ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
1 Декабрь 2023, 17:28

"Рәсәйҙә тыуыуым менән ғорурланам һәм хәҙер уның мәнфәғәттәрен яҡлайым»

Мәҡәләнең башындағы һүҙҙәрҙе Мәләүез ҡалаһынан «Йома» саҡырыулы МХО яугиры әйтте. Уның менән сираттағы ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыһында осраштыҡ һәм һөйләштек.

"Рәсәйҙә тыуыуым менән ғорурланам һәм хәҙер уның мәнфәғәттәрен яҡлайым»
"Рәсәйҙә тыуыуым менән ғорурланам һәм хәҙер уның мәнфәғәттәрен яҡлайым»

«Йома» - тәжрибәле яугир, махсус хәрби операция үткәреү зонаһында Ватан сиктәрен бер йыл һаҡлай. Үткән йылдың октябрендә, өлөшләтә мобилизация тураһында иғлан ителгәндә, егет хәрби комиссариаттан көн һайын саҡырыу көтә. Әммә бер ниндәй ҙә хәбәр килмәгәс, үҙе шунда юллана. Урында бөтә документтарҙы ла күтәреп, саҡырыу ҡағыҙын тапҡас, егетте медицина тикшереүе үткәреп, Пенза ҡалаһы янындағы йыйыу һәм уҡытыу пунктына оҙаталар. Яҡташыбыҙ тәүге күнекмәләрен алғас, мотоуҡсылар батальонына эләгә. Уларҙың формалашыуы Донецк Халыҡ республикаһы биләмәһендә урынлаша.

- «Йома» саҡырыуын осраҡлы алдым. Дислокация урынына килеп еткәс, һәр яугирға хәүефһеҙлек маҡсатында саҡырыу уйлап табырға кәңәш итәләр, - тип һөйләй егет. - Үҙегеҙ аңлайһығыҙҙыр, беҙ унда күмәк инек, бөтә билдәле исемдәрҙе тиҙ арала бүлешеп бөттөләр. Ә мин хәрби часҡа килгән көндө алдым да ҡуйҙым, йома көн килеп еткәйнек. Шуныһы ла мөһим: әгәр бер үк саҡырыу исемен ике кеше алһа, уларҙы төрлө взводтарға бүлергә мөмкиндәр. Яҡташтарыбыҙ менән ҡалыу яҡшыраҡ, әлбиттә. Унда беҙ барыбыҙ ҙа тиерлек Башҡортостандан. Минең "Йома" Робинзон Крузоның Йомаһы менән бер нисек тә бәйле түгел, - тип шаярта әле ул яугир.

Әйткәндәй, әңгәмә барышында беҙ егеттең барыһына ла оптимизм һәм ышаныс менән ҡарауын күрҙек. Мәҫәлән, “Йома" беҙҙең илдең еңеүенә һис тә шикләнмәй.

- Рәсәй - ҡеүәтле держава, һәм махсус хәрби операция зонаһында был асыҡ һиҙелә. Мин, мәҫәлән, Рәсәйҙә тыуыуым менән ғорурланам һәм хәҙер уның мәнфәғәттәрен яҡлайым. Йәшермәйем, иң башта ҡурҡыта һәм ғәҙәти булмаған ергә күнегеп китеүе ауыр. Ә бер аҙ күнеккәндән һуң ҡурҡыу юҡ, был бит беҙҙең тыуған илебеҙ. Минең кәңәшем бер - әгәр Ватанды яҡларға теләүселәр булһа, шикләнәләр икән, барып, үҙеңде лә, бөтә хәлде лә һынау яҡшыраҡ.

Яугир МХО-ла барған ваҡиғалар хаҡында ла күп һөйләне. Ул шәхси хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәүгә иғтибарҙы йүнәлтә. Хатта ябай әйберҙәрҙе, мәҫәлән, бронежилетта магазиндарға йәки дарыуханаларға йөрөүҙе һанға һуҡмау ҙа фажиғәгә килтереүе ихтимал, ти ул.

 - Эйе, был физик яҡтан да ауыр, «броник» әллә нисә килограмм тарта бит, ә әхлаҡи яҡтан халыҡтың быға нисек ҡарауы баҫа, әммә беҙ унда уйнарға барманыҡ. Урындағы халыҡ беҙҙән ни өсөн шулай йөрөйбөҙ тип һораған осраҡтар булды, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яуаптарҙы тормош үҙе бирҙе, ҡайһы саҡта үтә лә ҡаты итеп бирҙе, - тип уфтана егет.

Баҡтиһәң, байрам итергә, күңелле ваҡыт үткәрергә өгөтләүҙәргә ышанған өсөн генә лә һәләк булыусы йәки яраланыусылар булған икән. Шуға күрә "Йома" бөтәһенә лә инструкцияларҙы теүәл үтәргә, үҙ-үҙҙәрен һаҡларға кәңәш итә.

- Хәҙер отпускыбыҙ тамамланасаҡ, дислокация урынына ҡайтасаҡбыҙ, штурмға барасаҡбыҙ. Беҙгә уңыштар теләгеҙ, тиҙҙән еңеү менән ҡайтырға тырышырбыҙ,  - тип һаубуллашты яҡташыбыҙ.

Һәм яугир үҙ эштәре менән ашыҡты. Үтә оҙон буйлы ла түгел, етеҙ генә үҙе, тик бер аҙ моңһоу күҙҙәрендә генә беҙҙең яҡлаусыларға ни тиклем ҙур һынау төшкәнен һаҡлай кеүек... Беҙ егетте оҙатып ҡалдыҡ, ә уның артынан һәммәбеҙ уйыбыҙҙа ғына: «Доғаларыбыҙ һаҡлаһын, бөтәһе лә туғандары һәм һөйгәндәре янына ҡайтһын. Ә һиңә, "Йома", әлегә яңғыҙ егеткә, иҫән-имен әйләнеп ҡайтырға, йорт төҙөргә, ағас ултыртырға һәм ул үҫтерергә кәрәк әле!», - тип теләнек.

Гөлиә ШАҺИҒӘЛИНА.

Автор фотоһы.

 

Автор:Гулия Шагигалина
Читайте нас: