ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
11 Ғинуар 2021, 14:25

Башҡорт булыуым менән ғорурланам

Тыуған ауылым Һабаш йәмле Ағиҙел буйында, Ергән тауы итәгендә урынлашҡан. Ошонда тәпәй баҫҡанмын, телем асылған, иң ҡәҙерле кешеләрем йәшәй.

Тыуған ауылым Һабаш йәмле Ағиҙел буйында, Ергән тауы итәгендә урынлашҡан. Ошонда тәпәй баҫҡанмын, телем асылған, иң ҡәҙерле кешеләрем йәшәй.
Ғаиләлә биш бала үҫәбеҙ. Атай-әсәйем беҙҙе яратып, һәр беребеҙгә матур исем ҡушҡан: Айҙар, Наилә, Алмаз, Наҙгөл, Нәргизә.
Һабаш – башҡорт ауылы. Ауылыбыҙҙа ла, ғаиләбеҙҙә лә башҡортса һөйләшәбеҙ. Ата-әсәйебеҙгә “папа”, “мама” тип түгел, “атай”, “әсәй” тип өндәшәбеҙ. “Башҡортостан”, “Йәншишмә”, “Көнгәк” гәзиттәрен, “Аманат” журналын алдырып уҡыйбыҙ.
Башҡорт булыуым, ошонда тыуыуым менән сикһеҙ ғорурланам! Халҡым еңелеп түгел, ә үҙ теләге менән Рәсәйгә ҡушылған, уға хәүеф янағанда һәр саҡ һаҡҡа баҫҡан. Башҡорт һыбайлылары 1612 йылда Мәскәүҙе поляк интервенттарынан азат итеүҙә ҡатнашҡан. 1812 йылғы Ватан һуғышында егерме һигеҙ полк яу юлын үтеп, уларҙың туғыҙы Парижға ингән. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙә лә атай-олатайҙарымдың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Туған телемә, халҡыма ҡарата йөрәгемдә ҙур һөйөү, хөрмәт тойғолары йөрөтәм. Ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшә, фекерҙәремде туған телемдә еткерә алғаныма сикһеҙ бәхетлемен. Халҡым бейеүҙәрен дә күңелемде һалып башҡарам, уларҙың тарихы менән ҡыҙыҡһынам. Тәү сиратта, бындай тәрбиә өсөн ғаиләмә рәхмәтлемен.
Ә Үрге Юлдаш ауылында йәшәгән Рауза өләсәйем – үҙе бер аҡыл һандығы. Уның телмәре иҫ киткес бай, мәҡәл-әйтем генә ҡушып һөйләй. Халыҡ йырҙарын оҫта башҡара, таҡмаҡтар әйтеп беҙҙе лә бейетеп ала. Уға әле 74 йәш. Бөгөн дә ауыл китапханаһына йөрөй, ул -ауылдың иң әүҙем уҡыусыһы. Беҙҙә лә китап уҡыуға һөйөү уяттты. Матур тәбиғәтле төбәктә тыуғаныма һөйөнәм, еребеҙҙе сит-яттарға бирмәгән атай-олатайҙарға рәхмәтлемен. Туған телемде белеүем, һөйләшеүем, уҡыуым менән бәхетлемен!
Наилә АЛСЫНБАЕВА,
Үрге Юлдаш мәктәбе 7-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: