Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Мәләүездең Почетлы гражданы

«Мәләүез район-ҡалаһының Почетлы гражданы» исеменә лайыҡ булған яҡташыбыҙ Сергей Иванов 1950 йылдың 29 мартында Крадин - Михайловка ауылында тыуған.

Мәләүездең Почетлы гражданы
Мәләүездең Почетлы гражданы

«Мәләүез район-ҡалаһының Почетлы гражданы» исеменә лайыҡ булған яҡташыбыҙ Сергей Иванов 1950 йылдың 29 мартында Крадин - Михайловка ауылында тыуған.

1965-1967 йылдарҙа Салауат ҡалаһының 26-сы һөнәри-техник училищеһында уҡый. Хеҙмәт юлын 1967 йылда Салауат нефть-химия комбинатында башлай. 1976 йылда Өфө нефть университетында «Тау инженеры» һөнәрен үҙләштерә.

1976-1983 йылдарҙа «Сахалиннефтегаз» ойошмаһында эшләй, 1983 йылда Ҡырым Халыҡ Республикаһына, 1989 йылда нефть сәнәғәтен үҫтереү өсөн Вьетнамға саҡырыу ала.

2002 йылда «Ҡырым Автономлы Республика Советы» министры итеп тәғәйенләнә. 2002-2003 йылдарҙа хеҙмәт юлын «Черноморнефтегаз» акционер ойошмаһында, 2003-2017 йылдарҙа «Ырымбургазпром»да генераль директор вазифаһында  дауам итә. 2017 йылдан алып бөгөнгә тиклем Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетында уҡыта. «Рәсәй Федерацияһы нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре», «Газпром» асыҡ акционерҙар ойошмаһының маҡтаулы хеҙмәткәре, «Ырымбур районының маҡтаулы гражданы» һәм башҡа бик күп маҡтаулы исемдәргә эйә яҡташыбыҙҙың тыуған төйәге үҫешенә индергән өлөшө лә ҙур.  

Сергей Ивановичтың ярҙамы менән Столяровка ауылында ғибәҙәтхана һәм бәләкәй сиркәү төҙөлә,  газ торбалары сафҡа инә, ауылға ингән урамға, зыяратҡа илткән юлға асфальт һалына, балалар майҙансығы ҡуйыла. 2019 йылда 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 175 Столяровка ауылы ҡаһармандарына мемориал асыла.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.

Фото архивтан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: