ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
14 Декабрь 2023, 16:20

Ватан геройҙары көнөндә мәғариф музейында осрашыу

9 декабрҙә Ватан геройҙары көнөндә ҡаланың Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайындағы мәғариф тарихы музейында осрашыу үтте.

Ватан геройҙары көнөндә мәғариф музейында осрашыу
Ватан геройҙары көнөндә мәғариф музейында осрашыу

Унда йәштәрҙә илһөйәрлек хзисен тәрбиәләү һәм халыҡтың тарихи хәтерен һаҡлау менән шөғөлләнгән бөтә муниципаль органдар һәм учреждениелар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыуҙа йәш быуындан Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының Шайморатов класы уҡыусылары, Мәләүез индустриаль колледжы кадеттары ҡатнашты.

- Бөгөн барыбыҙға ла берләшергә, илһөйәрлек тәрбиәләү өҫтөндә тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә кәрәк, - тип билдәләне осрашыуҙы ойоштороусы музей етәксеһе Вера Чараева. - Дәүерҙәр үтә, кешеләр үҙгәрә, әммә тарихи хәтер һәм быуындар күсәгилешлеге кеүек ҡиммәттәр мәңгелек. Улар кешелә Ватан һәм уның тарихы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә, тыуған яҡҡа, йолаларға һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә һөйөү уятырға ярҙам итә. Беҙ мәғариф музейында, шул иҫәптән, бөртөкләп, һуғышта ҡатнашҡан, тыл хеҙмәтсәндәре булған уҡытыусылар тураһында мәғлүмәттәр йыябыҙ, системаға һалабыҙ. Бөгөн сараға Ватаныбыҙ мәнфәғәттәре, һеҙҙең менән тыныс күк йөҙө өсөн МХО-ла башын һалған мәләүез яугирҙәре тураһында презентация әҙерләнде. Бөтә тупланған материалдарға таянып, ҡыҙыҡһынған белгестәрҙе бында саралар циклы, тематик дәрестәр үткәрергә саҡырам, - тип тәҡдим итте Вера Ивановна.

Район һәм ҡала ветерандары Советы рәйесе Виктор Дмитриев, хәрби комиссар урынбаҫары Семен Кочергин, мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыков, «Һуғыш балалары» йәмғиәте етәксеһе Ғәлиә Кәримова, эске эштәр бүлеге ветерандары советы рәйесе Виктор Воробьев һәм башҡалар ҡаралған мәсьәләнең көнүҙәклеге хаҡында һөйләне.

Ирекмән, маршал Г. К. Жуков исемендәге эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Юрий Тукмаков гуманитар ярҙам менән махсус хәрби операция үткәреү зонаһына сәйәхәттәре, эҙләнеү хәрәкәтендә алып барған эше тураһында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне.

- Тәжрибәм күрһәтеүенсә, билдәһеҙ һалдаттар Бөйөк Ватан һуғышы яландарында ғына ҡалмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн күп кенә зыяраттарҙа шундай проблема бар, еңеүсе һалдат тағы ла билдәһеҙлеккә дусар була. Был нилектән килеп сыға? Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының ҡәбер ташы ваҡыт үтеү менән иҫкерә, эштән сыға, ә туғандары алыҫта йәшәй йәки бөтөнләй юҡ, яңыһын ҡуйырға кеше табылмай. Шуға күрә бергәләп проект уйлап табырға, ерләү урындарына шефлыҡ итергә тәҡдим итәм, - тип инициатива индерҙе Юрий Владимирович.

«Йөрәк саҡырыуы буйынса» ирекмәндәр хәрәкәте активисы Александр Макаров көндөҙ ҙә, төндә лә эшләгән көрәштәштәре хаҡында һөйләне. Ошо көндәрҙә Улар Мәләүез индустриаль колледжының кадет корпусында ҡунаҡта булған, студенттар өсөн маскировка селтәрҙәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргәндәр. Макаровтар цехта ла эшләй, селтәрҙәр һәм материалдар ташый, өйҙә лә селтәрҙәр бәйләй. Ошо көндәрҙә ғаилә конвейерынан иҫәп буйынса 28-се селтәр тапшырғандар! Макаровтар ирле-ҡатынлы бөтәһен дә шулай уҡ ирекмәндәр хәрәкәте эшенә ҡушылырға саҡырҙы.

Осрашыу һөҙөмтәле булды, һәр ҡатнашыусы илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, берлектәге фекер алышыуҙа ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса үҙ-ара эш итеү юлдарын әҙерләне.

 

 

 

Автор:Гулия Шагигалина
Читайте нас: