ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
2 Февраль 2021, 13:30

Башҡорт тарихы йылына бурыстар билдәләнде

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан 2021 йыл Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителде. Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы гимназияла үткән урындағы йәмәғәт ойошмаһының беренсе ултырышы ошо йүнәлештә эш планын билдәләүгә арналды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан 2021 йыл Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителде. Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы гимназияла үткән урындағы йәмәғәт ойошмаһының беренсе ултырышы ошо йүнәлештә эш планын билдәләүгә арналды.
Мәғлүм булыуынса, республика кимәлендәге саралар планында байтаҡ яңы проекттарҙы бойомға ашырыу планлаштырылған. Башҡорт тарихы йылы концепцияһына ярашлы, йыл дауамында улар республиканың һәр районында, шулай ук башҡорттар күпләп йәшәгән Ырымбур, Ҡурған, Силәбе өлкәләре кеүек Рәсәйҙең һәм башҡа төбәктәрендә лә ойошторола. Быйылғы йылды үткәреү тураһында методик күрһәтмәләр Ҡоролтайҙың рәсми сайтына урынлаштырылған.
Район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы эш планына Мәләүез ерендә йәшәгән юрматы, ҡыпсаҡ, тамъян ырыуҙары башҡорттары тарихын, Кинйә Арыҫланов, Венер Сәхәүетдинов кеүек арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ исемдәрен мәңгеләштереүгә арналған айырым пункттар индерҙе. Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү эшен үҫтереү, мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларында, райондың тораҡ пункттарында музей һәм тарихты, крайҙы өйрәнеү мөйөштәр экспозицияларын яңыртыу буйынса рейдтар, кәңәшмәләр үткәреүҙе планлаштырҙы. Тәү сиратта Первомай мәктәбендәге Кинйә Арыҫланов, Смаҡ ауылы мәҙәниәт йортондағы Динис Бүләков, Корнеевкалағы Булат Рафиҡов музейҙарына барырға ҡарар итте. Рейд һөҙөмтәләре буйынса уларҙы байытыу буйынса эште киң йәйелдереү кәрәклеге билдәләнде. Шәжәрә төҙөү, “Шайморатовсылар”ҙың, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тормошон өйрәнеү буйынса эш дауам итәсәк. Бөтә сараларҙы киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу бурысы йөкмәтелде.
Читайте нас: