Конгэк
+16 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
21 Ғинуар 2021, 13:15
Ҡайҙа хеҙмәт итәсәгеңде белгең киләме?
Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссариатында 16-18 йәшлек үҫмерҙәрҙе беренсел хәрби иҫәпкә ҡуйыу башланды: 400 үҫмерҙең етмешләбе теркәлеү үткән дә инде. Хәрби комиссар Олег Тройно әйтеүенсә, уларҙың хеҙмәткә яраҡлы булыу-булмауы тикшерелә. Унан һуң сәләмәт күренеп тә, һаулығына зарланғандар, ата-әсәһе лә белмәгән, яңы ауырыуҙары (уларға эндокрин, эске, күҙ органдары, һөйәк-мускул системаһы сирҙәре) асыҡлана.
Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссариатында 16-18 йәшлек үҫмерҙәрҙе беренсел хәрби иҫәпкә ҡуйыу башланды: 400 үҫмерҙең етмешләбе теркәлеү үткән дә инде. Хәрби комиссар Олег Тройно әйтеүенсә, уларҙың хеҙмәткә яраҡлы булыу-булмауы тикшерелә. Унан һуң сәләмәт күренеп тә, һаулығына зарланғандар, ата-әсәһе лә белмәгән, яңы ауырыуҙары (уларға эндокрин, эске, күҙ органдары, һөйәк-мускул системаһы сирҙәре) асыҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гаджеттарҙың кире яғы ла етерлек: теркәлеү үтергә килгән һәр икенсе үҫмерҙең күреү һәләте бик насарайған. Балаларының һаулыҡ торошон атай-әсәйҙәр һорашып белә ала, “аҡ халатлы”лар иһә яҡындарының сәләмәтлеге тураһында мәғлүмәтте уларҙан йәшермәй.
Медицина тикшереүе, унан һуң һөнәри-психологик һайлау үткәрелә, ул егеттәрҙең ҡайһы часта хеҙмәткә яраҡлы икәнен көн элгәре асыҡлай. Был сара 20 көн дауам итәсәк.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты