ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
13 Ноябрь 2023, 17:25

Беҙ бергә

 Рухи һыналыш, ут-һыу кисергән ир-егеттәрҙе тыныс тормошта  нисек адаптация үтергә?

Беҙ бергә
Беҙ бергә

 

Махсус хәрби операция дауам итә. Күптәр йөрәген усына тотоп, яҡын, ҡәҙерле  кешеһенән яҡшы хәбәр көтә. Бөгөн яҡындарын ҡара ҡайғыға һалып, табутта ҡайтҡан яугирҙәр ҙә, яраланып ҡайтҡандар ҙа бар. Рухи һыналыш, ут-һыу кисергән ир-егеттәрҙе тыныс тормошта ҡабаттан йәшәргә нисек өйрәтергә, уларға нисек адаптация үтергә?

 Яңыраҡ ялға ҡайтҡан офицер менән аралашҡанда ул ҡәҙимге тыныс тормошҡа ҡабаттан өйрәнеүе ҡыйын буласағын аңлап, махсус хәрби операция бөтһә, икенсе ҡыҙыу нөктәгә юлланыу теләген әйтеп ысҡындырҙы. Ә демобилизацияландарға һуғыш мәшхәрен нисек оноторға? Ирекмән булараҡ ике ай дауамында махсус хәрби операцияла һалдаттарға әхлаҡи,  рухи һәм психологик ярҙам күрһәткән Рәфис хәҙрәт Сафиндың әйтеүе буйынса, психологтарға, дин әһелдәренә яугирҙәр менән менән эшләү мөһим, сөнки ул  йәмғиәттә етди проблемаға әйләнеүе мөмкин. Әҙәп, дини тәрбиә аҡһамаһа, бер аҙ еңелерәк булыр ине. “Алғы һыҙыҡта, госпиталдәрҙә йөрөгәндән һуң миндә, яугирҙәр ҡайтҡас өйҙә ни эшләр, тигән һорау тыуҙы. Эйе, ҡорал тотоп бер окопта һуғышҡас (“братья по оружию” тигән термин бар), улар туған кеүек. Ҡайтҡас, ҡараш алмашынасаҡ. Яуға тиклем булған характеры ла үҙгәрергә мөмкин. Ғаилә ағзаларының да үҙ талабы бар. Яҡындары, ғаиләһе һалдаттың күңел кисерешен үҙ иңендә татыясаҡ. Шуға ла уларға сабырлыҡ туплау зарур. Кемдер үҙенә бикләнә, кемдер эскелек менән үҙен  тынысландыра. Шуға ла  киләсәкте күҙаллай  белеү, ҡайтыу менән уларҙы тыныс тормошҡа күнектереү, ҡәҙимге йәшәү рәүешенә индереү, ветерандарҙы бергә туплап, улар менән әңгәмәләр ҡороу, осрашыуҙар үткәреү мөһим. Уларҙың кире ҡулына ҡорал алыу  синдромынан сығарырға ярҙам итергә кәрәк. Ир-егеттәр башкөллө эшкә бирелеп китеп мәшхәрҙе онотһон. Ғаиләле кеше булһа, уҡыу йорттарына, мәктәптәргә осрашыуға саҡырыу ыңғай һөҙөмтә бирәсәк, сөнки үҙенең балаһы алдында ул ярһыу характерын күрһәтмәйәсәк. Уҡыусылар өсөн йәйге лагерҙа сығыш яһағандан һуң, яныма бер ҡыҙ махсус хәрби операцияла булғанымды белеп, атайһың да яугир икәнлеген әйтте. Ҡыҫып ҡосаҡлаған баланың эске кисерештәре мине тетрәндерҙе.

Ғаилә ағзаларына сабыр булырға кәрәк, тип әйткәйнем. Ә сабырлыҡҡа нисек өйрәтергә? Бер яугир аяҡһыҙ ҡалған, ҡулын да ҡырҡырға тип операцияға һалғандар. Ә ҡатынының ғәрип ирен ҡарағыһы килерме? Рөстәм Нәбиевтың ҡатыны кеүек тоғро, сабыр ҡатын булһа бик яҡшы. Хөкүмәткә ветерандарға, инвалидтарға психологик һәм башҡа төрлө ярҙам булдырыу буйынса институт булдырырға кәрәк”, - ти  Рәфис хәҙрәт.

Бөгөн психолог һөнәрен һайлаған көслө заттар бик әҙ, юҡ тип әйтһәң дә була, ә психолог ҡатын-ҡыҙ алдында улар күҙ йәше түгеп илап ултырмаясаҡ. Дини кешеләр, имамдар  ысынлап та психолог та булырға тейеш. Ярҙам һорап, фатиха уҡырға һорай икән, тыныс мөхиттә ҡаршы ал, хәл-әхүәлен һораш, был ситуациянан сығыу юлын күрһәт. Ундай дин әһелдәре махсус хәрби операция зонаһында бармаҡ менән һанарлыҡ. Рухи яҡтан көс биреү өсөн ҡыҙыу нөктәгә яңыраҡ Башҡортостандан Юлай хәҙрәт  икенсегә юлланған.

Яуҙан ҡайтҡандарға битараф булмайыҡ. Дингә, хәҙистәргә таянып, илдәге ваҡиғаларҙы һынау булараҡ ҡабул итеп, яраланып ҡайтҡан батырҙарҙы тыныс тормошҡа ҡайтарыу - һәммәбеҙҙең бурысы.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Һүрәттә: һалдаттарға тәжрибәле психолог ярҙамы кәрәк.

Фото архивтан.

Беҙ бергә
Беҙ бергә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: