ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь 2023, 10:10

Изге теләк теләп селтәр үрә Смаҡ ауылы ағинәйҙәре

Смаҡ ауылының ағинәйҙәре аҙна һайын ҡалаға килеп, редакция бинаһында урынлашҡан махсус цехта маскировка селтәре үрә.

Изге теләк теләп селтәр үрә Смаҡ ауылы ағинәйҙәре
Изге теләк теләп селтәр үрә Смаҡ ауылы ағинәйҙәре

Районда һалдаттарға ярҙам күрһәтмәгән бер генә ауыл да юҡтыр. Һәр кем ҡулынан килгәнде эшләргә, ир-егеттәр хаҡында хәстәрлеккә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Был йәһәттән ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә әүҙем һәм берҙәм. Смаҡ ауылының ағинәйҙәре аҙна һайын ҡалаға килеп, редакция бинаһында урынлашҡан махсус цехта маскировка селтәре үрә.

Ауыл халҡы быға тиклем дә яугирҙәрҙе үҙ ярҙамынан ташламаны, хәрбиҙәргә кәрәк-яраҡ йыйып, посылкалар әҙерләп тапшырып торҙо.  

«Уҡыған доғаларыбыҙ, күмәкләп теләгән теләктәребеҙ дошмандың мәкерле ниәтенән ҡотҡарһын, үргән селтәрҙәр балаҡайҙарҙың ғүмерен һаҡлаһын ине», - ти ағинәйҙәр.

 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: