Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

ҺУҒЫШ һәм МӨХӘББӘТ

- Һуғыштан ҡайтҡан йыл уҡ өйләнештек беҙ, ҡыҙым. Уның менән ун алты йәштән бергәләп ер һөрҙөк, иген сәстек, баҫыуҙан көлтә ташыныҡ.

- Һуғыштан ҡайтҡан йыл уҡ өйләнештек беҙ, ҡыҙым. Уның менән ун алты йәштән бергәләп ер һөрҙөк, иген сәстек, баҫыуҙан көлтә ташыныҡ. Мин шул көлтәләрҙе арбаға тейәйем, ул үгеҙҙе етәкләп бара. Бер-беребеҙҙе ныҡ үҙ итә инек. Мөхәббәт тураһында артыҡ һөйләшеп тә барманыҡ кеүек. Мин әрмегә киттем, унан инде һуғышҡа алындым. Ут эсендә йөрөгән саҡта уның мөхәббәте, тоғролоғо ғына һаҡлап йөрөттө. Ете йыл ситтә йөрөнөм бит. 1944 йылда әрмегә алынғайным, һуғышты үтеп, ауылға 1951 йылда ғына әйләнеп ҡайттым. Ул ошо оҙаҡ ете йыл буйы мине көттө, хаттар яҙҙы. Башҡа егеттәрҙе үҙ итмәне, мин дә бүтәндәргә ҡараманым.
Алтмыш өс йыл бергә йәшәнек, ете бала үҫтерҙек. Бергә тарттыҡ донъяны, бергә таптыҡ, бергә яптыҡ инде. Айырылышыу тигән уй башыбыҙға ла инеп сыҡманы. Төрлө саҡ булды, әммә түҙҙек. Күберәк ул түҙҙе. Баҡыйлыҡҡа күскәненә ете йыл булды, ошо ете йылда донъям бөтөнләй үҙгәрҙе, нуры, йәме китте. Бына шулай....
Читайте нас: