ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Телде һаҡлап ҡалһаҡ ҡына, ил ҡалыр

Наҙгөл ИҪӘНОВА, 7-се класс уҡыусыһы.Уҡытыусылар дәрестә генә түгел, башҡа ваҡытта ла матур итеп үҙ телебеҙҙә һөйләшә икән, бала ла теленә ҡарата вайымһыҙ булмай. Һүрәттәге Ғүзәл Шәһәдәт ҡыҙы Ғәббәсова, Миләүшә Дамир ҡыҙы Яманһарина, Рәсимә Хәйҙәр ҡыҙы Ғәббәсова, Гүзәлиә Вәғиз ҡыҙы Кинйәбулатова, Айһылыу Ғәйфулла ҡыҙы Үтәшева нәҡ шундайҙарҙан. Мин уларға һоҡланып ҡарайым, нәҡ уларҙың уҡыусыһы булыуым менән ғорурланам. Улар үҙ өлгөһөндә Тыуған илебеҙгә, телебеҙгә, тарихыбыҙға тоғролоҡ, һөйөү тойғоһо тәрбиәләй. Ошо маҡсатта донъя күргән районда сыҡҡан берҙән-бер башҡорт баҫмаһы "Көнгәк" гәзитен таратыуҙа ла уларҙың роле ҙур. Уларға ҡарап, беҙ ҙә уҡыйбыҙ, яҙышабыҙ, беҙҙең мәктәп уҡыусылары ижадын ғына яҡтыртҡан махсус бит тә сығарыла килә! Был тарафта уҡыусыларҙы ла, ата-әсәләрҙе лә әүҙемерәк булырға саҡырам. Март аҙағына тиклем генә "Көнгәк" гәзитенә арзаныраҡҡа яҙылырға була.

Яҙ байрамы - ҡатын-ҡыҙҙар көнө - үтте. Уны халыҡта Әсәйҙәр байрамы тип тә йөрөтәләр. Ошоға бәйле күңелдә шатлыҡ тула, рәхмәт һүҙҙәре урғыла. Һәр бала өсөн иң ғәзизе - әсәй, унан да яҡын, ҡәҙерле кеше юҡ донъяла. Әсәй кеүек яғымлы, хәстәрлекле, беҙҙе белем иленә әйҙәгән уҡытыусыларыма ла рәхмәтем сикһеҙ минең.
Уҡытыусы һөнәре - ул бик яуаплы һәм ауыр һөнәр, тип уйлайым. Уҡытыусының һөнәри оҫталығы, белеме генә түгел, уның мөнәсәбәте лә белемде үҙләштереүгә, фәнде яратырға булышлыҡ итә. Ғүзәл Шәһәдәт ҡыҙы Ғәббәсова, Миләүшә Дамир ҡыҙы Яманһарина, Рәсимә Хәйҙәр ҡыҙы Ғәббәсова, Гүзәлиә Вәғиз ҡыҙы Кинйәбулатова, Айһылыу Ғәйфулла ҡыҙы Үтәшева дәрестәре бик мауыҡтырғыс үтә. Дәрестә лә, тәнәфестә лә матур итеп үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ. Мин уҡытыусыларыма һоҡланып ҡарайым, нәҡ уларҙың уҡыусыһы булыуым менән ғорурланам. Улар үҙ өлгөһөндә Тыуған илебеҙгә, телебеҙгә, тарихыбыҙға тоғролоҡ, һөйөү тойғоһо тәрбиәләй. Улар кеүек уҡытыусылар күберәк булғанда телебеҙ ҙә, илебеҙ ҙә, тарихыбыҙ ҙа киләсәктә һаҡланыр, тип уйлайым.
Хөрмәтле уҡытыусыларым, рәхмәт һеҙгә, тағы оҙаҡ йылдар киләһе быуынға үрнәк булып, изгелек сәсегеҙ әле.
Наҙгөл Иҫәнова, 7-се класс уҡыусыһы.
Читайте нас: