Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Лариса АБДУЛЛИНА:”Илгә тоғро, атай-олатайҙарға рәхмәтле быуын тәрбиәләйек!”

14 июндә Башҡортостан Республикаһы матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары көнө билдәләнде. Һөнәри байрамыбыҙ алдынан журналист, шағир һәм тәржемәсе, “Аҡбуҙат” балалар журналы баш мөхәррире Лариса АБДУЛЛИНА беҙҙең редакцияла ҡунаҡта булды. Уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

 

  • Лариса Хашим ҡыҙы, ошо көндәрҙә “Медиайыйын – 2023” үтте. Һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек: бындай саралар кәрәкме? Ни өсөн?
  • Әлбиттә, ҡәләм оҫталарының, бөгөн халыҡҡа аныҡ мәғлүмәт еткереүселәрҙең үҙ-ара осрашып һөйләшеүе, республика етәкселеге менән осрашыуы бик мөһим. Радий Фәрит улы беҙҙең тармаҡ белгестәре менән даими күрешеп, килеп тыуған мәсьәләләр хаҡында фекер алышып тора. Башҡа төбәк журналистары менән бик тығыҙ аралашабыҙ, бына бындай саралар Рәсәйҙең башҡа яҡтарында юҡ тип әйтерлек. “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһында эшләгән коллегаларым эш хаҡы артыу тураһында ишетеп ҡыуанды, уҙған йылдарҙа район баҫмаларында эшләүселәрҙекен дә арттырғайнылар. Был - беҙҙең эштең матди яғы. Ә икенсе яғы ла бар. Мәҫәлән, тираж, матбуғатҡа яҙылыу хаҡында оҙаҡ һөйләшергә була. Хеҙмәттәштәремә ҡыҙыҡлы материал, аналитика һәр баҫманы, уның электрон вариантын да уҡымлы итә, тип әйтергә теләйем. Уйлы, фекерле, тәрәндән аңлатып яҙған мәҡәләләр, әңгәмәләр күрге килә. Аңлап, яратып яҙыу мөһим, яҙғаныңды үҙең дә уҡымайһың икән йәки башҡа сығанаҡтарҙа был хаҡта мәғлүмәт сығып бөткән икән, һинекенә иғтибар итерҙәрме? Ошо хаҡта ла уйланырға кәрәк. Журналист тәрән  зиһенле булырға тейеш бөгөн! Район гәзиттәрендә эшләгәндәр уҡыусыға бигерәк тә яҡын тора, шуға күрә улар намыҫ, ихласлыҡ тигән төшөнсәләр менән көн һайын осраша. Төбәктәрҙә халыҡҡа ыңғай мәғлүмәт биреп, рухи берҙәмлек һаҡлағандары өсөн рәхмәт!
  • “Аҡбуҙат” балалар журналын етәкләгәнгә тиклемге һөнәри юлығыҙ тураһында һөйләгеҙ әле.
  • 1994 йылда “Йәшлек” гәзите коллективына студенттар өсөн “Майҙан” махсус сығарылышын әҙерләү менән килеп ингәйнем. Йәштәр баҫмаһында шуҡлыҡ та, “хулиганлыҡ” та, саялыҡ та күрһәтә инек. Йәштәргә килешә, сөнки йәш кешенең был донъяға, башҡаларға, власть органдарына, хатта үҙенә лә һорауҙары күп. Беҙҙә матбуғат аша донъяны үҙгәртә алам, тигән ышаныс көслө булды! Ул шулай булырға тейеш тә! Аллаға шөкөр, байтаҡ матур эш атҡарылған. Шәхсән атаҡлы башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тулы шәжәрәһен әҙерләп, уны баҫмала сығарыуға өлгәштем. Тыуған яғы – Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында асфальт юл һалдырыу,  мәктәпкә исем биреү, атаһының ҡәбер ташын яңыртыу, музей булдырыу кеүек ғәмәлдәр барыһы ла тап ошо баҫма менән бергә эшләнде. Журналист үҙе инанған эштә башҡаларҙы ла ышандыра белергә тейеш.

“Башҡортостан” гәзитендә 11 йыл эшләнем. Был - республикабыҙҙы бар иткән иң төп баҫма. Ул - дәүләтселегебеҙ нигеҙе. Бөгөн үҙем өсөн шуны астым, 2020 йылда “Аҡбуҙат”ҡа килгәнсе бар Башҡортостанды йөрөп сығылған, хәҙер республикабыҙҙа ғына түгел, унан ситтә лә мин аяҡ баҫмаған башҡорт ауылы ҡалмаған. Бының менән сикһеҙ ғорурланам. Милләттәштәр танып, мөрәжәғәт итеп торалар. Шағирә, журналист булараҡ ҡулымдан килгәнсә һәр береһенә ярҙам итәм. “Башҡортостан” гәзите киңерәк масштабта фекерләргә, эшлекле һөйләшеү ҡора белергә өйрәтте. Гәзит журналистикаһы телде сарлай, зиһенде байыта, тәрәнерәк фекерләргә өйрәтә.

– “Аҡбуҙат” журналы командаһы тураһында ла фекерҙәрегеҙҙе белге килә. Һеҙҙеңсә, балалар журналының үҙенсәлеге нимәлә?

– “Аҡбуҙат”та балалар өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт иткән кешеләр эшләй. Миңлегөл Тайсина, Миләүшә Ғәйфуллина, Айгөл Ғәбитова – бер нисә китап авторҙары, исемдәре билдәле ҡәләм оҫталары. Улар балалар донъяһын тәрән аңлап ижад итә. Тап шундай рухлы һөнәрмәндәр менән Луганск, Донецк Республикаһы балалары өсөн махсус һандар әҙерләнек. Рәссамыбыҙ Майя Ҡәйүмова балаларҙы матур һүрәттәр менән ҡыуандыра. Беренсе баш мөхәррир, Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева баҫма эргәһендә бик шәп рәссамдарҙы туплаған. Улар - бөгөн дә беҙҙең төп терәгебеҙ.

Рәсәй Хөкүмәте яңы төбәктәр өсөн сығарылған баҫмаларҙы юғары баһаланы, беҙ киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге премияға лайыҡ булдыҡ. Балалар ҙа бик оҡшатты, бәйләнешкә инделәр. Беҙ кескәйҙәрҙе, уларҙың яҡты  киләсәген хәстәрләргә бурыслы. Шуға күрә баҫмаға авторҙарҙы йәлеп иткәндә лә һәр саҡ: “Балалар өсөн яҙығыҙ! Ҡалын китаптарығыҙҙы уҡыусыны бөгөн бергәләп тәрбиәләйек!” – тип әйтәм.

  • Балаларҙа илһөйәрлек тойғоһон нисек тәрбиәләйһегеҙ?
  • Балалар менән осрашҡанда һәр саҡ дүрт мөһим ҡиммәт хаҡында һөйләйем: туған тел, ил, шәхестәр һәм батырҙар тарихы, шәжәрә һәм иман. Был эште квиз форматында ҡорғанбыҙ. Ҡыҙҙар һәм малайҙар бик әүҙем, яратып ҡатнаша. Бөйөк һәм мөҡәддәс тойғолар тураһында балаларға уйын формаһында аңлатһаң, яҡшы һеңә, ҡыуанып ҡатнашалар. Журнал артында ватсаплы кеҫә телефоным да тора. Осрашыуҙарҙың һөҙөмтәһен шунда күрәм, ата-әсәләрҙән смстар килә башлай: “Шәжәрәне нисек төҙөргә була. Ниндәйҙер сайт бар тип әйткәнһегеҙ?”, “Олатаһы тураһында һеҙгә яҙып ебәрергә теләй. Яраймы?” “Балам бер сүрә ятлат тип аптырата, нисек Аллаһ тураһында шулай аңлата алдығыҙ ул?” кеүек һорауҙар бирәләр. Бына ошо һорауҙар, шундай битараф булмаған ата-әсәләр, зирәк балалар барлығын тойоп эшләү – үҙе дәрт өҫтәй! Әле беҙҙе ҙур эштәр көтә – ватаныбыҙҙың ҡеүәтен һаҡлау, шул көслө илебеҙ өсөн илһөйөр балалар үҫтереү. Ошо маҡсаттан сығып та махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә район гәзитен, “Аҡбуҙат” журналын яҙҙырҙым. Был ил һаҡсыларына булған рәхмәтемдең бәләкәй генә тамсыһы!
  • Ентекле яуаптарығыҙ һәм ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Ләйсән СӘЛИХОВА.

Лариса АБДУЛЛИНА:”Илгә тоғро, атай-олатайҙарға рәхмәтле быуын тәрбиәләйек!”
Лариса АБДУЛЛИНА:”Илгә тоғро, атай-олатайҙарға рәхмәтле быуын тәрбиәләйек!”
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: