ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
23 Ноябрь 2023, 17:35

Милләт йөҙөнә тап төшөрмәй

Бөгөн ирекмәндәр янына ялға ҡайтҡан “Ҡаҙаҡ” ҡушаматлы яугир инеп сыҡты.

Милләт йөҙөнә тап төшөрмәй
Милләт йөҙөнә тап төшөрмәй

Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡандарҙың селтәр үргән ирекмәндәр менән осрашыуын күргәнегеҙ бармы? Ауырлыҡтар, ҡан ҡойошто күргән ир-егеттәрҙең күҙҙәре шул саҡта ҡыуаныстан нисек нурланып киткәнен күрһәгеҙ! Эйе, илгә килгән һынау һәммәбеҙҙе берләштерҙе.

Селтәр үреү цехына ярҙам итеү маҡсатында  иртәнән кискә тиклем кеше ағыла. Шкаф-шифоньер төптәрендә бер аҙ иҫкергән постель кәрәк-яраҡтары, таҫтамалдар, ныҡлы туҡымалар, одеалдар ята икән, һеҙ ҙә уларҙы редакцияға килтерә алаһығыҙ.

Бөгөн ирекмәндәр янына ялға ҡайтҡан “Ҡаҙаҡ” ҡушаматлы яугир инеп сыҡты. Мәләүез механика технология колледжында белем алған Мәләүез егете үҙенең яҙмышын 13 йыл элек әрме хеҙмәтенә бәйләгән. Контракт буйынса хеҙмәт иткән өлкән сержант Чечняла, Тажикстанда байтаҡ тәжрибә туплаған, ауыр шарттарҙа ла үҙен ғәҙәти тоя. “Донецк яғында сағыштырмаса тыныс, еңеү яҡынлашҡаны һиҙелә, кейем-һалым, ашау, ҡорал етә. Гуманитар ярҙам килеп тора, ойошмалар машина, квадракоптер һатып алып ебәрә. Яугирҙәрҙең кәйефе күтәренке. Ашарға үҙебеҙ бешерәбеҙ. Дин әһелдәре килеп рухи ярҙам күрһәтә”. - Аҙ ғына аралашҡан арала ундағы тормош тураһында бер-ике кәлимә һүҙ әйтте. Тыныс тормошто һаҡлаған яугирҙәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам итәбеҙ, еңеү беҙҙең яҡта буласағын беләбеҙ!

 

Милләт йөҙөнә тап төшөрмәй
Милләт йөҙөнә тап төшөрмәй
Милләт йөҙөнә тап төшөрмәй
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: