Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

ОЛАТАЙЫМ – ВЕТЕРАН

Олатайым батыр булған, Дошманды ҡыуған илдән. Фашистарҙы тар-мар итеп, Ҡайтҡан ул Еңеү менән.

ОЛАТАЙЫМ – ВЕТЕРАН
ОЛАТАЙЫМ – ВЕТЕРАН

Дошман баҫып ингәс илгә

Ҡол итмәк булып беҙҙе,

Олатам киткән һуғышҡа

Һаҡларға тыуған ерҙе.

Ут-ямғыры яуған күктән,

Янған ауыл-ҡалалар.

Азатлыҡ тип башын һалған

Бик күп ата-бабалар.

Олатайым батыр булған,

Дошманды ҡыуған илдән.

Фашистарҙы тар-мар итеп,

Ҡайтҡан ул Еңеү менән.

Бөгөн олатай ауылда -

Һуңғы тере ветеран.

Орден-миҙалдарын ҡарап,

Мин уйланып ултырам.

Еңеү көнөн ҡаршылайбыҙ

Мәңгелек ут янында.

Тарих онотолмаҫ әле

Беҙ – ейәндәр барында. (З.Ҡотлогилдина)

 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: