ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
24 Октябрь 2023, 10:10

Ир яҙмышы Тыуған иле менән...

Яугирҙең әсәһе менән һөйләшеүгә үҙемде оҙаҡ әҙерләнем. Башта уның менән бәйләнешкә ингәс әйтәсәк һүҙҙәремде эстән ҡат-ҡат ҡабатлап ҡараным. Шылтыратырға йыйынғас та, тәүәккәллегемде юғалтып, телефонымды бер алдым, бер ҡуйҙым.

Ир яҙмышы Тыуған иле менән...
Ир яҙмышы Тыуған иле менән...

"Илшатым ул саҡта Владивостокта эштә ине. Көн дә үк булмаһа ла, йыш шылтырата торғайны. Бер һөйләшкәндә: «Әсәй, яҡыныраҡ ергә күсергә ине», - тине.

Был һөйләшеүҙән һуң йыш ҡына ҡайта башланы. Яҡынға эшкә күскән тип аңланым, ә ул Тоцк ҡалаһында хәрби әҙерлек үтеп йөрөгән.

Бер көн тағы ҡайтып килде. Машинаһы менән ҡуҙғалып киткәндә, оҙаҡ итеп ҡысҡыртып, хушлашып китә торғайны, был юлы улай итмәне. Оҙатып, өйгә ингәс, паспорты араһында йөрөткән фотомды табып алдым. Улым ни эшләптер уны ҡалдырып киткәйне.

Күпмелер ваҡыт үткәс, телевизор ҡарап ултырғанда, Өфөнән Миңлеғәли Шайморатов исемендәге тәүге батальонды Украинаға оҙатҡандарын күрҙем. Шундағы бер төркөм бәһлеүән ир-егет араһында минең улым да барҙыр әле, тигән уй башыма килһәсе?! Был турала мин һуңынан ғына белдем.       

«Яҡыныраҡ ергә эшкә күсергә ине», - тигәне махсус хәрби операцияға әҙерләнеүе булған инде улымдың. Унда киткәнен белмәнем. Шылтыратыуҙар һирәгәйеп, һағындырып ҡына килде. «Владивостоктан бик йыш хәбәр бирә инең, балам, яҡын урынға күскәс, һағындырып ҡына шылтыратаһың», - тип шелтәләп алдым. «Базаға инеп китһәк, бәйләнеш булмай шул, әсәй. Юғалтма мине», - тип йыуатты. Улымдың һирәк-һаяҡ килгән сәләме шундай танһыҡ ине...

Бер көн таң алдынан ни эшләптер күңелемдә ҡапыл ғына Илшатыма бағышланған шиғыр тыуҙы. Тороп, уны «Улымды эшкә оҙатҡас...» тип исемләп, ҡағыҙға теркәп ҡуйҙым.

Алыҫ-алыҫтарға тағы киттең, улым,

Йөрәккәйем ҡалды теленеп.

Хызыр Ильяс юлдаш булһын һиңә,

Иҫән-имен ҡайт һин әйләнеп.

 

Ниңә икән ризыҡтарың шулай,

Гелән генә ситкә сәселгән?

Һине уйлап, балам, төндәр буйы

Күпме күҙ йәштәрем түгелгән...

 

Ниҙәр генә теләп юраһам да,

Яҙмыштарҙы булмай үҙгәртеп.

Изге доғам ҡурсалаһын, балам,

Насип итһен ҡаршы сығырға йүгереп..."

 

Мәҡәлә тулыһынса гәзиттең 42-се һанында баҫылды.

Фотолар шәхси архивтан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: