ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
18 Декабрь 2020, 16:17

Ул әле лә алғы сафта

Яҡташыбыҙ Йәмил ӘЛМӨХӘМӘТОВ менән һүҙебеҙ илһөйәрлек тойғоһо, әрме хеҙмәте, ил алдындағы бурыс хаҡында барҙы.

Ир-егет өсөн армия иң яҡын һәм яратҡан темаларының береһе булып ҡала. Һәр көслө зат үтергә тейеш хәрби мәктәп уның ғүмер китабына онотолмаҫ хәтирә итеп уйыла.
Яҡташыбыҙ Йәмил ӘЛМӨХӘМӘТОВ менән дә һүҙебеҙ илһөйәрлек тойғоһо, әрме хеҙмәте, ил алдындағы бурыс хаҡында барҙы.
- Мин армияға 1993 йылда үҙ теләгем менән киттем. Ул саҡта Ергән мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй инем. Саҡырыу көтөп арығас, хәрби комиссариатҡа үҙем инеп, армияға барыу теләгемде белдерҙем. Новосибирск өлкәһенең Пашино хәрби ҡаласығында урынлашҡан 34148-се часҡа эләктем. Мине хәрби мәктәптең элемтәсе-радиотелеграфсыларҙы әҙерләгән курстарға яҙҙылар. Төшкә тиклем ваҡыт уҡыуға, төштән һуңғыһы физик әҙерлеккә һәм хужалыҡ эштәренә бағышлана торғайны. Хәрби әҙерлеккә ҙур иғтибар бүленә ине, көн дә иртән өс-биш саҡрым араны йүгерҙек, күнекмәләр эшләнек, - тип хәтирәләргә бирелә әңгәмәсем.
Бергә хеҙмәт иткән иптәштәрен төрлө частарға тараталар, Йәмил Булат улын бүлексә командиры итеп тәғәйенләйҙәр һәм уға яңы саҡырылыш һалдаттарын өйрәтеү бурысын йөкмәтәләр. Һуңынан хәрби хеҙмәтен Мәскәү өлкәһенең Серпухов ҡалаһында, ракета ғәскәрҙәренең Юғары хәрби училищеһына ҡараған техника-ракета уҡыу базаһында дауам итә ул.
Хәрби хеҙмәтен тултырғас, командирҙарының тәҡдиме буйынса контракт төҙөп, үҙе хеҙмәт иткән училищеның уҡыу автодромына күсә. Кластарҙа дәрестәрҙе ойоштороу, трассаны тәртиптә тотоу менән бергә башҡа бик күп бурыстарҙы үтәй.
1996 йылда контракт ваҡыты тулғас, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта Йәмил Булат улы. Баҡһаң, уның хеҙмәте 17 декабрҙә башланған һәм шул уҡ көндә тамамланған. Етмәһә, ул дата стратегик тәғәйенләнешле ракета ғәскәрҙәре көнө булараҡ та билдәләнә. Ошо урында тормошта бер нәмә лә осраҡлы түгел тигән һүҙҙәрҙе иҫкә алыу урынлы булыр.
Бар ғүмерен хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәтенә бағышлаған яҡташыбыҙ,
ҡала биләмәһе Советы депутаты, Төньяҡ Кавказдағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан ветерандарҙың «Батальон» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, отставкалағы полиция майоры, запастағы сержант Йәмил Әлмөхәмәтов бөгөн дә әүҙем тормош алып бара. Үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлә, мәктәптәрҙә һәм уҡыу йорттарында уҡыусылар менән осрашыуҙарҙа ҡатнаша, район һәм ҡалала уҙған төрлө сараларҙы ойоштороуға, ветерандарға ярҙам итеүгә үҙ өлөшөн индерә.
Армияла хеҙмәт итеү ил алдындағы бурысты үтәп ҡайтыу ғына түгел әле ул, күңеленә илһөйәрлек тойғоһо һалынған ысын ир-егет ғүмере буйы Ватаны алдында биргән антына тоғро ҡала. Үҙен һәр саҡ сафтағы һалдат итеп тойған, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йөрөгән яҡташыбыҙ Йәмил Әлмөхәмәтов кеүек.
Читайте нас: