ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
30 Декабрь 2020, 19:01

Афғанстан, йөрәк ярам һин...

Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡанына байтаҡ ваҡыт үтһә лә, яҡташыбыҙ Фәнир РӘХМӘТУЛЛИН ул йылдар хаҡында әле булһа тыныс ҡына һөйләй алмай.

Хәрби хеҙмәткә бағышланған осор көслө зат өсөн ғүмер китабының иң мөһим өлөшөн алып тора. Ир-егеттәр өсөн мәңге асыҡ тема ул - армия.
Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡанына байтаҡ ваҡыт үтһә лә, яҡташыбыҙ Фәнир Рәхмәтуллин ул йылдар хаҡында әле булһа тыныс ҡына һөйләй алмай.
Ул хәрби хеҙмәткә 1981 йылда алына. Ашхабад ҡалаһында механик-водитель һөнәренә уҡып сыҡҡас, Афғанстан республикаһының Ҡабул ҡалаһына ебәрелә. Артабанғы хеҙмәте һауа-десант ғәскәрендә дауам итә.
Ябай ауыл малайына һуғышҡа барып инеү еңел булмағандыр, әммә ул үҙен ҡыйыу һәм ышаныслы тоторға тырыша. Ныҡлы холоҡ, көслө ихтыярҙы унда атаһы тәрбиәләй. Үҙе бер түгел ике һуғыш үткән, әсе-сөсөнө күп татыған яугир улын ысын ир итеп үҫтерә.
Фәнир Нурулла улы армияла хәрби разведка машинаһын йөрөтә.
- Кабинала командир, ике радист, наводчик була торғайны. Урындағы халыҡ менән мөнәсәбәт яҡшы булды. Һуңынан беҙҙең менән афған-партизан йөрөнө, ул ҡайһы яҡҡа атырға ярай, ҡайҙа ярамай икәнен аңлата торғайны, - тип хәтирәләргә бирелә яугир. Мәғәнәһеҙ ҡан ҡойошта дуҫтарын, шул иҫәптән үҙенең командирын юғалта ул.
- Хәрби командирыбыҙ Валерий Якеминко дүрт Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән ысын яугир ине. Афған һуғышы башланғанға тиклем ул ғаиләһе менән Күмертау ҡалаһында йәшәгән. Беҙ 1983 йылдың май айында ҡайтып киттек, Валерий Павлович иһә 11 июндә Кандагарҙа һәләк булған, - тип иҫкә ала Фәнир ағай ул аяныслы хәлде.
Ҡыҙыу нөктәлә хеҙмәт иткән кешенең тормошҡа ҡарашы үҙгәрә, артабан уға үҙен табыу еңел түгел, тиҙәр. Әңгәмәсем был һүҙҙәр менән тулыһынса килешә. Уға ла ҡәҙимге йәшәү рәүешенә инеп китер өсөн байтаҡ ваҡыт талап ителә.
- Бер кем менән дә аралашҡы килмәгән саҡтар күп булды. Күпме генә бирешмәҫкә тырышһаң да, һуғыш барыбер кешене үҙгәртә ул, - ти яугир.
Армиянан һуңғы тормошон Мәләүез менән бәйләй. Әрменән һуң автомәктәп тамамлай, оҙаҡ йылдар дауамында автобазала водитель булып эшләй, аҙаҡ «Химстрой»ға күсә. Күпселек ир-егеттәр кеүек, уға ла алыҫ себер тарафында эшләп алырға тура килә.
Фәнир Нурулла улы әле булһа сафтағы һалдат кеүек, әүҙем, хәрәкәтсән, тормоштоң бары тик яҡшы яҡтарын ғына күрергә тырышҡан кеше.
Хәрәкәттә - бәрәкәт, тигән һүҙҙе бер ваҡытта ла иҫенән сығармай. Йыл һайын республика кимәлендә уҙған саңғы ярыштарында ҡатнаша, йәйәү йөрөүгә өҫтөнлөк бирә.
Ейәнен дә үҙе кеүек көслө рухлы, ҡурҡыу белмәҫ ир итеп тәрбиәләргә тырыша.
Һуғыш... Ул уңалмаҫ күңел яраһы, ҡыйралған яҙмыштар, өҙөлгән ғүмерҙәр булып беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәй. Ҡот осҡос афәтте киноларҙан күреп, китаптарҙан уҡып ҡына түгел, үҙ күҙҙәре менән күргән, мәғәнәһеҙ ҡан ҡойошта юғалтыуҙар кисергән яҡташыбыҙ Фәнир Рәхмәтуллин өсөн дә Афғанстан һис төҙәлмәҫ тәрән яра булып ҡала.
Читайте нас: