Конгэк
+16 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
20 Февраль 2021, 16:03
Яҡтүкүлдәр мәңгелек йортто хәстәрләй
Арыҫлан ауыл биләмәһе Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына әүҙем ҡушылды. Үткән йыл аҙағында өс проект араһынан "БР Мәләүез районы муниципаль районы Яҡтыкүл ауылы зыяраты ҡоймаһын яңыртыу" проектын һайлап алдылар. Киләсәктә хәл итәһе проблемалар ҡала әле. Иң мөһиме - теләк булһын. Ә ҡайһы бер программаға инмәгән проблемаларҙы хәл итергә, бәлки, хәлле яҡташтарҙан бағымсы ярҙамы һорарға кәрәктер, хәйриә - сауаплы эш.
Арыҫлан ауыл биләмәһе Рәсәй кимәлендәге милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға, республика һәм район программаларына, шулай уҡ урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына әүҙем ҡушылды. Үткән йыл аҙағында "БР Мәләүез районы муниципаль районы Яҡтыкүл ауылы зыяраты ҡоймаһын яңыртыу" проекты менән сыҡтылар.
Әлегә бар тирә-яҡ ҡар аҫтында булһа ла, республика кимәлендә конкурста ҡатнашыуға әҙерлек бара. Бында ваҡ мәсьәлә юҡ, шуға күрә инициатива төркөмө ауыл биләмәһе хакимиәте менән кәңәшләшеп, урындағы халыҡ фекерен тыңлап, һәр аҙымды ентекле уйлап башҡара. Беҙ барғанда ла ауыл биләмәһе хакимиәте идарасыһы Фатима Кантикова Яҡтыкүлдә йәшәгәндәр менән проект нескәлектәрен хәл итә ине. Уй-ниәттәре изге Яҡтыкүл халҡының, иң мөһиме - теләк бар.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?