ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
22 Август 2023, 12:25

Владимир Путин Рәсәй Флагы көнө менән ҡотланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт флагы көнө айҡанлы видеомөрәжәғәт менән сығыш яһаны һәм илебеҙ триколорын халыҡтар берҙәмлеге билдәһе тип атаны.

Владимир Путин Рәсәй Флагы көнө менән ҡотланы
Владимир Путин Рәсәй Флагы көнө менән ҡотланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт флагы көнө айҡанлы видеомөрәжәғәт менән сығыш яһаны һәм илебеҙ триколорын халыҡтар берҙәмлеге билдәһе тип атаны.

«Рәсәй — мең йыллыҡ тарихы булған ил һәм цивилизация. Беҙҙең дәүләт флагы — ул берҙәмлек билдәһе», — тип билдәләне дәүләт башлығы. Президент шулай уҡ Рәсәй триколорының ил символы булараҡ Петр I дәүерендә ҡулланыла башлауы, 1991 йылдың 22 авгусында йәнә илебеҙ өҫтөнән күтәрелеүе хаҡында һөйләне.

«Был флаг менән бик күп ауырлыҡтарҙы һәм һынауҙарҙы еңеп сыҡтыҡ, әммә, асылда, илебеҙ суверенитетын тергеҙҙек», — тип билдәләне Путин. Ул дәүләт флагының беҙҙе һәр саҡ алға, еңеүгә этәреүенә, Рәсәй данын яҡлауына ышаныуын белдерҙе».

1991 йылдың 22 авгусында РСФСР Юғары Советы «РСФСР-ҙың милли флагын рәсми рәүештә таныу һәм ҡулланыу тураһында» ҡарар ҡабул итә. Документҡа ярашлы, Рәсәйҙең тарихи байрағы (аҡ, зәңгәрһыу, алһыу һыҙатлы флаг) Рәсәй Федерацияһының милли флагы тип таныла. 1993 йылда Рәсәйҙең дәүләт флагы тураһында указ донъя күрә, уның буйынса зәңгәрһыу төҫ — күккә , ә алһыу төҫ ҡыҙылға алмаштырыла. 1994 йылда РФ Президенты Борис Ельцин Дәүләт флагы көнөн байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуя.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнө айҡанлы 22 августа республикала «Берҙәмлек флагы» автоуҙышы ойоштороласаҡ. Ул Өфөнөң Еңеү паркынан башлана һәм «Патриот» хәрби-патриотик паркына тиклем дауам итәсәк.

Акцияла хәрби-патриотик клубтар һәм йәмәғәт ойошмалары ҡатнашасаҡ. Ошо уҡ көндә «Патриот» паркында «Рәсәйемдең триколоры» флешмобын үткәрергә ниәтләйҙәр.

 

https://bash.bashinform.ru/

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: