Конгэк
+14 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Февраль 2021, 19:25
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаһын
Ил яҙмышына уңалмаҫ яра булып уйылған афған һуғышы 9 йыл да 1 ай һәм 19 көн дауам итә. Ҡан ҡойошта 620 мең совет һалдаты һәм офицеры ҡатнаша.
Ил яҙмышына уңалмаҫ яра булып уйылған афған һуғышы 9 йыл да 1 ай һәм 19 көн дауам итә. Ҡан ҡойошта 620 мең совет һалдаты һәм офицеры ҡатнаша. Бөтәһе 14453 яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлә, уларҙың күбеһе әсирлеккә төшә, хәбәрһеҙ юғала, 35 меңе төрлө тән йәрәхәте ала.
1988 йылдың май айында совет ғәскәрҙәре Афғанстандан сығарыла башлай һәм 1989 йылдың 15 февралендә һуңғы һалдат Тыуған илгә ҡайта.
Ҡаланың «Дан» ял паркында интернациональ бурысын үтәгән саҡта һәләк булған яҡташтарҙы иҫкә алыу сараһы үтте. Унда район етәкселеге, төрлө йылдарҙағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яугирҙәр, кадеттар, ветеран ойошмалары вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Тыуған яғына әйләнеп ҡайта алмағандар бер минут тынлыҡта иҫкә алынды, һәйкәлдәргә сәскәләр һалынды.
Беҙ илебеҙ өсөн аяныслы осорҙо мәңге хәтеребеҙҙә һаҡларға, уны киләсәк быуынға тарих итеп еткерергә бурыслы. Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаһын...
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?