ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
24 Февраль 2021, 15:15

Был көн тарихта

Февраль: “Һыйырҙың мөгөҙөн һындырыр инем, көнөм генә ҡыҫҡа шул...” тигән ти. Ысынлап та тышта шаҡылдап торған шаҡай һыуыҡтары, һепертмә бурандары. Шулай ҙа иң ҡыҫҡа айҙың ҡып-ҡыҫҡа эш аҙнаһы башланды – март айына тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалды...

Бөгөн 24 февраль (шаҡай), шаршамбы, йылдың 55-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 310 көн ҡала. Рәжәб (رجـب) айының 12 – се көнө. Ҡояш 08 сәғәт 15 минутта ҡалҡа, 18 сәғәт 42 минутта байый. Көн оҙонлоғо –10 сәғәт 26 минут.
Был көн тарихта.
Брюггела (Бельгия) билдәле булғандарҙан иң тәүге лотерея үткәрелә, ойоштороусыһы рәссам Ян ван Эйктың тол ҡатыны була (1466)
Николай Гоголь «Үле йәндәр»енең икенсе томын яндыра (1852)
Бөгөнгө «Башҡортостан уҡытыусыhы» журналының беренсе һаны донъя күрә (1920).
Oral-B команияһы донъяла тәүге нейлон сүсле теш щеткаһы сығара (1938)
«Америка тауышы» радиостанцияһы тәүге тапҡыр эфирға сыға (1942)
СССР Үҙәк телевидениеһының «Очевидное — невероятное» тапшырыуы тәүге тапҡыр эфирға сыға (1973)
СССР-ҙа союздаш һәм автономиялы республикаларҙың Юғары Советтарына һәм барлыҡ урындағы Советтарға халыҡ депутаттары һуңғы тапҡыр һайлана (1985)
Тыуған көндәр. Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы һәм уның идеологы, Башҡорт ғәскәрен ойоштороусыларҙың береһе Бейешев Әхмәт Әлмөхәмәт улы (1896—27.09.1937), элемтә тармағы ветераны, йәмәғәтсе Ғайсин Салауат Мөхтәр улы (1940), спортсы Михаил Старостин (1955), уҡытыусы, шағирә Фирүзә Абдуллина (1961) һ.б.
Иҫкә алайыҡ. 2003: Вәлиева Баныу Нурғәли ҡыҙы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы.
Бөгөнгө көндөң рәсми булмаған байрамдары:
Лотереяның тыуған көнө
Ҡышҡы урманды ҡыҙырыу көнө
Һаранлыҡ менән көрәш көнө һ.б.
Февраль: “Һыйырҙың мөгөҙөн һындырыр инем, көнөм генә ҡыҫҡа шул...” тигән ти. Ысынлап та тышта шаҡылдап торған шаҡай һыуыҡтары, һепертмә бурандары. Шулай ҙа иң ҡыҫҡа айҙың ҡып-ҡыҫҡа эш аҙнаһы башланды – март айына тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалды...
Читайте нас: