ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
12 Февраль 2021, 19:40

Һалдат һуғышты һайламай

Яҡташыбыҙ Гәрәй ҠЫУАНДЫҠОВ та Афғанстандың утлы ғәрәсәтенә барып инәсәге хаҡында уйламай. Хәрби әҙерлек үткән саҡта уларҙы һуғышҡа әҙерләүҙәре тураһында берәү ҙә алдан иҫкәртмәй.

Үҙ Ватанын һайлап ала алмаған кеүек, бер ир-егет тә ҡайҙа һәм ҡайһы ғәскәрҙә хеҙмәт итерен дә, ниндәй ауырлыҡтар аша үтерен дә алдан белмәй.
Яҡташыбыҙ Гәрәй Ҡыуандыҡов та Афғанстандың утлы ғәрәсәтенә барып инәсәге хаҡында уйламай. Хәрби әҙерлек үткән саҡта уларҙы һуғышҡа әҙерләүҙәре тураһында берәү ҙә алдан иҫкәртмәй.
1978 йылда армияға алынған егет ил алдындағы бурысын үтәүҙе Һамар ҡалаһынан башлай. Унда алты ай хеҙмәт иткәндән һуң Польшаға ебәрелә, аҙаҡтан Афғанстанға оҙатыла.
- Палаткалар теҙелеп киткән ҡола яланға барып төштөк. Үҙәккә үтерлек һыуыҡ ине, кейемдә йоҡлап йөрөнөк. Таулы Афған тәбиғәтенә яраҡлашыу еңел булманы, - тип хәтерләй ул йылдарын яугир-интернационалист. Элемтәсе булып хеҙмәт итә ул. Һәр минуты көсөргәнештә тотҡан һуғыш эсендә элемтәсе иңендә ниндәй яуаплылыҡ ятҡанын һәр кем аңлай торғандыр. Бар мәғлүмәт уның аша үткәнлектән, әҙ генә яңылышлыҡ та төҙәтеп булмаҫ хаталарға килтереү ихтималлығына эйә була унда.
Бер йыл эсендә һигеҙ хәрби рейдҡа сығырға, ҡамауҙа ҡалырға ла тура килә уға, яралана ла, машиналарын да шартлаталар...
Һуғыш хаҡында бик һаран ғына һөйләһә лә, яугирҙең кисерештәрен аңларға була. Күңеленә әрнеү ҡатыш һеңеп ҡалған хәтирәләрен яңынан тергеҙеү еңел түгел уға.
- Мәләүездән биш егет эләктек. Ирек Хәмиҙуллин, Степан Чуров, Николай Соловьев, Рафаэль Итәшев менән бергә хеҙмәт иттек. Рафаэль беҙҙең арала юҡ инде. Ҡалған егеттәр менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ, - ти яугир.
Хәрби дуҫтарының үлемен дә кисерергә тура килә яҡташыбыҙға. Хеҙмәт иткән урындарына яҡын ғына урынлашҡан госпиталдән медиктар килеп, ауыр хәлдәгеләр өсөн ҡан тапшырыуҙарын һорап йыш мөрәжәғәт итә уларға.
- Әҙәм балаһы өсөн ғүмер ҡәҙерле бит ул. Һуғыш эсендә булғанда, уның ҡәҙере тағы ла нығыраҡ арта. Тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуҙы түҙемһеҙлек менән көттөк, хатта көндө һанай торғайныҡ, - тип хәтирәләрен барлай Гәрәй Мәхиән улы.
Бөгөн Афған яугире тормошта үҙ урынын тапҡан. Ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен намыҫлы хеҙмәткә бағышлаған яҡташыбыҙ Бөрө һөт комбинатында, ҡаланың химия заводында эшләй, һуңынан күпселек ир-егеттәр кеүек алыҫ себер тарафына юллана. Ул «Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт ветераны» исеменә лайыҡ.
Ҡатыны Флүсә менән күркәм ғаилә ҡороп, донъя көтә, балалар үҫтерә. Матур йәшәүҙәре менән күптәргә өлгө булып тора Ҡыуандыҡовтар.
Әле булһа егеттәрсә дәртле, мәрәкәсел Гәрәй ағайға үҙ йәшен бирерлек тә түгел. Ул әле лә сафтағы һалдат кеүек. Шомло һуғышта, ете-ят ерҙә йәшәү йәмен, мәңгелек ҡиммәттәрҙе баһаларға өйрәнгән яугир тормоштоң һәр көнөнә ҡыуанып йәшәй белә.
Читайте нас: