Конгэк
+14 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Внимание всем! В Башкортостане завоют сирены
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
7 Декабрь 2020, 14:55
Ҡоштарҙы ашатайыҡ!
Кескәйҙәрҙең яратҡан миҙгеле башланды.
Кескәйҙәрҙең яратҡан миҙгеле башланды. Ҡышын саф һауала уйнау - күңелле генә түгел, ә бына тигән сынығыу сараһы ла. Урамда ҡар өҫтөнән йүгереү уларға күтәренке кәйеф бирә, берҙәмлек, дуҫлыҡ тойғоһо тәрбиәләй. Шуға күрә, беҙ, тәрбиәселәр, балалар тышҡа ҙур теләк менән сыҡһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Бының өсөн төрлө хәрәкәтле саралар ҡулланабыҙ. Кескәйҙәр ҡар бәрешергә ярата, үҙҙәре теләгәнсә уйын ҡағиҙәһе уйлап сығара. Шулай уҡ ҡышларға ҡалған ҡоштар тураһында онотмайбыҙ. Уарға ҡышын аҙыҡ табыуы ауырлашыуы хаҡында әңгәмә ҡорабыҙ. Уның барышында йәш быуын ниндәй ҡоштар Башҡортостанда ҡалыуын белә, улар хаҡында хәстәрлек күрергә кәрәклеген аңлай. Һалған емгә турғайҙар килгәнен күреп ҡыуана, һоҡлана. Уларҙы көн һайын ашатыу холҡон, тәртибен күҙәтергә булышлыҡ итә. Был эштә беҙгә ата-әсәләр ҙә ярҙам күрһәтә. Балалар менән бергә тағараҡ эшләйҙәр, аҙыҡ алып киләләлр. Йыл һайын балалар баҡсаһында үткәрелгән “Ҡоштарҙы ашатығыҙ!” акцияһы бик уңышлы үтә.
Айгөл СӘҒИТОВА,
15-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Ололарға бер йылы һүҙ етә
Ысын дуҫтар ғына... ҙур көскә эйә
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ