ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
13 Ғинуар 2021, 13:30

Ҡоролтай тәҡдимен хуплайым

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән 2021 йыл Башҡортостанда Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителде.Уның сиктәрендә республикаға исем биргән халыҡтың данлы үткәненең киң йәмәғәтселеккә билдәһеҙ яҡтарын асыҡлау, арҙаҡлы шәхестәренең исемен мәңгеләштереү буйынса ниндәй эш алып барылырға тейеш? Йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләүҙә йылдың әһәмиәте нимәлә? Ошо һорауҙар менән “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Асия ЛАТИПОВАға мөрәжәғәт иттек.-Ғалим, тел белгесе Әкрәм Бейештең: “Башҡорт халҡының үткәнендә оялырлыҡ, хурланырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Беҙҙең аһ-зар, ҡан-йәш менән һуғарылған тарих юлы көмөш кеүек саф. Халҡыбыҙ бер ваҡытта ла башҡаларҙың ер-һыуына баҫып инеп, ҡан ҡоймаған, бала-сағаһын, ҡатын-ҡыҙын илатмаған. Ул, киреһенсә, оҙайлы йылдар дауамында ҡанһыҙ баҫҡынсыларҙың йыртҡыслығынан ҡаты ғазап сиккән, йән аямай ғәҙеллек өсөн көрәшкән”, - тигән һүҙҙәре бар.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән 2021 йыл Башҡортостанда Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителде.
Уның сиктәрендә республикаға исем биргән халыҡтың данлы үткәненең киң йәмәғәтселеккә билдәһеҙ яҡтарын асыҡлау, арҙаҡлы шәхестәренең исемен мәңгеләштереү буйынса ниндәй эш алып барылырға тейеш? Йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләүҙә йылдың әһәмиәте нимәлә? Ошо һорауҙар менән “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Асия ЛАТИПОВАға мөрәжәғәт иттек.
-Ғалим, тел белгесе Әкрәм Бейештең: “Башҡорт халҡының үткәнендә оялырлыҡ, хурланырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Беҙҙең аһ-зар, ҡан-йәш менән һуғарылған тарих юлы көмөш кеүек саф. Халҡыбыҙ бер ваҡытта ла башҡаларҙың ер-һыуына баҫып инеп, ҡан ҡоймаған, бала-сағаһын, ҡатын-ҡыҙын илатмаған. Ул, киреһенсә, оҙайлы йылдар дауамында ҡанһыҙ баҫҡынсыларҙың йыртҡыслығынан ҡаты ғазап сиккән, йән аямай ғәҙеллек өсөн көрәшкән”, - тигән һүҙҙәре бар.
Ысынлап та, халҡымдың үткәне менән ғорурланырлыҡ бик күп дәлилдәр килтерергә һәм шуның менән йәш быуында тыуған төйәгенә, теленә, мәҙәниәтенә, атап әйткәндә, башҡорт булғаны өсөн ғорурлыҡ хисе уятырға мөмкин.
Башҡорттар - бик боронғо халыҡ. Уның тарихы тейешле өйрәнелеп бөтмәгән. Һуңғы йылдарҙа ғалимдар ошо тәңгәлдә “Урал батыр” эпосының күп нәмә тураһында һөйләүен белдерә. Мәшһүр ҡобайырыбыҙ - үҙе үк халҡымдың килеп сығышының, оҙайлы үҫешенең бер коды. Быйыл ошо эпик әҫәрҙе төрлө яҡлап өйрәнеү яйға һалынһа, яҡшы булыр ине. Башҡорт тарихының күп кенә билдәһеҙ яҡтарын асыҡларға ярҙам итер кеүек ул, минеңсә.
Совет осоро тарихсылары үткәнебеҙҙе төрлөсә ҡылыҡһырлап, ер, тел, динен, иркен һаҡлап, яуға, ихтилалдарға күтәрелеүен үҙ мәнфәғәттәренә, талаптарына яраҡлаштырып яҙҙы. Ә халҡыбыҙ тарихының данлы биттәрен бик күп шәжәрәләребеҙ асыҡ һөйләй. Юҡҡа ғына заманында уның артынан “һунар” ойоштормағандар. Уларҙы, совет заманындағы тарихсылар кеүек, заказ буйынса яҙмағандар, ә теге йәки был ырыу вәкилдәре үҙҙәре йәшәгән дәүерҙә булған хәл-ваҡиғаларҙы нисек бар шулай теркәп барған. Башҡорт генеология ағастары шуныһы менән бик тә әһәмиәтле.
Ғөмүмән, быйыл тарихыбыҙҙың киң йәмәғәтселеккә билдәле булмаған яҡтарын, шәхестәрен асыҡлау буйынса етди эш алып барылыр, тип уйлайым. Үҙебеҙҙең ерлектә лә бар иғтибарға лайыҡ ваҡиғалар, кешеләр. Мәҫәлән, Кинйә Арыҫланов шәхесе тормош юлы өйрәнелмәгән. Тарих йылы сиктәрендә ауыл биләмәләрендәге, мәктәптәрҙәге тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары, мөйөштәре тергеҙелер, тип ышанам. Пандемияға бәйле сикләүҙәр булмаһа, Шәжәрә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдары яңынан киң йәйелер, тип уйлайым. Ауыл, урам тарихын, ер-һыу атамаларын, атай-олатайҙар тормош юлын өйрәнеү йәһәтенән бик отошло улар.
Бынан тыш, мәктәптәрҙә Башҡортостан тарихы фәнен яңынан тергеҙеү сараһы табылһа, бик яҡшы булыр ине. Туған тел дәрестәрендә генә уларҙы үтеп бөтөү мөмкин түгел, шуға ла элеккесә ул айырым дәрес булырға тейеш.
Йәш быуын үҙ халҡы менән ғорурланһын өсөн, иң беренсе, үҙенең атай-олатайҙарының үткәнен белергә тейеш. Шул ваҡытта ғына ул туған телендә һөйләшергә оялмаясаҡ, теләп өйрәнәсәк һәм тыуған төйәген, тарихын, мәҙәниәтен яратасаҡ.
Быйыл тарихсылар, ғалимдар ғына түгел, киң мәғлүмәт саралары ла ошо йүнәлештә мөһим эш алып барыр, тип ышанам. Халҡыбыҙҙың данлы тарихы тураһында телевидение һәм радиола тапшырыуҙары, гәзит-журналдарҙа материалдар әҙерләнһен ине. Шуға ла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы быйылғы йылды Башҡорт тарихы йылы тип нарыҡларға тәҡдим иткәс, бик хупланым. Данлы һәм шанлы үткәнебеҙ, арҙаҡлы кешеләребеҙ тормош юлы, эшмәкәрлеге онотолорға тейеш түгел, сөнки тарихты белмәй тороп, киләсәк тураһында һүҙ алып барыу мөмкин түгел.
Читайте нас: