ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
19 Февраль 2021, 12:50

Был көн тарихта

Бөгөн 19 февраль (шаҡай), йома, йылдың 50-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 315 көн ҡала. Рәжәб (رجـب) айының 7 – се көнө. Ҡояш 08 сәғәт 27 минутта ҡалҡа, 18 сәғәт 32 минутта байый. Көн оҙонлоғо –10 сәғәт 05 минут. Был көн тарихта.

Бөгөн 19 февраль (шаҡай), йома, йылдың 50-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 315 көн ҡала. Рәжәб (رجـب) айының 7 – се көнө. Ҡояш 08 сәғәт 27 минутта ҡалҡа, 18 сәғәт 32 минутта байый. Көн оҙонлоғо –10 сәғәт 05 минут.
Был көн тарихта.
Сорғот ҡалаһын нигеҙ һалына (1594)
Императрица Екатерина II Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан өсөн башҡорттарҙан 4 мең ат йыйыу тураһында указға ҡул ҡуя (1775)
Екатерина II революцион Франция менән барлыҡ мөнәсәбәттәрҙе өҙгән ҡарарға ҡул ҡуя (мәҫәлән, Франциянан Рәсәйгә журналдар, гәзиттәр, китаптар индереү тыйыла, 1793)
Наполеон Бонапарт үҙен Францияның консулы тип иғлан итә (1800)
Томас Эдисон фонографҡа патент ала (1878)
Санкт-Петербург Политехник институты асыла (1899)
«Труд» гәзитенең беренсе һаны сыға (1921)
Борай район гәзитенең тәүге һаны сыға (1930)
СССР Юғары Советы Президиумы Ҡырым өлкәһен РСФСР-ҙан Украина ССР-ы составына биреү тураһында ҡарар ҡабул итә (1954)
Мәскәү — Берлин даими тимер юл бәйләнеше булдырыла (1955)
Советтар Союзының «Мир» орбиталь станцияһы эшләй башлай (1986)
«Су-35БМ» күп маҡсатлы истребителенең тәүге осошо (2008)
Тыуған көндәр. Ғалим-педагог Әхийәров Камил Шәйехмырҙа улы (1930), йырсы¸композитор Юрий Антонов (1945), педагог, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Бәҙретдинов Вәлиәхмәт Миңләхмәт улы (1953), балет артисы Мәүлекәсова Гөлсинә Ғәлим ҡыҙы (1981), дәүләт эшмәкәре Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы (1899—1947) һ.б.
Иҫкә алайыҡ. 1989: Ғәлләмов Абдрахман Әбдрәхим улы, башҡорт теленең ғалим-методисы.
Байрамдар.
Рәсәй Ҡораллы көстәренең хәрби оркестр хеҙмәте көнө
Бөтә донъя диңгеҙ хайуандарын яҡлау көнө
Халыҡ-ара киттар көнө
Орнитологтар көнө
Иҫ киткес шәп үҙгәрештәр көтөү көнө
Халыҡ-ара канат тартышыу көнө
Йәмһеҙ өйрәк бәпкәһе көнө
Самогон аппараты көнө
Йома көнөбөҙ бәрәкәттә, мөхәббәттә һәм хәрәкәттә үтһен! Һәммәбеҙгә имен көн!
Читайте нас: