ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
20 Февраль 2021, 14:05

Маҡсаты - халыҡҡа яҡыныраҡ булыу

Демократия осоронда йәшәйбеҙ, кәрәк икән саңын туҙҙырып етәкселәрҙе әрләйбеҙ, етәксе өҫтөнән ялыу яҙыу ҙа бер ни тормай. Миҫал өсөн социаль селтәрҙәге “Мәләүездең ҡара теҙмәһе”нә генә инеп ҡарағыҙ, ышанмаһағыҙ. Урамда юлдар таҙартылмаған, хеҙмәтләндереү кимәле түбән булған ойошма етәкселәрен дә эттән эткә, беттән беткә һалып һүгәләр. Әйтерһең дә, ҡала етәкселеге йәһәтләй һалып, һеҙҙең генә проблеманы хәл итә, һүҙ ҙә юҡ, башлыҡтар үҙенең ҡул аҫтында эшләгәндәргә бойороҡ бирәсәк. Баш аша һикермәйек. Халыҡ ялсыһы булған депутаттарға мөрәжәғәт итһәк, килеп тыуған хәлгә сетерекле хәлдәрҙән сығыу әмәле тиҙерәк табылыр. Һәр хәлдә гәзитебеҙҙең бөгөнгө геройы, Айҙар Шәкүров, һеҙҙең мөрәжәғәттәрегеҙҙе тыңлап, сәбәптәрен асыҡлап, унан сығыу юлдарын эҙләйәсәк, ҡулынан килгәнсә ярҙам итәсәк. Уның тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт: (Дауамы аҫтағы һылтанмала).

Демократия осоронда йәшәйбеҙ, кәрәк икән саңын туҙҙырып етәкселәрҙе әрләйбеҙ, етәксе өҫтөнән ялыу яҙыу ҙа бер ни тормай. Миҫал өсөн социаль селтәрҙәге “Мәләүездең ҡара теҙмәһе”нә генә инеп ҡарағыҙ, ышанмаһағыҙ. Урамда юлдар таҙартылмаған, хеҙмәтләндереү кимәле түбән булған ойошма етәкселәрен дә эттән эткә, беттән беткә һалып һүгәләр. Әйтерһең дә, ҡала етәкселеге йәһәтләй һалып, һеҙҙең генә проблеманы хәл итә, һүҙ ҙә юҡ, башлыҡтар үҙенең ҡул аҫтында эшләгәндәргә бойороҡ бирәсәк. Баш аша һикермәйек. Халыҡ ялсыһы булған депутаттарға мөрәжәғәт итһәк, килеп тыуған хәлгә сетерекле хәлдәрҙән сығыу әмәле тиҙерәк табылыр. Һәр хәлдә гәзитебеҙҙең бөгөнгө геройы, Айҙар Шәкүров, һеҙҙең мөрәжәғәттәрегеҙҙе тыңлап, сәбәптәрен асыҡлап, унан сығыу юлдарын эҙләйәсәк, ҡулынан килгәнсә ярҙам итәсәк.
Уның тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт: Күмертауҙа эшсе ғаиләһендә тыуған, Мәскәү дәүләт технология һәм идара итеү университетында иҡтисадсы белемен ала. Яратҡан шөғөлө - кулинария, аш-һыу әҙерләү. Өйләнгән, ҡатыны менән ике бала үҫтерәләр. 12 йыл Мәләүез районы хакимиәтендә баш инженер-программист булып эшләй. Һуңғараҡ эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә (сайт асыу, картридждарҙы заправкалау, бухгалтерияны автоматлаштырыу, район һәм ҡала, ауыл хакимиәте администрацияһы, учреждение сайттарын хеҙмәтләндереү һәм башҡалар) үҙ эшен аса. Өфө, Салауат ҡалаһына, Күгәрсен, Бөрө, Мәсетле, Йәрмәкәй, Дүртөйлө райондарына тауар ташый. Мәскәүҙә лә клиенттары бар. Айҙарҙың алдына ҡуйған маҡсаты алдан билдәле һәм ул был юҫыҡта эҙмә -эҙлекле эш алып бара. Айҙар Валерий улы былтыр Мәләүез районы муниципаль районына депутат итеп һайланды. Ул хәйриә акцияларынан ситтә ҡалмай: Яңы йыл байрамы алдынан балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта тәрбиәләнеүселәргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ҡарттар йортонда Ҡыш бабайҙың күстәнәсен таратҡан, мохтаждарға урындағы нәшер ителгән гәзиткә яҙылыуҙы ойошторған. Ҡаланың 31,32-се (32, 37-се йорт), 5-се (1-3-сө йорттар) биҫтәһендә, Куйбышев, Дзержинский урамдарында, Октябрь (73,75, 76,77 йорттар), Бауман (26,27-се йорт), ВЛКСМ-дың 50 йыллығы урамында 1-17-гә тиклем таҡ һанлы йорттарында, Титов урамында 1-33, шулай уҡ 2-30 йорттарында йәшәгән граждандар уға (834764)3-25-05 телефоны аша йә иһә 8-9374746785 кеҫә телефонына бәйләнгән ватсап, Телеграмм селтәре аша үҙ һорауҙары менән мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һәр йома көнө иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем Воровский урамы, 6 адресы буйынса халыҡты ҡабул итә.
Читайте нас: