Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Иҫтәлеккә ҡалһын, тинек

Бөйөк Ватан һуғышына Ҡотлобулат ауылынан ил һаҡларға  китеп, сит яҡтарҙа 38 яугир башын һалған.

Иҫтәлеккә ҡалһын, тинек
Иҫтәлеккә ҡалһын, тинек

 

Бөйөк Ватан һуғышына ошо ауылдан ил һаҡларға  китеп, сит яҡтарҙа 38 яугир башын һалған. Ауыл старостаһы Рәжәп ағай Йыһаншин әйтеүенсә, Моратшиндар, Мөхәмәтшиндар ғаиләһенән генә бишәр кеше немец илбаҫарҙарына ҡаршы ошо ҡанлы һуғышта ятып ҡалған. Ҡотлобулаттар уларҙың батырлығын бер ҡасан да онотмай. Шул ниәттә улар зыяратҡа яңыраҡ яугирҙәрҙең исем-шәрифтәре яҙылған ҡәбер ташы ҡуйған. “Ауыл халҡы  хәйер итеп аҡса йыйҙы. Стәрлетамаҡтан Раян исемле эшҡыуар егет яугирҙәргә ҡәбер ташы өсөн ташлама яһаны, хатта килтереп бирҙе. Ҡалған аҡсаны махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам  булараҡ ебәрҙек ”, -  ти был сараны ойошторған Рәжәп Фәсхетдин улы. Һәйкәлде урынлаштырыуҙа ярҙамға ауыл халҡы ихлас ҡатнашҡан. 6 майҙа туғандарҙы иҫкә алып, Ҡорьән уҡытып, ҡорбан салырға ниәттәре.

 

Фото архивтан.

 

Иҫтәлеккә ҡалһын, тинек
Иҫтәлеккә ҡалһын, тинек
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: