ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
28 Декабрь 2020, 11:58

Лайыҡлы ил һаҡсылары сафҡа баҫа

Ил алдында тоғролоҡҡа ант биреү - бөтә быуын ил һаҡсылары өсөн иң иҫтәлекле һәм тулҡынландырғыс ваҡиғаларҙың береһе. Ғорур баҫып яңғыратҡан һәр һүҙҙең мөһимлеге өсөн йөрәктәре менән яуап бирә улар.

Ил алдында тоғролоҡҡа ант биреү - бөтә быуын ил һаҡсылары өсөн иң иҫтәлекле һәм тулҡынландырғыс ваҡиғаларҙың береһе. Ғорур баҫып яңғыратҡан һәр һүҙҙең мөһимлеге өсөн йөрәктәре менән яуап бирә улар.
Ҡаланың тарих һәм туған яҡты өйрәнеү музейында 4-се мәктәптең өлгөлө уҡыусылары “Башҡортостандың йәш досаафсыһы” тантанаһында ант бирҙе. Бында йәш ҡыҙ һәм егеттәрҙә ихтыярлыҡ, сыҙамлыҡ, илһөйәрлек тәрбиәләнә, киләсәккә һәм еңеүгә юл асыла. Сарала үҫмерҙәрҙе Мәләүез ҡала-районы һәм Федоровка хәрби комиссары Олег Тройно, Рәсәй ДОСААФ-ы урындағы бүлексәһе рәйесе Фәйрүс Ғафаров, ветерандар хеҙмәте һәм советы рәйесе Александр Кузнецов һәм башҡа ветерандар йәмәғәт ойошмалары етәкселәре ихлас тәбрикләп, түш билдәһе һәм танытма тапшырҙы.
Күп йылдар Рәсәй ДОСААФ-ы йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләй. Был ойошмала үҫмерҙәр илһөйәрлек тәрбиәһе ала, спорттың техник төрөнә өйрәнә, хәрби иҫәп һөнәрен үҙләштерә. Шуға ошо сарала армия сафына алынасаҡ егеттәргә лә “Рәсәй ДОСААФы ағзаһы” тигән танытма тапшырылды. Шулай уҡ “Хәрби туғанлыҡ” бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының Мәләүез бүлексәһе ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡтары өсөн, илгә тоғро һәм бурыстарын үтәүҙә ҙур өлөш индереүгә Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Ватанға һөйөү, илгә хеҙмәт итеү – бына ошоға ҡоролған ДОСААФ эшмәкәрлеге.
Читайте нас: