Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
3 Февраль 2023, 16:35

Күмәк көс менән һалдаттарға ярҙам итәбеҙ

Райондың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы, өлөшләтә мобилизация башланғас, беренселәрҙән булып «Рәсәй яугирҙәренә» хәйриә акцияһын иғлан итте. Ул хәрби әҙерлек пункттарындағы һәм  махсус операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторолдо. Сентябрҙән алып йыл аҙағынаса гуманитар тупланма даими ебәрелде һәм яҡташтар Ватан һағындағы ир-егеттәрҙе бөгөн дә ярҙамдан ташламай. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Виктор ДМИТРИЕВ менән ҡорған әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

Күмәк көс менән һалдаттарға ярҙам итәбеҙ
Күмәк көс менән һалдаттарға ярҙам итәбеҙ

Райондың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы, өлөшләтә мобилизация башланғас, беренселәрҙән булып «Рәсәй яугирҙәренә» хәйриә акцияһын иғлан итте. Ул хәрби әҙерлек пункттарындағы һәм  махсус операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторолдо.

Сентябрҙән алып йыл аҙағынаса гуманитар тупланма даими ебәрелде һәм яҡташтар Ватан һағындағы ир-егеттәрҙе бөгөн дә ярҙамдан ташламай. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Виктор ДМИТРИЕВ менән ҡорған әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

- Виктор Андреевич, һөйләшеүҙе башлар алдынан изге ғәмәлгә башланғыс һалған һеҙгә, ойошма вәкилдәренә һәм миһырбанлы яҡташтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Һуңғы хәлдәр мәләүездәрҙең дә асылын күрһәтте, шулаймы?

- Мәләүездәрҙең генә түгел, илебеҙ, республикабыҙ халҡының берҙәмлеген күрҙек һәм уны бөгөн дә тоябыҙ. Һалдаттарға яҡын-тирә район һәм ҡалаларҙан да ярҙам ҡулы һуҙғандар бик күп. Бөтөнләй таныш булмаған кешеләр ҙә бәйләнешкә инеп, беҙҙе адрес буйынса табып йә телефон аша  ниндәй ярҙам кәрәклеге хаҡында һорашып, хәрбиҙәр өсөн кәрәкле әйберҙәр килтерҙе. Уларҙың барыһына ла изге ғәмәлдәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ.

- Ойошманың килтерелгән әйберҙәрҙе йыйыу, теркәү һәм башҡа бик күп мәшәҡәттәрҙе хәл итеүгә көс һалыуын беләбеҙ.

- Эйе, һәр кәрәк-яраҡ махсус исемлеккә теркәлеп барҙы, бөгөн дә шулай дауам итә. Был эш тәүге көндәрҙән яйға һалынған. Пензалағы һәм башҡа ҡалаларҙағы хәрби әҙерлек пункттарындағы ир-егеттәргә, офицерҙарға, Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальондағы хәрбиҙәргә ярҙам күрһәтелде. Ил һаҡлаған яҡташтарыбыҙҙың береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

- Һеҙгә ҡасан ғына барһаҡ та, һәр ваҡыт ойошма вәкилдәренең ир-егеттәргә алып барыласаҡ ылауҙы тулыландырыу менән мәшғүл ваҡытына тура киләбеҙ. Аңлауымса, эшегеҙ бер минутҡа ла туҡтап тормай...

- Эйе, кешеләр көн һайын әйбер килтерә, шулай булғас, беҙҙең эш тә туҡталып тормай. Ил һағындағыларға күп кәрәк-яраҡты үҙебеҙ йүнләйбеҙ, ойошма сығымдарға һәм башҡа мәшәҡәттәргә бәйле күп мәсьәләне хәл итеү юлын барлай. Һәр яугир яҡташтар ярҙамын тойһон өсөн тырышабыҙ.

- Тупланмаға нимәләр инә? Бөгөн ниндәй әйберҙәр килтерергә мөмкин?

- Эске кейем, шәхси гигиена әйберҙәре, йәғни бер тапҡыр ҡулланыла торған ҡырынғыс, таҫтамал, еүеш салфетка (ҙур ҡаптағы), ҡырыныу өсөн һәм ҡырынғандан һуң һөртә торған крем, шыйыҡ һабын, теш пастаһы һәм щеткаһы, антибиотик, ауыртыуҙы баҫыусы дарыуҙар, йод һәм медицина салфеткалары, шулай уҡ портатив газ плитаһы, балаклава, хоба (аҫҡа һалып ултырыу өсөн ҡулланыла), тәмәке, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, бал, сәй, ҡәһүә, шәкәр, татлы ризыҡ. Яҡташтар яҙған өсмөйөшлө хаттар һәм балалар төшөргән рәсемдәр ҙә һәр һалдат янсығында урын ала.

- Һалдаттар менән бәйләнештәһегеҙме?

- Әлбиттә, уларҙың сәләмен ҡабул итеп, үтенес-мөрәжәғәте буйынса ярҙам итеп, яҡташтарға ил һағындағыларҙың рәхмәтен еткереп торабыҙ.  

- Виктор Андреевич, хәрбиҙәргә ярҙам итергә теләгәндәргә әйберҙәрҙе ҡайҙа килтерергә кәрәклеген тағы бер тапҡыр яҙып үтәйек әле.

- Кәрәк-яраҡ 31-се биҫтәлә урынлашҡан 3-сө йортта көн һайын иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 3-кә тиклем ҡабул ителә. Минең менән 8-9033518992 телефоны аша шылтыратып, бәйләнешкә инергә мөмкин.

- Әңгәмә өсөн рәхмәт!

Лена ХӘЙРУЛЛИНА әңгәмәләште.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: