ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
25 Ғинуар 2021, 13:55

Башҡорт тарихы йылы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт тарихы йылын ойоштороу һәм үткәреү буйынса селектор кәңәшмәһе үтте. Уны ҡоролтай Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова алып барҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт тарихы йылын ойоштороу һәм үткәреү буйынса селектор кәңәшмәһе үтте. Уны ҡоролтай Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова алып барҙы.
Көн тәртибендә шулай уҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек мәсьәләһе тикшерелде. Илдә йәшәгән барлыҡ кеше тураһында демографик, иҡтисади һәм социаль мәғлүмәт йыйыу, дөйөмләштереү, анализлау һәм нәшер итеү эшмәкәрлеге буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов, Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин сығыш яһаны. Һәр кешегә киләһе йылда үтәсәк халыҡ иҫәбен алыуҙың үҙенсәлектәрен белеү мөһимлеге билдәләнде. Быйыл әлегәсә ҡулланылған традицион ысулдарҙан тыш халыҡ иҫәбен алыу тәүге тапҡыр интернет ярҙамында ойоштороласаҡ. Теләгән кеше һорауға яуапты «Дәүләт хеҙмәте » порталында тултыра ала. Был ил кимәлендәге мөһим ваҡиға, уның һөҙөмтәләре Рәсәй халыҡтары хаҡындағы статистика мәғлүмәтен туплау менән генә сикләнмәй. Улар XXI быуаттың өсөнсө тиҫтәһендә йәшәйешебеҙҙең барлыҡ өлкәләрен дөрөҫ күҙаллау, демографияның ил иҡтисадына, дөйөм ижтимағи үҫешкә йоғонтоһон алдан күҙаллау, киләсәгебеҙгә объектив ҡараш булдырыу өсөн нигеҙ булып торасаҡ.
Башҡорт тарихы йылын ойоштороу һәм үткәреү буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, ҡоролтайҙың тарих комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллин сығыш яһаны, һорауҙарға яуап бирҙе.
Быйылға пландар ҙур. Һәр бер төбәктең шәхестәре, тарихы бар, шуларға мөмкин тиклем иғтибар биреү, исемдәрен мәңгеләштереү мөһим. Уларҙы быға тиклем уңышлы эшләгән һәм яңы проект сиктәрендә бойомға ашырыу планлаштырыла.
2021 йылда “Шайморатов вариҫтары” белешмәһенең баҫма версияһын презентациялау күҙаллана. Унда легендар дивизияның яугирҙәре исеме һәм биографияһы ингән. Йыйынтыҡ “Башҡорт энциклопедияһы” фәнни нәшриәтендә февралдә сыға. Быйыл уға оҡшаш 1812 йылғы Ватан һуғышының 210 йыллығына арналған “Мин – төньяҡ амурҙары вариҫы” проекты башлана. Бынан тыш, бер нисә грант проекты ғәмәлгә ашырыласаҡ. Улар араһында башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә “Рәсәй Федерацияһы субъекттарында башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре”н үткәреү мөһим урын алып тора. Шулай уҡ башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен тәржемәләү һәм сығарыу, “XXI быуат яҙыусыһы” төбәк-ара форумын ойоштороу, “Викимәктәп” проекты сиктәрендә мәктәп уҡыусыларын башҡорт Википедияһына йәлеп итеү, Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһы менән бергә “Башҡорт теле – башҡорт иле” проекты планлаштырылған. Уға ярашлы, Рәсәй төбәктәрендә йәкшәмбе мәктәптәре булдырыласаҡ һәм улар халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре исеме менән аталасаҡ. Мәғариф өлкәһендә апрелдә ата-әсәләр, шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумдарын ойоштороу күҙаллана.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарих комиссияһы рәйесе урынбаҫары Юлдаш Йосопов Башҡорт ырыуҙары йыйындарын үткәреү буйынса сығыш яһаны. Тәүге йыйын Борай районында 29 ғинуарҙа ойошторола. Фекер алышыуҙа Рәсәй субъекттары һәм республика район-ҡалалары башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәре ҡатнашты.
Читайте нас: