Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
16 Ноябрь 2023, 16:25

Ватанды һаҡлау - һәр ир-аттың изге бурысы

“Илебеҙ көслө, һис шикһеҙ, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ. Быға иманым камил, -ти ул.

Ватанды һаҡлау - һәр ир-аттың изге бурысы
Ватанды һаҡлау - һәр ир-аттың изге бурысы

Былтыр декабрь аҙағында Мәләүез районының Ҡотлобулат ауылынан 50 йәшлек “Нөгөш” ҡушаматлы яугир махсус хәрби операцияға юлланғайны. Әле дауаханала бер аҙ һаулығын нығытып, тиҙҙән тағы  юлға  сығырға йыйына. “Унда бер барҙың икән, икенсегә һин мотлаҡ бараһың, үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ”, - ти заманында әрмелә  эске ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткән егет.

Яуҙа Нөгөш ауылынан дуҫы Вадим Күсәрбаев, Тамьяндан ҡәйнеше Илшат Иманғолов батырҙарса һәләк булған. Был турала “Нөгөш” тыныс ҡына һөйләй алмай. Шул саҡта ул үҙен яугирҙәр араһында булырға тейеш, тигән ҡарарға килә һәм контракт төҙөй.

Бала саҡта атаһының комбайнсы ярҙамсыһы булып йөрөгән “Нөгөш” механизатор булырға хыял иткән. Боһорман ауылы мәктәбендә 8 класс тамамлағас, Мәләүез ҡалаһында 42-се һөнәри белем биреү училищеһында иретеп йәбештереүсе буйынса белем ала. “Ғаиләлә беҙ биш ул, дүрт ҡыҙ үҫтек, иң кесебеҙ баҡыйлыҡҡа күсте. Әмир, Урал, Ғәлим, Фәнил, Зилә, Роза, Ләлә, Айгөл туғандарым беренсе барғанда ла артыҡ ҡаршы төшмәне. Зиннур мәрхүм дә  заманында Тажикстанда ҡыҙыу нөктәлә хеҙмәт иткәйне”, -ти әңгәмәсебеҙ. Ошоға тиклем Себерҙә эшләгән ир 84 йәшлек әсәһен борсоп, махсус хәрби операцияға юлланғанын уға  өндәшеп тә тормаған. Йөрөп ҡайтҡас та башта оҙаҡ ышанмаған, хәҙер “Тағы ла яңғыҙымды ҡалдыраһыңмы?” - тип Фатима Әбделғәни ҡыҙының йөрәге өҙгөләнә. Улдарының береһе -  Күмертауҙа техникумда, икенсеһе 5-се мәктәптә уҡый, улар ҙа атайларының имен-аман, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын көтә.

Яугир йәшәү шарттары, һалдаттар араһында команда рухы һәм дуҫлыҡ тураһында һөйләне. Разведкала хеҙмәт иткән батыр яҡташтар менән рәхәтләнеп башҡортса аралашҡандар. Тылдың гуманитар ярҙамын, хәстәрен тойоп торғандар. Балаларҙың хаттары күңелдәрен йылытҡан. “Эске кейем, нәски һәр ваҡыт кәрәк, сөнки йыуырға һыу юҡ, ике-өс көн кейәһең дә, ташлайһың. Ике көн учебканан һуң, алғы һыҙыҡҡа ташланылар. Иң башта ҡурҡытты, сөнки иптәштәреңдең яраланғанын, башын һалғанын күрәһең. Бер һыныҡ икмәкте телеп, ашап ултыр ҙа, шул иптәшең юҡ. Махсус хәрби операцияла булғандар көнө-төнө илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың тыныслығын һаҡлай”,- ти ул. “Укроп”тарҙы көсләп яуға тыҡҡанын да аңлай  яугир. Разведкаға күп йөрөгән “Нөгөш” пленға төшкәндәрҙе лә алып ҡайтҡан.

Урындағы халыҡ сетка үреп, посылкалар ебәреүе батырҙарға  рухи яҡтан ныҡ ярҙам. “Еҫкәп алһаң да, тыуған яҡтан килгән һәр нәмә күңелгә яҡын”,- ти батыр. Ауылдаштары уның менән ғорурлана, яуҙа йөрөгән саҡта әсәһен ярҙамдан айырмаған, утынын да килтергәндәр, ишек алдын таҙартҡан. Яугир Киев урамдарынан еңеү флагы менән үтеп, әйләнеп ҡайтырға теләй.  “Илебеҙ көслө, һис шикһеҙ, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ. Быға иманым камил, -ти ул.

 

Ватанды һаҡлау - һәр ир-аттың изге бурысы
Ватанды һаҡлау - һәр ир-аттың изге бурысы
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: