Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Февраль 2022, 12:40

"ХАТА" (поэма) Афғанстанда интернацональ бурыс үтәп һәләк булған ватандаштарыма арнайым

Үлем өсөн Аҡыл кәрәкме ни –Үлем үҙе бөйөк Аҡылдыр!Уға Ерҙәмәсхәрәнән ялҡҡан,Ғазаптарҙан ялҡҡан яҡындыр.Үлем үҙе Бөйөк Аҡылдыр.

"ХАТА" (поэма) Афғанстанда интернацональ бурыс үтәп һәләк булған ватандаштарыма арнайым
"ХАТА" (поэма) Афғанстанда интернацональ бурыс үтәп һәләк булған ватандаштарыма арнайым

Мин был хаҡта күптән яҙам, тинем,
Мин был хаҡта бүтән яҙмаҫмын.
Йән әрнеткес әсе хәҡиҡәтте
Ҡырҡ тылҡырға тағы баҙмаҫмын.

Мин был хаҡта күптән яҙам, тинем,
Мин был хаҡта бүтән яҙмаҫмын.
Ил ерләгән аҫыл иркәйҙәрҙе
Күмгән дандың аҫтын ҡаҙмаҫмын.

Ил ерләгән аҫыл иркәйҙәрҙең
Даны менән оҙаҡ маһайҙыҡ.
Һәр быуынын табындырыр өсөн
Заман үҙе герой яһайҙыр.

Беҙ табындыҡ Афған ерҙәрендә
Вафат булған яҡташ батырға.
Ниндәй малай ул мәл теләмәне
« Дошмандарға ҡыйыу атырға»,
« Интернациональ бурыс үтәп»,
Күкрәк киреп, илгә ҡайтырға.

Ҡыуылдылар совет һалдаттары
Эҙ ҡалдырып алыҫ Афғанда.
Атайсалда ҡалҡҡан ҡәберҙәге
Йәш ҡайындар бойоҡ баҫҡандар…

Ҡыуылдылар совет һалдаттары
Ҡырыҫ, ҡыҙыу, ажар Афғандан.
Тик билдәһеҙ әсир хәлкәйҙәре –
Әллә һуйған, әллә аҫҡандар?..

Әсирҙәрҙең хәле билдәһеҙ ҙә,
Әсәләрҙең хәле билдәле.
Билдәһеҙлек, ауыр бер йөк булып,
Иҙә генә, бөгөп билдәрен.

Был сәйәси хата булған, тиҙәр.
Һуғыш булған, тиҙәр аңһыҙҙан.
Гүйә, яңылыш ҡыҙыл айҙар ҡалҡҡан,
Гүйә, яңылыш ҡанлы таң һыҙған.

Был сәйәси хата булан, тиҙәр.
Хаталанған, бәлки, әсәлер?
Яуҙа үлгән улын оноталмай,
Йәшелсәһен артыҡ сәсәлер,
Икмәген дә артыҡ бешерәлер,
Мунсаһын да ҡыҙыу яғалыр.
Һәм йыл һайын,
Ҡайтҡас кейер, тиеп
Туҙан баҫҡан тунын ҡағалыр…

I

Яңғыҙ улың, Әсә, уйлағандыр:
« Һуғыш нимә беҙҙәй батырға!
Дошмандарҙы пыран-зыран иткәс,
Ҡайтырбыҙ беҙ илде байытырға!»
Ә унда –
Баҫҡан һайын ергә –
мина боҫҡан,
Ҡайҙа баҡма –
көбәк тоҫҡалған.
Уҡшып-уҡшый дошман автоматы,
Көйгән үлән күптән төҫ һалған…

Көндән-көнгә сафтар һирәгәйә,
Әсир төшә, вафат булалар.
( Ике йылдан
иҫән ҡалғандарҙы
Һаташтырыр мәхшәр-болалар…)

Ә әлегә сафтар тулалар…

Иләнһә лә сафтар, илем йомарт,
Йомарт инде совет илебеҙ.
Афған дуҫты ҡурсыр һалдаттарҙы
Төйөп бөтмәҫ үлем- килегеҙ.

Ҡорбандарҙы илгә оҙатҡанда
Төйөр өттө һалдат алҡымын.
« Тағы нисә быуындарға етер
Был файҙаһыҙ һуғыш шауҡымы?»

Бала-саға ситтән таш бәргәндә,
Пәрәнжәләр яһил көлгәндә
Аңлап булмай – кемде яҡлашырға,
Кем бөлдөрә, кемдәр бөлгәндәр?

Аңлап булмай – ҡотолғоһоҙ дошман
Кинәнеп тә үлем өләшә.
Танһыҡ тапмай сәйер килмешәктән
Ҡырын ҡарап, ҡарттар һөйләшә.

* * *

Аһ, Кандагар, аҙ булдымы ҡандар,
Көнгә нисә башты киҫәһең?
Аһ, ҡомло ел, күҙгә ҡан һауҙырып,
Һин дә, йәнһеҙ, әрһеҙ иҫәһең!

Аһ, Кандагар, аҙ аҡтымы ҡандар,
Ҡорбан көҫәп, нәфсең ҡотора.
Аңғармаҫтан килеп сыҡҡан дошман
Сабыйҙарҙан ҡан-йәш йоттора.

Та-та-та-та…
Ҡояш саңға бата,
Көйрәй кейем, көйрәй ҡоралдар.
Моджахеттар (хәҙер шулай тиҙәр!)
Хәйлә менән ауҙар ҡорғандар!

Тынды ҡурған әсе ҡыҙыу тупраҡ
Ҡыҙыл ҡанға ҡуша болғанған.
Йәнселгән тән, ҡыйылған йән менән
Әйтерһең, бар донъя солғанған.
Төнөн арҡа терәп йоҡлаған дуҫ
Иртәгәһен ята ҡанһырап.
Яраланған йыртҡыс һымаҡ тулап,
Һыҙланыуы тора яңғырап…

Һыҙланып та ғына, ыҙаланып,
Тартҡылашып ятып үлгәндер.
Йөрәк баҫҡан ҡайғы аша һарҡҡан
Күҙ йәшеңде, егет, бүлгәндер
Ҡолаҡ төптәрендә шашҡан шартлау,
Ҡолаҡ ярған әрнеү, ҡысҡырыш!
Һинең өсөн ошо тамуҡ –
һуңғы.
Һуңғы алыш…
Һуңғы ҡымғырыш…

* * *

Дошман уҫал, дошман бик рәхимһеҙ!
Ҡулда тулай ярһыу автомат!
Ҡыҫымдарға түҙмәй, кем сигенә,
Йүгән өҙгән йүнһеҙ ат һымаҡ?

Ана, кемдер һыҡтап, ыңғыраша!
Был бит …
Был бит беҙҙең командир!
Яралыны яуҙа ташлап китмәҫ,
Намыҫы булһа, хатта яман ир!

Егет йөкмәп хәлһеҙ командирҙы
Сыҡмаҡ булды утлы ҡулсанан.
Тирә-яҡта атыу ныҡ көсәйә,
Ғазраилдар, гүйә, ҡул саба!

…Етеҙ пуля тәүҙә ҡулын өттө,
Унан тетте батыр күкрәген.
Йәшләй генә һалдат йән биргәндә
Йәшен телеп, Урал күкрәне…

II

Ул тыуғанда тауҙар йәшәргәйне,
Ул тыуғанда сәхрә йәнләнде.
Ярҙы ярып, боҙҙар ҡуҙғалғанда
Ҡайын һуты һөттәй тәмләнде.

Ул үлгәндә тауҙар йәшәргәйне,
Ул үлгәндә сәхрә йәмләнде.
Тын алғандай боҫрап ятҡан ҡәбер
Йәш сәскәнән баҙлап, йәнләнде…

Цинк табутта ҡайтып төштө һалдат,
Үҙ аяғы менән киткәйне.
Юл сатында ҡалған әсәһенә
Тере йәнен вәғәҙә иткәйне.

Ҡором кеүек әсә сәскәйҙәре
Көмөшләнде бары бер көндә.
Йөрәгеңә бер аҙ еңел булыр,
Ила, Әсә, ҡайғың бөркән дә!

Ила, Әсә, ҡыҙған күңел баҫылыр!
Ташласәле үткер балтаңды!
Тағы күптәр Афған тамуғында
Күралманы бөгөн ал таңды!

Ташласәле үткер балтаңды һин –
Цинк табутты ҡарғап, ҡайырма!
Хыялыңдан ғәзиз улғынаңдың
Алсаҡ йөҙөн, һынын айырма!

Ниңә һиңә серек, һаҫыҡ кәүҙә?
Балаң һинең матур ине бит!
Киткәнендә көлөп:
«Һин һау булһаң,
Мин бирешмәм, әсәй», – тине бит!

III

Тәғәм ризыҡ ҡапмаҫ Әсә илай,
Балаһының ҡосоп ҡәберен.
Кисералмай Әсә ят тарафта
Ят халыҡтың биргән йәберен.

Кисералмай Әсә
тыныс илгә
Йәҙрә ҡорбандары ҡайтҡанды.
Кисералмай сабый ғүмерҙәрен
Ялған дуҫҡа йәнһеҙ һатҡанды.

Әрнеүҙәрҙән йөрәк һуты һарҡты…

Бер мәл улының тауышын ишетте!

Шул бер тауыш, көслө тетрәндереп,
Бер ҡайғыһын уның биш итте…

Күҙҙе быуған ҡара шомло төндә
Түшәм ярып төштө балаһы!
Өнһөҙ баҡты ҡара янған йөҙө,
Әйткән кеүек : « Тағы ҡалаһың…»

Әйткән кеүек! Әсә һикереп торҙо:
« Юҡ, ҡалмайым, балам, мин китәм –
Ҡурсаларға китәм һине, балам,
Изгеләргә һине тиң итәм!…
Изгеләргә генә тиңәшеп беҙ
Фәрештәләр булып осорбоҙ.
Ус төбөндәгеләй күренер беҙгә
Күктән йәмһеҙ, ғибрәт осоробоҙ!»

« Юҡ, ҡалмайым!» – Әсә, ҡулын һуҙып,
Балаһына табан уҡталды.
Йылы тәнде түгел, таш стенаны
Ҡосаҡлағас ҡына туҡталды…

* * *

Биреште шул Әсә ошо төндән…
Тәүҙә иҫһеҙ кеүек йөрөнө.
Унан ҡапыл көлөп ебәрҙе лә,
Тағы ҡуйҙы тәрән көрһөнөп.

Тағы көлдө, эй ҡысҡырып көлдө
Ҡыҙ саҡтағы сая көс менән;
Ғәжәпләнеп, күрше-күлән инһә,
Һамаҡланы сәйер төҫ менән:

« Китәм инде, китәм инде,
Китәм инде ҡалағыҙ.
Һеҙ ҙә китер инегеҙ ҙә,
Саҡырмай шул балағыҙ!»

Китәм инде, китәм инде, тиеп
Йырлап үтте Әсә ауылдан.
Сәпәкәйләп, өйөрөлөп йөрөнө,
Сәсе туҙғып йәйге дауылда…

* * *

Кәүҙәнән йән осоп китә, тиҙәр –
( Берәү була үлгән ҡайғыһы…)
Ә кәүҙәнән Аҡыл осоп китһә –
Әсерәге уның ҡайһыһы?

Йәнде көтә күктә үҙ донъяһы –
Ожмах, тамуҡ уның урыны.
Ә Аҡылдың бәрелер ярҙары юҡ,
Йәндән, тәндән сыҡһа һурылып.

IV

Эңер төшкәс, Әсә сәсен тарай,
Күҙ һалғылап һырлы көҙгөгә.
« Төпкә батҡан икән күҙкәйҙәрем,
Һарғайған да икән йөҙгөнәм».

Бармаҡ менә яҙғас Әсә сәсен,
Толомона тараҡ батырҙы.
Күҙ алдында көҙгө
берсә тоноп,
Берсә балҡып,
берсә яҡтырҙы.

Күҙ алдында шунан пайҙә булды
Алһыу йөҙлө сибәр йәш ҡатын.
Ирекһеҙҙән Әсә күңеле тулды,
« Мин – Аҡылың һинең! Мин ҡайттым!

Мин Аҡылың һинең, зиһенең һинең,
Мин хәтерең һинең, бахырҡай.
Кешеләрҙә кеше ҡәҙере юҡ,
Кеше көлә
булһа аҡыл һай…»
Ә с ә. Әлдә килдең, хәҙер беҙ бергәләп
Китербеҙ, тим балам янына.
А ҡ ы л. Ҡайҙа китәң?
Шул бер уйың ғына
Һеңгән икән һинең ҡаныңа!

Бер һинме ни цинк табутты алған,
Бер һинме ни төндәр уфтанған?
Ажар Афған тамуҡтары күпме
Ғаиләләргә һүнмәҫ ут һалған!

Ә с ә. Эй, Аҡылым, кемгә ғәзиз түгел
Йөрәк ярып сыҡҡан балаһы?
Тура һүҙең менән күңелемә
Услап-услап тоҙҙар һалаһың!

А ҡ ы л. Атаң да бит һуғыш бөткәс ҡайтып,
Яраларҙан мандый алманы.
Әсәң түҙҙе, тешен ҡыҫып түҙҙе,
Ире үлгәс, баҙап ҡалманы.

Ә с ә. Атам минең төҫтө күрмәй үлгән…
А ҡ ы л. Күрмәгәне, тиген хәйерле!
Ошо көндө күрһә, ошо мәлде!
Бар тарафта күреп сәйерлек

Түҙмәҫ ине уның йөрәккәйе,
Түҙмәҫ ине уның аҡылы.
Иҫәрләнеп, бәлки, китмәһә лә,
Үлер ине, бәлки, аҫылып…

Ә с ә. Шул тиклем дә тормош рәхимһеҙме?
Ниңә улай ҡаты бәреләң?
А ҡ ы л. Бөгөн беҙҙә алға йырып сыға
Йә хәйләкәр йәки һереләр.

Мин бит һине ташлап сығып киткәс,
Тамашаға бик күп юлыҡтым.
Күрҙем –
кемдәр ас-яланғас йонсой,
Кемдә икәнен күрҙем муллыҡтың.

Һинең атаң ише ветеранды
Һөйрәп алып тығыҙ сираттан
Миҙалдарын йолҡоп, туҡманылар
Күңел асҡан йәмһеҙ ир-аттар.

Ул ирҙәрҙең береһе ҡарт битенә:
« Коммунист! – тип аҡырып, төкөрҙө, –
Беҙҙе түгел немец, һеҙҙе ҡырған!» –
тип асыуын уға төшөрҙө.

Икенсеһе әйтте:
«Большевиктан
Немец ҡотҡарырға тырышҡан.
Улар еңһә, беҙҙә ошо мәлдә
Булмаҫ ине йыртыҡ бер ыштан!»

Ә с ә. Ҡуй, һөйләмә, тәнем йыйырыла.
Зитҡа тейә һинең һүҙҙәрең.
А ҡ ы л. Ни күргәнде түгеп һалыу фарыз –
Бәлки, асылыр һуҡыр күҙҙәрең!

Шул һуҡырлыҡ касафаты менән
Кавказда ла ҡаты яу ҡупты.
Туғандарҙың ҡанға туҙыныуын
Туҡтатырға күпме тау упты!

Ер упты бит шашҡан бәндәләрҙе!
( Шаштырғанды ғына ер упмай!)
Илде иләп, дер һелкеткән бәндә
Ил яҙмышын яҙмай, сер уртлай.

Ир яҙмышын түгел, ил яҙмышын
Дан һөйгәндәр оҙаҡ хәл итте.
Афғанстанда илбаҫарҙар итте,
Үҙ илендә меҫкен йән итте.

Ә с ә. Улым – Герой! Мәктәп әлегәсә
Ғорур йөрөтә уның исемен!
А ҡ ы л. Күрмәнеңме? Төндә кемдер йыртҡан
Мәктәптәге уның рәсемен!

Ә с ә. Йыртҡандармы?!
( Әсә, йөҙөн ҡаплап,
Сүгәләне көҙгө алдына).
Улҡайымды ике үлтерҙеләр,
Ике тапҡыр утҡа һалдылар…

А ҡ ы л. Бөтөрөнмә, әйтәм бит мин һиңә –
Бөгөн һиңә хистәр ят булһын.
Заман шырлыҡтарын йырған саҡта
Сабырлығың һиңә ат булһын.

Ә с ә. Битен йыртам балам битен йыртҡан
Ул бәндәнең!
Кем һуң ул – һөмһөҙ!

А ҡ ы л. Мин күрмәнем…
Улың – телһеҙ шаһит.
Йыртыҡ һүрәт улың.
Ул – өнһөҙ…

Ҡайһы Аҡыл
тәндә, йәндә көйө
Кешеләрҙе юлдан яҙҙыра.
Иблестәргә тоғро ҡолдар итеп,
Байлыҡ һоноп, алдап, аҙҙыра.

Яһил аҡыл власлы йәндә булһа,
Зар илатыр халҡың, илеңде!
Аҡыл һатҡан зәғиф аҡыллылар
Һанға һуҡмаҫ зирәк тилеңде…

Ә с ә. Туҡта, Аҡыл, ауыр хәбәрҙәрҙән
Башым тубал… Мин ныҡ арыным…
А ҡ ы л. Улай булһа –
Таңға хәтлем китәм.
Йоҡла инде, уйҙан арынып.

* * *

Аҡыл китте. Әсә туҙған сәсен
Сәсеп ятты һалҡын мендәргә.
Эс-бауырын өҙгән һағыш булһа
Йоҡо килер төндә кемдәргә?

Усын ҡыҫып сәнскән йөрәгенә
Әсә баҡты тоноҡ түшәмгә.
Күҙ алдында сәхрә йәйрәп китте!
Унда ҡыҙыл еләк түшәлгән!
Унда улы ҡыуа күбәләкте,
Унда Әсә ҡыуа балаһын!
Хәҙер әйтмәҫ бала, ҡара көйөп:
« Әсәй, минән тағы ҡалаһың..»

Үлем өсөн Аҡыл кәрәкме ни –
Үлем үҙе бөйөк Аҡылдыр!
Уға Ерҙә
мәсхәрәнән ялҡҡан,
Ғазаптарҙан ялҡҡан яҡындыр.
Үлем үҙе Бөйөк Аҡылдыр.

© Тәнзилә Дәүләтбирҙина.
1990 йыл.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: