ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
9 Ноябрь 2020, 18:25

Йәш сәсәндәр конкурсы

Балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр конкурсы үтте. Коронавирус инфекцияһы хәүефен иҫкәртеүгә бәйле, был сара быйыл дистанцияла уҙҙы.

Балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр конкурсы үтте. Коронавирус инфекцияһы хәүефен иҫкәртеүгә бәйле, был сара быйыл дистанцияла уҙҙы.
Кескәйҙәр араһында башҡорт халҡының мәшһүр ҡобайыры менән ҡыҙыҡһыныусылар йылдан-йыл артыуы ҡыуаныслы. Быйыл был мәртәбәле конкурста район-ҡаланан 34 бала ҡатнашты. Билдәле булыуынса, эпос тексын шиғырҙан айырмалы ятлау бик еңелдән түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, балалар ҙур тырышлыҡ һалған. 30 юлдан 60-ҡа тиклем ятлаған улар. Бында, әлбиттә, ата-әсәләрҙең дә, тәрбиәселәрҙең дә роле баһалап бөткөһөҙ.
Һәр конкурсант үҙенсәлекле сығыш яһаны. Кемдер “Урал батыр” әкиәтенең иллюстрацияларын ҡулланған, икенселәр башҡорт халыҡ йырҙары, өсөнсөләре ҡурай моңо аҫтында һөйләне. Илья Савин тәбиғәт ҡосағында йылға ярында видеоға төшкәйне. Һәр береһе милли йәки махсус сәхнә кейеме һайлаған.
Конкурс положениеһына ярашлы, еңеүселәр һәм маҡтаулы урындар алыусылар ике төркөмдә билдәләнде. Шулай итеп, ҡобайырҙы башҡорт телендә башҡарғандар араһында Гран-приҙы Ергән ауылы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһынан Әминә Дәүләткилдина (тәрбиәсеһе Таңһылыу Лоҡманова) яуланы. I дәрәжәләге дипломға “Дельфин” балалар баҡсаһынан Азалия Сәйфуллина (тәрбиәсеһе Гүзәл Айытова), “Гүзәл” балалар баҡсаһынан Самира Мырҙағолова (тәрбиәсеһе Хәлимә Иҙрисова) лайыҡ булды. II һәм III дәрәжәләге дипломдарҙы “Шатлыҡ” һәм Ергән ауылы “Ҡояшҡай” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларынан Розалина Иҫәнгилдина (тәрбиәсеһе Лилиә Иҫәнгилдина) һәм Эмиль Аҡанаев (тәрбиәсеһе Әлфирә Ибәтуллина) алды.
Эпосты урыҫ телендә ятлаусылар араһында төп призды “Кристалл” балалар баҡсаһынан Илья Савин (тәрбиәсеһе Лариса Йосопова) яуланы. I дәрәжәләге дипломға “Золушка” һәм “Бәләкәс” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһынан Матвей Степанов (тәрбиәсеһе Ләйсән Сөләймәнова) һәм Аиша Ҡудашева (тәрбиәсеһе Светлана Уразбахтина), икенсе дәрәжәләгеһенә “Золушка”нан Эмир Сабитов (Гүзәл Ғаффарова), “Сулпан”дан Элина Айтуғанова (Светлана Хәмиҙуллина), “Урман әкиәте”нән Лидия Федорова (Татьяна Крюкова), Тамъян ауылы “Дуҫлыҡ” балалар баҡсаһынан Алена Лебедева (Римма Әхмәтшина) лайыҡ булды. Алты тәрбиәләнеүсенең сығышы III дәрәжәләге диплом менән билдәләнде. Бынан тыш, алты бала махсус номинацияла Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Был тәрбиәләнеүселәр киләсәктә лә төрлө кимәлдә үткәрелгән эпосты яттан һөйләү буйынса конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, юғары күрһәткестәр яулар тип уйлайбыҙ, сөнки “Урал батыр” темаһы мәңгелек.
Читайте нас: