ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
3 Август 2023, 17:35

Афарин, таныптар!

Бай тарихлы Арыҫлан  ауылында ерле халыҡ үҙенең тәрбиәлелеге, кешелеклелеге, әҙәплелеге, эшһөйәрлеге, иманлылығы менән айырылып тора. Донъя артынан ғына ҡыуып, мәңгелеккә баҡыйлыҡҡа күскән әрүахтар тураһында ла онотмай улар. Ошо көндәрҙә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары өмә яһап иман йорто тирәһендәге кәртәләрҙе буяған. Эш һуңынан ҡорбан мәжлесе үткәрелгән, Аллаһы Тәғәлә ризалығына доғалар уҡылған.

Афарин, таныптар!
Афарин, таныптар!

Таныптар ауылды төҙөкләндереүҙе дауам итә. Ауыл старостаһы Ринат Хәйбуллин шәмбе көнөнә сүкеш, балта, бысҡы, көрәк кеүек эш ҡоралдары менән ауыл ир-егеттәрен саҡырҙы. Сиратта -  мәктәп янын, юлдарҙы рәтләү. Йәшәгән еребеҙҙә  гармония, тәртип булһын, күңелдәрҙә мөхәббәт хөкөм һөрһөн.

Афарин, таныптар!
Афарин, таныптар!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: