ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
19 Ноябрь 2020, 15:49

Утты-һыуҙы кисә ир-егет...

Яҡташыбыҙ Айбулат Хажиморатов 1979 йылда армия хеҙмәтенә алына. Хәрби хеҙмәткә әҙерлекте Балтика буйындағы Вентспилс ҡалаһында үтә.

Ил тарихында ниндәй генә хәрби бәрелештәр, сәйәси болғаныштар булмаһын, армия хеҙмәте элек-электән көслө зат вәкилдәрен үҙенә ылыҡтырып торған. Илһөйәрлек тойғоһо, Ватан алдында бурысын үтәү, һалдат бутҡаһын тәмләү теләге менән Ҡораллы көстәр сафына баҫҡан егеттәр булыуы айырым ғорурлыҡҡа эйә.
Яҡташыбыҙ Айбулат Хажиморатов 1979 йылда армия хеҙмәтенә алына. Хәрби хеҙмәткә әҙерлекте Балтика буйындағы Вентспилс ҡалаһында үтә. 1980 йылда уларҙың саҡырылышын медицина тикшереүе үткәреп, ныҡлы әҙерләй башлайҙар. Үҙҙәренә ҡайҙа ебәрәсәктәре тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәйҙәр. Һуңыраҡ улар Мәскәү аша Дүшәмбегә килеп инә. Тәүге совет ғәскәрҙәрен афған һуғышына индерә башлаған осорға эләгәләр. Ул ваҡыт хәрби кейем һәм туҡланыу мәсьәләһе тулыһынса хәл ителмәгән ауыр саҡ була. Ил сиген һаҡлау отрядында хеҙмәт итергә тура килә Айбулат Рьян улына.
- Палаткалар теҙелеп киткән яланға таңғы биштә килеп төштөк. Беренсе төндә үк нарядҡа ҡуйҙылар. Егеттәр араһынан яҡташтарҙы эҙләп табырға тырыштыҡ, - тип хәтирәләргә бирелә әңгәмәсем.
Ул үҙе хәрби техника йөрөтә, минометсы була. Хеҙмәт иткәндә йыш ҡына төрлө урынға күсеп йөрөргә тура килә һалдаттарға. Уларҙың ғәскәре ил сигенән 50-60 саҡрым йыраҡлыҡта урынлаша.
Юлда барғанда шартлауҙар була торғайны. Техниканы ҡалдырып, тау-таш араһынан күп ваҡыт йәйәү йөрөргә тура килде. Машиналар артынан күтәрелгән туҙанға ҡарап беҙҙең һалдаттар килгәнен белмәһендәр өсөн шулай эшләнә ине,- тип иҫкә ала ул йылдарын Айбулат Рьян улы.
Яҡташыбыҙ хәрби хеҙмәтен 1982 йылда тамамлап, иҫән-имен тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Өс йылға яҡын ут эсендә йөрөү уның үҙен дә, тормошҡа ҡарашын да тулыһынса үҙгәртә.
Совет заманында тәрбиә иҫ киткес көслө булды бит, утлы нөктәлә хеҙмәт иткәндә ауырлыҡтарҙы еңергә рух ныҡлығы һәм ҡыйыулыҡ ярҙам итте. Ауыл егеттәре физик яҡтан да көслө ине, шуға күрә һынауҙарға әллә ни бирешеп бармай, - ти әңгәмәсем.
Ике улын да үҙ миҫалында тәрбиәләй атай кеше, улар ил алдындағы бурысын лайыҡлы үтәп ҡайта.
Нисә йылдар үтһә лә, афған һуғышында күргәндәре әле булһа күҙ алдынан китмәй яугирҙең. Ҡулына ҡорал тотоп, дошманға ҡаршы ут асҡанда ниндәй хис-тойғолар кисергәнен ул үҙе генә беләлер. Ил тарихына ҡот осҡос юғалтыуҙар һәм әсе күҙ йәштәре булып яҙылған афәттә илебеҙ байтаҡ улын юғалта.
Бөгөнгө тыныс тормош, аяҙ күк йөҙө өсөн сит тарафтарҙа башын һалған яҡташтарҙың батырлығын оноторлоҡ түгел.
Ил именлеге өсөн барған аяуһыҙ алышта дуҫтарын юғалтҡан Айбулат Рьян улы улар хаҡында бөгөн дә тыныс ҡына һөйләй алмай. «Иң мөһиме - тыуған яҡтарыма иҫән-һау әйләнеп ҡайта алдым, - ти яугир.- Ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкин дә түгелдер».
Читайте нас: