ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
2 Февраль 2021, 13:40

Ер-һыу атамалары тарих һөйләй

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылына ҙур бурыстар һалына. Тик беҙҙә башҡорт тарихы тигән төшөнсәгә башлыса Башҡортостан тарихы нигеҙ итеп алына.Был бер үк әйбер түгел. Уны урындағы бер миҫал менән аңлатып ҡарайым. Интернет селтәрендә Мәләүез һүҙенең килеп сығышы бына нисек бирелә: йәнәһе, был тарафҡа ер эҙләп сыуаштар килә, мул һыулы йылға буйын оҡшатып “мелевеси”, йәки, килеп еттек, тиҙәр. Мәләүез атамаһы ошо һүҙҙән килеп сыҡҡан тип иҫбат иттеләр. Кемдеңдер был фаразы тиҫтәләгән йыл буйына рәсми булып йөрөнө. Бер кемде лә был йылғаның Көйөргәҙе районы Яңы Муса ауылынан баш алыуы һағайтманы. Бынан тыш, ошоға оҡшаш исемле Башҡортостанда тағы алты һыу ятҡылығы булыуы ҡыҙыҡһындырманы. Әйткәндәй, ул йылға - күл буйҙарын тамъян башҡорттары һыулауы, “Мәләүез” ошо ырыу һүҙе булыуы үрҙә әйтелгән атама вариантын уйлап табыусыларҙы бер ҙә уйландырманы. Ошо уҡ ҡарашты Башҡортостан топонимикаһы һүҙлеген төҙөүселәр ҙә иҫбатлай.

Ер-һыу атамаларыбыҙ күпте һөйләй
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылына ҙур бурыстар һалына. Тик беҙҙә башҡорт тарихы тигән төшөнсәгә башлыса Башҡортостан тарихы нигеҙ итеп алына.
Был бер үк әйбер түгел. Уны урындағы бер миҫал менән аңлатып ҡарайым. Интернет селтәрендә Мәләүез һүҙенең килеп сығышы бына нисек бирелә: йәнәһе, был тарафҡа ер эҙләп сыуаштар килә, мул һыулы йылға буйын оҡшатып “мелевеси”, йәки, килеп еттек, тиҙәр. Мәләүез атамаһы ошо һүҙҙән килеп сыҡҡан тип иҫбат иттеләр. Кемдеңдер был фаразы тиҫтәләгән йыл буйына рәсми булып йөрөнө. Бер кемде лә был йылғаның Көйөргәҙе районы Яңы Муса ауылынан баш алыуы һағайтманы. Бынан тыш, ошоға оҡшаш исемле Башҡортостанда тағы алты һыу ятҡылығы булыуы ҡыҙыҡһындырманы. Әйткәндәй, ул йылға - күл буйҙарын тамъян башҡорттары һыулауы, “Мәләүез” ошо ырыу һүҙе булыуы үрҙә әйтелгән атама вариантын уйлап табыусыларҙы бер ҙә уйландырманы. Ошо уҡ ҡарашты Башҡортостан топонимикаһы һүҙлеген төҙөүселәр ҙә иҫбатлай.
Гәзит уҡыусы башҡорт тарихын ер-һыу атамалары аша ла өйрәнергә кәрәклеген тәҡдим итергә уйлағанымды аңлағандыр инде. Беҙгә ҡоролтай быйыл ер-һыу исемдәрен ентекләп йыйырға һәм, мөмкин булғанса, уларға бәйле төрлө-төрлө хәл-ваҡиғаларҙы асыҡларға, халыҡ хәтерендәге риүәйәттәрҙе яҙып алырға, тел, топонимика, фольклор менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың эшен әүҙемләштерергә юл аса. Бына ошоларҙы йыл аҙағына тиклем өйрәнергә, гәзит биттәрендә район халҡы ҡарамағына сығарырға, һуңынан белгестәр тарафынан тейешле рәсми баһа бирелергә тейеш. Үрҙә билдәләп үтелгән район үҙәге Мәләүез атамаһын да фәнни яҡтан нигеҙләргә ваҡыт. Бынан бер нисә йыл элек Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында бер уҡыусының ҡала тарихына ҡағылышлы иншаһын уҡып аптырағайным. Бында баланың да, уҡытыусының да бер ғәйебе лә юҡ. Ул яҙмаһындағы факттарҙы “Мелеузовская земля” исемле китаптан алыуына һылтана. Тарихсылар тарафынан фәнни баһа бирелмәй донъя күргән йыйынтыҡта ғәфү ителмәҫлек хата ебәрелгән. Йәнәһе юрматы ырыуы старшинаһы Килмәк Нурышев бошман-ҡыпсаҡ ырыуы старшинаһы Кинйә Арыҫлановтан рөхсәт алып, Мәләүез ауылының Ҡаран һәм Мәләүез йылғалары араһында мәсет төҙөтә. Беренсенән, Мәләүез ауылы тамъян ырыуы ерендә, шуға күрә рөхсәтте тамъяндарҙан һорар ине ул. Икенсенән, башҡорттар община менән йәшәгән, бындай төрлө ҙур ҡарарҙарҙы тик йыйындарҙа ғына ҡабул иткәндәр. Өсөнсөнән, Мәләүезде почта ямы булараҡ нигеҙләһәләр ҙә, ул ҡәлғә функцияһын үтәгән. Ауылға власть рөхсәте менән генә йәшәргә индергәндәр. Бында тик христиандар ғына йәшәгән. Тарихтан билдәле булыуынса, Мәләүезгә тәүҙә 110 суҡындырылған татар һәм 130 суҡындырылған сыуашты күсергәндәр. Уларға мәсет нимәгә? 1905 йылғы беренсе урыҫ ихтилалынан һуң ғына батша хөкүмәте һәр халыҡҡа үҙ диненә ҡайтырға рөхсәт бирә. Тарихи мосолман динендә булып та, христиан дине ҡабул иткән мәләүездәр шул осорҙа ғына үҙ диненә әйләнеп ҡайта. Шуға күрә Мәләүездә беренсе мәсет тик 1908 йылда ғына асыла. Китап авторҙары билдәләүенсә, ҡалала элегерәк мәсет асылыуы мөмкин түгел. Шуның өсөн дә һәр тарихи ваҡиғаға белгестәрҙең баһаһы кәрәк.
“Көнгәк” гәзите биттәрендә Башҡортостандың Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуының 450 йыллығын билдәләгән осорҙа ерле материалдарға күп урын бирелде. Первомай урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Асия Латипованың уҡыусылары тыуған яҡтың ер-һыу атамаларына ҙур иғтибар бирҙе. Уларҙың өлкән быуын вәкилдәренән яҙып алған мәғлүмәте йыш донъя күрә торғайны. Ошондай уҡ эште башҡа мәктәп уҡытыусылары ла башҡарһа, был эшкә шулай уҡ һәр ауылдың, төбәктең ер-һыу атамаларының килеп сығыу тарихына битараф булмаған кешеләр ҡушылһа, яҡшы булыр ине. Башҡорт ауылдарының һәр ҡалҡыулығының, тыҡрығының, йырынының, болононоң үҙ исеме, үҙ тарихы бар бит. Ана шуларҙы оло быуын иҫән саҡта яҙып алырға тырышайыҡ.
Читайте нас: