Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Йәгеҙ әле, кемегеҙ сосораҡ икән?

Уйын Башҡорт тарихы йылына арналды

Үрге Юлдаш ауылында Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арнап “Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны ойошторолдо. Илһөйәрҙәр үҫтереү буйынса әҙерләнгән сара Башҡорт тарихы йылына бағышланды. Шарттар менән танышҡандан һуң балалар өс командаға бүленеп “Кем сосораҡ?”, “Кем башлыраҡ?” турҙарында ҡатмарлы һорауҙарға кемуҙарҙан яуап бирҙе. Төрлө өлкәлә үҙҙәрен һынап ҡараны, республика географияһы, ҡалалары, яҙыусылар, матбуғат баҫмалары тураһында белемен барланы, тәңкә йыйҙы. Был уйында “Алға” (Заһиҙуллиндар ғаиләһе) командаһы отҡорораҡ булды. Улар беренсе урынға сыҡты. “Серле йондоҙҙар” (Туҡтамышевтар) һәм "Асҡаровтар" командалары ла уларҙан ҡалышманы. Уйын аҙағында ҡунаҡтарға иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Сараны ойоштороуҙа матди яҡтан ярҙам күрһәткән спонсорҙарыбыҙға, Гөлсөм һәм Юнир Кулгуниндарға, тирмә ҡороусыларыбыҙға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Ошонда уҡ «Башҡортостан тарихы көҙгөһөндә» тип исемләнгән китап күргәҙмәһе эшләне.
Гөлирә ИШҺАРИНА.
Фотолар архивтан.
Читайте нас: