ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
13 Ноябрь 2023, 19:35

Йөрәк ҡушыуы буйынса

Әҙәм балаһы күпселек осраҡта үҙенә ауырлыҡ килгәндә Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеп ярлыҡауҙы һорай, ялбара, яҡлау эҙләй. Бөгөнгө көндә барлыҡ ил халҡы афәтле ҡан-ҡойошло ваҡиғаларҙың тиҙерәк туҡталыуын теләй. Әлбиттә, яуҙа ир-егеттәр рухи терәккә мохтаж. Рәфис хәҙрәттең ирекмән булараҡ,  махсус хәрби операцияла ике ай дауамында һалдаттар араһында йөрөп, мораль, психологик ярҙам күрһәтеп ҡайтҡанын ишетеү менән, уның менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.

Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса

Әҙәм балаһы күпселек осраҡта үҙенә ауырлыҡ килгәндә Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеп ярлыҡауҙы һорай, ялбара, яҡлау эҙләй. Бөгөнгө көндә барлыҡ ил халҡы афәтле ҡан-ҡойошло ваҡиғаларҙың тиҙерәк туҡталыуын теләй. Әлбиттә, яуҙа ир-егеттәр рухи терәккә мохтаж. Рәфис хәҙрәттең ирекмән булараҡ,  махсус хәрби операцияла ике ай дауамында һалдаттар араһында йөрөп, мораль, психологик ярҙам күрһәтеп ҡайтҡанын ишетеү менән, уның менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.

  • Рәфис хәҙрәт, нисек махсус хәрби операцияға барырға ниәт иттегеҙ?
  • Мин бер ҡасан да ауырлыҡтан ҡурҡманым, тормошта еңел юл һайламаным. Өфөлә спорт ротаһында тотоп ҡалыу мөмкинлеге булһа ла, һауа десанты ғәскәре хеҙмәтен һайлап алдым: Кавказдағы хәрби конфликт ваҡытында әрме бурысымды үтәнем. Разведкала хеҙмәт иткәс, парашют менән дә һикерергә, көнө-төнө ауыр йөк һөйрәп тау араһында йөрөргә тура килде. Бәләкәйҙән һуғышырға яратмай, бейеклектән, төрлө бөжәктәрҙән ҡурҡа торғайным. Кавказға хеҙмәткә эләккәс, парашют менән һикерергә кәрәк - үҙемде еңдем, һуғышырға яратмайым, ә разведка ротаһында көн-төн ҡул көрәше менән шөғөлләндек, полигонға барһаң -  саян, йыландар. Шулайтып, үҙемдәге өс ҡурҡыуҙы (фобияны) еңдем. Гвардия ефрейторы булып хеҙмәттән ҡайттым.

Күңелдә барыбер әрме хеҙмәтендә нимәнелер алып бөтмәгән кеүек тойғо ҡалғайны.  Комфорт зонаһынан сыҡҡым килеп тора ине. Донъяуи яҡтан да Ватанды һаҡлау тигән тойғо бар. Ата-бабалар ҙа ике яҡтан да Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Фәттәх Шәмғолов - Советтар Союзы Геройы, беҙҙең өләсәйҙең ике туғаны булған. Ул да биргәндер илһөйәрлек, яугирлек тойғоһон. Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм “Ватанды һаҡлау - имандан”, - тип әйткән. Иманың бар икән - һин тыуған илеңде һаҡларға тейешһең. Йыл һайын 2 августа  һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн билдәләйбеҙ, уҡыу йорттарына барып уҡыусылар алдында Ватанды һаҡлау тураһында әңгәмәләр, илһөйәрлек саралары үткәрәбеҙ. Бөгөн нисәмә ил Рәсәйгә ҡаршы сыҡҡан. Беҙҙең еңеү булмаһа, һуғыш бында ла килеп етәсәк, иманһыҙлыҡ, тәүфиҡһеҙлек, ғаилә институты емереләсәк.

Әхлаҡһеҙлек барғас, ни өсөн тәүфиҡһыҙланалар, тигән күңелдә ниндәйҙер нәфрәт бар ине. Эйе,  биш бала атаһы булараҡ, күңелдә бунт кисерҙем. Шул тәртипһеҙлекте күҙ алдына килтерәм дә, шул минең балаларға ҡағылыу мөмкинлеген уйлап, күңелдә ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы сығыу тойғоһо бар. Махсус хәрби операцияла дини эш алып барырға тәҡдим иткәстәр, ризалаштым. Күпмелер көн үткәс, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Таджетдиндың фатихаһы менән махсус хәрби операцияға сығып киттем. Һалдаттарыбыҙға рухи терәк булырға, доға ҡылышырға, психологик яҡтан ярҙам күрһәтергә - сөнки мин юғары дипломлы психолог та. (БДПУ-ның психология һәм социология факультетын тамамланым).

  • Беҙҙе, урта быуынды, атеист итеп үҫтерҙеләр. Ә кем һеҙҙе ваҡытында дөрөҫ итеп тәрбиәләне?

Атай-әсәй хакимиәттә эшләгәс, миңә өләсәйем Рәхилә Миһран ҡыҙы ислам тәғлимәтен бирә торғайны. Ул ваҡытта дин тураһында артыҡ мәғлүмәт булманы. “Ағиҙел” журналынан бер-ике доғаны ҡырҡып һаҡлай торғайным. Атай яғынан өләсәй Хәжәр Вәлишә ҡыҙы ғәрәпсә  белде. Уларҙың тәрбиәһе көслө булды, күркәм тәрбиә алғас, урамда иптәштәр ҙә: ”Эй, суфыйланып йөрөмә әле!” - тип төрткөләп ала торғайны. Бәләкәйҙән кәүҙәгә елле булһам да, агрессияның остоғо ла булманы. Заманында Өфөлә физкультура буйынса белем алған атайым Риф Муллағәле улы Хоҙайбирҙелә мәктәптә физкультура фәненән уҡытты,  Мораҡта ла спорт буйынса инструктор булып эшләне, Мәләүез ҡалаһындағы предприятиеларҙа спорт түңәрәген алып барҙы, мине лә 12 йәштәрҙә спортҡа ылыҡтыра башланы. Гер, турник, көрәшкә өйрәтер өсөн иҫке фуфайка, толоптан ҡарасҡы эшләп бирҙе. 14-15 йәштәрҙә һабантуйҙарҙа көрәштә, гер күтәреүҙә урын ала башланым. Мәләүез ҡалаһына күсеп килгәс тә спортты ташламаным. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында медицина колледжын тамамланым, БГПУ- ла психология һәм социология факультетын уҡып бөттөм. Кеше күңелендә иртәме, һуңмы, барыбер дингә ылығыу уяна. Өфөлә Мәрйәм Солтанованың мәҙрәсәһендә, өҫтәп Иранда, Төркиәлә белем алдым.

 - Төп эшегеҙҙән отпуск алып, командировкаға барып ҡайтҡанһығыҙ. Унда башҡарған эшегеҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине?

- Луганск Халыҡ Республикаһында  хәрби сәйәси идаралығына тәғәйенләнеләр. Алғы һыҙыҡҡа барып, һалдаттар менән әңгәмә ҡороп, Ислам дине тураһында һөйләү, Ватанды һаҡлау тураһында тәғлимәттәр, мәғлүмәттәр бирә торғайныҡ. Унда, окопта, атеистар юҡ. Һалдаттың да, офицерҙың да - бөтәһенең нимәгәлер ышанғыһы, таянғыһы килә. Элек әгәр ҙә гражданкала дин, Аллаһы Тәғәлә тураһында бик уйлап бирмәһәләр, унда һалдат күҙҙәрендә мохтажлыҡ сағыла. “Ниндәй доға ҡылырға, ошонда һуғышта йөрөп, гонах ҡылмайбыҙмы?” -  тигән һорауҙар күп. “Йәмәғәт, һеҙ, гонаһ ҡылмайһығыҙ, һеҙ Ватанды һаҡлайһығыҙ. Шуның өсөн күңелегеҙҙә шик булмаһын, Аллаһы Тәғәләгә тапшырығыҙ ҙа, яугир вазифағыҙҙы  башҡарығыҙ”, -  тип һәр береһе менән һөйләшергә тура килде. Мосолмандарҙан тыш, христиандар, буддистар һәм башҡа төр милләт кешеләре булғас, дини конфессиялар араһында, уларҙың күңелендә ҡытыршылыҡ килеп сыҡмаһын өсөн, Аллаһ тип түгел, Создатель, Творец,  Господ Бог, тип аңлата торғайныҡ.

Окопта дин әһеле бер нисек тә номенклатура кешеһе түгел. Һалдаттарға атай ҙа, ағай ҙа булырға тырыша торғайныҡ. Һәр береһенең күңелендә ни теләгәне күренеп тора.  Үҙем хеҙмәт иткән ваҡытта беҙҙең командир старшинаға:”Һин  старшина ғына түгел, һалдаттарға олатай ҙа, өләсәй ҙә, атай ҙа, әсәй ҙә, ағай ҙа, апай ҙа булырға тейешһең”, - тип әйтә торғайны. Шул һүҙҙәрҙе мин дә иҫкә төшөрөп, окопҡа барғанда һәр береһенә иң яҡын кешеһен алыштырырға тырыша торғайным.  Сумка тултырып дин, Аллаһы Тәғәлә тураһында китап, мәғлүмәт алып киткәйнем, уларҙың һәр береһен тараттым, ҡасан уҡырға кәрәклеген өйрәттем. Тәлғәт Тажетдин мөфтий хәҙрәт  бетеү, доғалыҡтарҙы ебәргәйне, уның доғаларын, сәләмдәрен еткерҙем.

Әлхәмдүлилләһ, өс көн буйына, алғы, урта һәм өсөнсө һыҙыҡҡа йөрөп, мосолмандар подразделениеһында Ҡорбан ғәйетен дә үткәрергә тура килде. “Урыны-еренә еткерәйек, тип, эргәләге ауылдарҙан һарыҡ-кәзә  кеүек мал һатып алып, ҡорбан салып, аш бешереп, егеттәр рухи күтәрелеш алды. “1812 йыл, 2-се Бөйөк Ватан һуғыш булһынмы, һәр яуҙа мосолмандар ҡатнашҡан. Улар батыр, яугир булған. Һеҙгә лә шул һынау килеп етте, ҡыйыу булығыҙ, ҡурҡмағыҙ”, -  тигән хуплау телмәре тоттом.

  • Рәфис хәҙрәт, ҡурҡыу тойғоһо - ул үҙеңде һаҡлау инстинкты, эмоциональ кисереш. Ҡарап тороуға бынамын тигән көслө затта ла ҡурҡыу тойғоһо барлыҡҡа килә. Бөйөк Ватан һуғышында ла фашистарҙың психологик атакаһына түҙмәй ҡурҡып ҡасҡан дизертиҙар булған.
  • Ул йәшлеккә лә, ҡыйыулыҡҡа ла ҡарамай. Гражданкала батыр булып йөрөгән ир бында ҡурҡаҡҡа әйләнергә мөмкин. Йыуаш кешелә, киреһенсә, бындай ситуацияла батырлыҡ сифаты асылырға мөмкин.

“Ҡулыма автомат ала алмайым... Мин бында булырға тейеш түгел”, -тип илаған  бер-нисә һалдат менән һөйләшергә тура килде. Тәүҙә  уларҙың күңелендәгеһен тыңлап,  унан һуң ғына тарихи яҡтан миҫал килтереп, рухын күтәрергә тырыштым. Әгәр ҙә ир-егет һуғышҡа алынып та ҡасһа, ул көфөрлөккә төшөр, тип хәҙистә әйтелгән. Бая әйткәйнем бит инде, Ватанды һаҡлау - имандан, тип.  Ватанды һаҡламайынса Ҡаҙағстанға һәм башҡа сит илдәргә  ҡасҡандар булды. Һинең эргәңдә намаҙ уҡып тороп, үҙҙәре үк хәҙистәрҙе, Аллаһы Тәғәләнең биргән әмерҙәрен инҡар итеп, ҡасты. Улар үҙҙәрен көфөр тип һанамай, әлбиттә. Улар фекеренсә, был  беҙҙең һуғыш түгел. Нисек беҙҙҙеке түгел? Аллаһы Тәғәлә һиңә ошо Ватанды, Рәсәйҙе, Башҡортостанды биргән. Һин үҙеңде мосолман тип һанағас, Аллаһы Тәғәләнең әмеренә буйһонорға тейешһең. Әгәр ҙә һин ул әмергә буйһонманың икән, һин ҡурҡаҡ, һин көфөрлөккө төштөң, тигәнде аңлата. Ҡурҡыуыңды еңеүҙе маҡсат итеп ҡуйып, ҡурҡыу менән көрәшергә кәрәк. Мин уларға:”Һин ҡурҡма”, - тип әйтеп генә түгел, проблемаһын табып, шуны сисергә кәңәш бирә торғайным. Бындай ситуациянан сығыу юлы китапҡа алдан яҙылған ҡағиҙә буйынса килеп сыҡмай. Тормош тәжрибәһенән сығып туранан-тура ҡарар ҡабул итәһең. “Мин бында булырға тейеш түгел инем, мин комендант ротала хеҙмәт итергә тейеш инем, штурмовиктарға эләктем. Эргәмдәге иптәштәрем үлгәс, ҡулыма автомат тота алмайым. Мин тере ҡайтҡым килә”, -  тип 27 йәшлек күрше өлкә егете ныҡ иланы. “Ҡасып ҡайтып китһәң, әсәйең, кешеләр күҙенә нисек ҡарар? Атайың урамда нисек йөрөр? Аллаһы Тәғәлә тәҡдирҙе яҙып ҡуйған, һәр кемдең бит сәғәте яҙылған, ризығың бөтһә - ғүмерең бөтә. Өйҙә лә һин үлергә мөмкинһең. Һуғышта һәләк булһаң, һиңә шаһит үлеме бирелә. Үлемдән ҡурҡырға ярамай.  Яугир булып үләһеңме, әллә ҡурҡаҡ булып диван аҫтында ятаһыңмы - икеһе ике төшөнсә.

  • Был донъяға бер кем дә мәңгелеккә килмәй...

Эйе. Шуның өсөн күркәм эш, изге ғәмәлдәр, батырлыҡ ҡылып китергә кәрәк.  Мин үлемдән ҡурҡмайым, ләкин уны ашыҡтырмайым. “Нисек унда барырға ҡурҡманың?” - тип минән дә һорағандар булды. Нимәнән ҡурҡаһың? Өйҙә  ҡоймаҡты ҡаймаҡҡа манып ашап, мәсеткә йөрөү генә мосолманлыҡ түгел. Шуның өсөн мин дә барҙым, ҡулыма ҡорал тотмаһам да, һалдаттар эргәһендә ҡул күтәреп доға ҡылдым, фатиха бирҙем. Госпиталдәргә күп йөрөнөм. Тиҙҙән йәп-йәш егеттәр ҡайта башлаясаҡ. Тән яраһы төҙәлер ҙә, уларға псиологик ярҙам, ҙур иғтибар кәрәк буласаҡ. Сөнки улар йәрәхәтләнеп кенә ҡалмаған, бергә ризыҡланып, бергә окопта ултырған иптәштәрен юғалтҡан.

  • Рәфис хәҙрәт, ошоға тиклем һеҙҙе дин әһеле булараҡ белһәм, хәҙер яңы сифатта күҙ алдымда. Үҙегеҙ шунда йөрөп ҡайтҡанығыҙға бик риза, шулаймы?
  • Дөрөҫөн әйтәһегеҙ, ирлек, иманлыҡ бурысын үтәнем, күңелем бер аҙ тынысланды. Ни өсөн? Файҙа килтерҙем. Илһөйәрлек, комсомол тураһында күп әҙәби әҫәр күп уҡыныҡ бит инде. Николай Островскийҙың “Ҡорос нисек сыныҡты” китабындағы “Жить надо так, чтобы не было мучительно больно за бесцельно прожитые годы“ тигән цитатаны хәтерләйһегеҙме? Донъяға килгәс, кешелеккә, динеңә, милләтеңә, атай-әсәйеңә файҙа килтергә кәрәк.

Аллаһы Тәғәлә өс төрлө кешегә ғүмер өҫтәрмен, тигән. Беренсеһе – мөғәллимгә, уҡытыусыға. Мөғәллим кешеләргә хәреф өйрәтә, донъя, фәндәр тураһында ғилем бирә. Унан беҙ тормош һабағы алабыҙ. Шуның өсөн уҡытыусыла кешеләрҙең мохтажлығы бар. “Мин мөғәллимдәргә ғүмер өҫтәрмен, кешеләргә файҙа килтерһен”, - тигән. Икенсеһе -табипҡа. Кеше йәшәй, сирләй, ҡартая. Табип, мөғәллимдән алған ғилем арҡылы, кешеләргә файҙа килтерә. “Кешенең мохтажлығы булғас, табипҡа ла Аллаһы Тәғәлә ғүмер өҫтәрмен”,- тигән. Өс төрлө табип булыр тигән: Хоҙайҙан, Хоҙай менән һәм  Хоҙай һаҡлаһын. Шулай бит инде. Бисмиллаһын әйтеп эшләһә, дауаның кешегә шифаһы, файҙаһы булыр. Һуңғылары кешегә зыян ғына килтерәсәк. Шуға медицина  - яуаплы өлкә. Врач ғилемен дә, белемен дә белергә тейеш. Өсөнсөһө - дин әһеле. Аллаһы тәғәлә беҙҙе барлыҡҡа килтергән. Дин әһеле намаҙ уҡытып ҡына ҡалмай, Ислам дине тураһында тәғлимәтен бирә. Ҡайҙан килгәнбеҙ, ҡайҙа китәсәкте һөйләй, намаҙ уҡырға өйрәтә. Элек һәр бер башҡорт ауылында мәсет булған, мәсет булғас, мәҙрәсә лә булған, берҙән-бер ғилем сығанағы булып имамдар торған. Ислам динендә ғилемһеҙ ғибәҙәт ҡылып булмай. Хәреф танырға, Ҡоръән уҡырға тейешһең. Элекке имамдар ғалим да, табип та, Аллаһы Тәғәләгә юл да күрһәтеүсе булған. Дин әһеленә лә Аллаһы Тәғәлә, ғүмер өҫтәрмен, тигән.

Элек Башҡортостанда әүлиәләр шул хәтлем күп булған, миҫалға Мөжәүир хәҙрәт, Шәмғол хәлфәне килтерергә мөмкин. Бөтәһе лә ғилемле булған, кешеләрҙе дауалаған, уҡырға-яҙырға ла өйрәткән. Шуның өсөн иман юлының файҙаһы бик күп, яугир һалдаттарға рухи ярҙам итә алғаныма ҡыуандым.

  • Махсус хәрби операция темаһына кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Бөгөн ҡала-ауылдарҙан гуманитар ярҙам күп ебәрелә. Шулай ҙа һалдаттарыбыҙ күбеһенсә ниндәй ярҙамға мохтаж?
  • Балам иҫән йөрө инде, иптәштәрең менән бергә бул, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермә, ҡыйыу бул, тигән һүҙҙәр яҡындарҙан кәрәк. Балам һәләк булып ҡуймаһын, тип әсә күңеле лә әрней, шулай булыуға ҡарамаҫтан, махсус хәрби операцияға барғандарҙың туғандары шул турала уйларға тейеш.

Әлбиттә, туған яҡтан бәләкәс кенә посылка килһә лә, өй менән бәйләнеш булған кеүек, улар ҡыуанып китә Шул уҡ бирсәткә, нәски алһалар ҙа, күҙҙәренән йәш килеп сығыр төҫлө. Уның әсәһе йә иһә ҡатыны бәйләп ебәргән кеүек ҡабул итә. Ана шул гуманитар ярҙам арҡылы, улар беҙҙе иҫтә тота, тип уйлай. Унда  кейем генә түгел, окоп ҡаҙырға, блиндаж эшләргә бензобысҡы кәрәк. Шәм яҡтыһында ғына ултырып булмай, генератор булһа, һалдаттарҙың телефондары ла эшләй. Гуманитар ярҙамды йыйғандар, телевизорҙан яңылыҡтар аша ғына хәлдәрҙе күҙәтеп ҡалмай, бында минең дә өлөшөм бар, тип ҡәнәғәтләнеү тойғоһо ала. Тағы ла балаларҙан килгән хаттар ныҡ рухи күтәренкелек бирә.

  • Алғы һыҙыҡта булырға тура килдеме?
  • Көн һайын һалдаттар янына бармаһаҡ (йә машина юҡ, йә бензин юҡ, тиһәләр) минең эстән бунт башлана ине. Үҙемде файҙаһыҙ итеп тоя торғайным. Яугирҙәр янына барып ҡайтам, йоҡо ла туймай, ә арыуҙы һиҙмәйем. Ҡорбан ғәйетен үткәрергә броняға ултырып барҙыҡ. 10-20-шәр кеше йыйылып, тиҫтәләгән урында ғәйет намаҙын уҡыным. (Унда күмәкләп йыйылырға ҡушмайҙар. Йыйылдыңмы, тимәк һин артиллерия, снайперҙар өсөн - мишень.) Ямғыр һыҙыра ғына, техника соҡорҙарҙы осоп сығырҙай булып елә, водитель машинаны шул тиклем ҡыуа, ике ҡуллап саҡ тотоноп ултырабыҙ: яйлап барһаҡ, прицелға эләгеү мөмкин: сөнки “тегеләр” квадрокоптерҙар менән һәр хәрәкәтте күҙәтә. УАЗ-иктың шул тиклем шәп йөрөгәнен бер ваҡытта ла күргәнем юҡ ине. Водителдәр ҡотҡара торғайны үлемдән. Штурмовиктарға барғанда атышҡа эләктек, арттан миналар осоп ярыла ғына.  Ҡасандыр армияла хеҙмәт иткән, бында замполит вазифаһын алып барған “Черномор” позывнойлы батюшка килергә тейеш ине, бтр минаға эләгеп, ауыр йәрәхәт алған. “Кем инде ул дин әһеле? Барҙы ла, һөйләне лә, ҡайтып китте”, -  тип әйтеүселәр булыр. Һин генералмы, мулламы, батюшкамы - унда снаряд та, пуля ла һайламай. Һуғыш - ул ҡан, үлем ҡойош, ҡайғы. Шулай ҙа тыуған яҡҡа, атай-әсәй, яҡындарға ебәрер өсөн фотоға төшкәндә матур яҡты күрһәтергә тырышаһың. Флаг тотоп һалдаттар менән төшкән фотоны күреп, берәү: ”Бөтәгеҙ ҙә ауыҙ йырып тораһығыҙ ҡосаҡлашып”, - ти. Мин уға ипләп кенә әйтәм: “Туғаным, мин һеҙгә яраланған, үлгән һалдаттарҙы, әллә емерелгән ҡала фотоһын ебәрергә тейешме ни? Әҙерәк уйлап ҡарағыҙ: һуғыш уйын түгел, ҡурҡыныс. Ҡайҙа булһа ла беҙ тормоштоң яҡшы яғын күрә белергә тейеш, шулай бит? Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм урамда китеп барғанда бер үлгән ишәкте күргән. “Фу, һаҫыҡ”, тип әйтә икән үткенсе. Пәйғәмбәр Мөхәммәт салаһу ғәләйис-сәләм: “Ҡарағыҙ әле, шундай тештәре матур икән был ишәктең”, - тип әйтә икән. Һәр бер әйберҙең матур яғын күрергә кәрәк.
  • Командировкаға йыйынғанығыҙҙы белгәндәрҙең реакцияһы нисек булды?
  • Ҡайһы берәүҙәр:”Ул һиңә кәрәкме? Күпме түләйҙәр?” - тип һорай. Ир-егеттәр ваҡсылға әйләндеме, тип күңелде әллә төрлө уй-кисерештәр баҫты, шул арҡала дуҫ-иштәр кәмене. Кеше ихлас күңел менән барып ҡайтҡанды аңламай. Бер уйлаһаң, уларҙы ла бер кем тыймай. Военкоматҡа бар, махсус хәрби операцияға юллан, аҡса эшлә. Мин үҙемдең күңелем буйынса киттем, ҡатыным да, бер кем дә миңә ҡаршы ҡаршы килмәне. Ә ҡатын-ҡыҙҙар ишетеп ҡалғас: ”Уй, хәҙрәт, һуғышҡа барһыңмы ни?” - тиҙәр ҙә, бер аҙ торғас:”Ярай, хәҙрәт, имен йөрөгөҙ, һалдаттарыбыҙға терәк булығыҙ, доға ҡылығыҙ, ярҙам булығыҙ. Иҫән-һау йөрөп ҡайтығыҙ”, - тип теләйҙәр. Тарихи ваҡиғаларға параллель үткәргәс, башҡа барып етте - юҡҡа ғына һәйкәлде Тыуған ил-Әсәгә ҡуймағандар. Әсәй  - илдең киләсәге, ул балалары өсөн ҡайғыра, илде, халыҡты һаҡларға саҡыра.

Әйткәндәй, махсус хәрби операцияла 60-ты үткән, 70-кә етеп килгән үҙ теләге менән киткән ирҙәр ҙә бар. “Ә һеҙ ни эшләйһегеҙ бында?” - тип һорайым. “Тыныс тормош тиҙерәк башланыуын теләйем”,- ти, кемдер: ”Илгә файҙа килтергем килә”, - тигәндәре ла булды. Лакмус ҡағыҙы кеүек, һәр яу күп нәмәгә асыҡлыҡ индерә, кемдең кемлеген асыҡлай. Кувшинда булған нәмә унан ағып сыға, тиелгән боронғо хикмәтле әйтемдә.  Матур сүлмәкте кемдер формаға килтергән, семәрләп буяған, сәскәһен, геометрия фигуралары төшөргән. Ә эсендәге шыйыҡсаның нимә икәнлеген беҙ белмәйбеҙ, бәлки ағыу һалынғандыр.  Шуның кеүек, һуғыш арҡылы күптәргә баһа биреп, кемлеген асыҡлап  була.

Бөгөн  иһә ғәләмдең Раббыһы булған Аллаһтан, махсус хәрби операцияла йөрөгән ир-егеттәребеҙгә сәдәмәтлек, именлек, йөрәктәренә батырлыҡ, беләктәренә ҡеүәт бир, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлауын, балаларыбыҙға һау килеш ата-әсәләре менән осрашыуын, һөйгәндәре менән ҡауышыуын насип итеүен теләйбеҙ. Балаларыбыҙҙы, динебеҙҙе, Ватаныбыҙҙы һәм мосолмандарҙың бәхет һәм именлеген, намыҫыбыҙҙы һаҡлау өсөн
Һалдат буласаҡ барлыҡ егеттәргә лә ҡаһарман атай-олатайҙар рухына тап төшөрмәҫкә, әрме хеҙмәтен лайыҡлы үтеүҙәрен, тыуған ерҙәре, атай-әсәйҙәре менән бәйләнеште өҙмәүҙәрен теләйем. Һәр саҡ уларҙы өйҙәрендә, райондарында һәм республикала көткәндәрен онотмаһындар ине. Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтһын улдарыбыҙ.

  • Был теләккә барлыҡ ил халҡы ҡушыла.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Фото шәхси архивтан.

 

Йөрәк ҡушыуы буйынса
Йөрәк ҡушыуы буйынса
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: