Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Февраль 2021, 14:38

Үҙ илебеҙҙә үҙ йөҙөбөҙ булһын!

"Алтылағы - алтмышта", тиҙәр. Милли үҙенсәлегебеҙҙе, рухи донъябыҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн балаларыбыҙҙың күңеленә кесе йәштән һеңдерергә тейешбеҙ. Булмышыбыҙҙы киләсәк быуынға аманат итеп быуындан быуынға тапшырайыҡ. Үҙ илебеҙҙә үҙ йөҙөбөҙ булһын!" - ти Ҡотош балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гүзәл Сәғитова.

Башҡорт халҡының рухи донъяһы иҫ киткес бай, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре - үҙе тормош мәктәбе. Улар дөрөҫ йәшәргә, тәртипкә өйрәтә, әхлаҡи тәрбиә бирә. Ошо байлыҡты киләсәк быуынға тапшырыу – изге бурыс. Тыуған ергә, туған халыҡҡа, уның сәнғәтенә бик кесе йәштә әсәйҙең бишек йырынан, өләсәйҙең әкиәтенән һөйөү уяна. Ғалимдар, педагогтар раҫлауынса, тәрбиә нигеҙе алты йәшкә тиклем һалына, тимәк, был эш балалар баҡсаһында ла дауам ителергә тейеш.
"Балаларҙы уйын аша тәрбиәләү отошло. Кескәйҙәр өсөн ул - донъяны танып белеү сараһы ла, һәр яҡлап гармониялы үҫеш сығанағы ла. Эште ойоштороу халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йәшәп килгән һәм хәҙер ҙә тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаған милли уйындарын таратыуҙан башланып китергә тейеш. “Уйындарҙа - хәрәкәт, хәрәкәттә - бәрәкәт", тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Балалар өсөн ҡоро хәрәкәт кенә түгел, дәртле уйын - тормош һабағы, йәшәйештәге төрлө хәл-ваҡиғала үҙеңде тоторға өйрәтә, физик яҡтан да үҫтерә" - ти үҙ эшенә ғашиҡ тәрбиәсе Гүзәл Сәғитова.
Читайте нас: