ҡаны менән һуғарылып, быуындан-быуынға тапшырылған байлыҡ.

Республикамдың иң матур урындарын яҙып үткем килә. Бөтә донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе Башҡортостандың Бөрйән районында урынлашҡан. Унда боронғо кешеләр төшөргән һүрәттәр табылған. Был тәбиғәт ҡомартҡыһы йылдан-йыл планетаның төрлө мөйөштәренән туристар йәлеп итә.
Ишембай районындағы Салауат Юлаев мәмерйәһенең милли геройыбыҙ тормошо һәм көрәш юлы менән бәйле үҙ тарихы бар. Батыр хаҡында мәмерйәлә фильм төшөрөлгән.
Шулай уҡ Мораҙым тарлауығы - Башҡортостандың иҫ киткес матур урындарының береһе. Ул минең тыуған яғымда, Күгәрсен районында, урынлашҡан. Уның биләмәһендә төрлө үҫемлектәр үҫә. Йәнлектәр өсөн дә тыныс төбәк.
Башҡортостандың ете мөғжизәләрең береһе булған Янғантау хаҡында ла һөйләп үткем килә. Йыл әйләнәһенә, ниндәй генә һауа торошо булмаһын, унан һәр ваҡыт йылы боҫ сыға. Шундай үҙенсәлекле тау ул. Бөгөн унда шифахана эшләй. Төрлө яҡтарҙан килгән кешеләргә дауаланыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Был мөғжизәле тауҙың үҙенсәлектәре буйынса ғалимдар тикшереү эштәре алып бара.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, республикам матур ҙа, бай ҙа, тыныс та. Уның ҡәҙерен белеп, һаҡлап ҡына йәшәргә кәрәк.
Азалия ЙОСОПОВА.
Читайте нас: