ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
16 Октябрь 2020, 19:03

Тел милләтте һаҡлай

Башҡортостанда иғлан ителгән Башҡорт теле йылында ситтәге милләтәштәребеҙҙең социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫешенә булышлыҡ итеү – изге бурыс.Фото асыҡ интернет сығанаҡтарынан.

Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгән башҡорт халҡының этник үҙенсәлеген һаҡлау һәм үҫтереүгә республикала ҙур әһәмиәт бирелә. Быйыл Башҡортостанда иғлан ителгән Башҡорт теле йылында ситтәге милләтәштәребеҙҙең социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫешенә булышлыҡ итеү – изге бурыс. Был маҡсатта башҡорт телендә нәшер ителгән китаптар менән ярҙам ойошторолдо.
Китап йыйыу һәм ебәреү буйынса аукционда еңеп сыҡҡан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте илдең ете субъектын китап менән тәьмин итте. Рәсәйҙең китапханалар фондын башҡорт телендәге әҙәбиәт менән тулыландырыуға, шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана ҙур ярҙам күрһәтте. Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау, Ҡурған, Свердловск һәм Пермь крайына китап ебәрелде. Быйыл «Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының этномәҙәни үҫеше» дәүләт программаһының «Башҡорт халҡының этник үҙенсәлеген һаҡлау һәм үҫтереү» ярҙамсы программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаға башҡорт халҡы күпләп йәшәгән урындарҙағы китапханаларға башҡорт телендәге әҙәбиәт оҙатыу өсөн бер миллион һум аҡса бүленгәйне.
Фото асыҡ интернет сығанаҡтарынан.
Читайте нас: