Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
18 Декабрь 2023, 16:05

Аллаһы Тәғәләгә ышаныу рухи көс бирә

Мәләүез ҡалаһында “Көмөш ирекмәндәр” хәрәкәтенә барлыҡ Мәләүез районы халҡы ҡушылды. Кемдер үҙ ҡулдары менән бәйләгән ойоҡбаш-бейәләйҙәр  килтерә, кемдер көн дә иртә таңдан эшкә йөрөгәндәй маскировка селтәре үрергә килә. Улар янына Донецк Халыҡ республикаһынан ялға ҡайтҡан яҡташтар ирекмәндәр йыш ҡына инеп сыға. Рухи, матди ярҙам тойоу, әлбиттә, егеттәргә ҙур көс бирә! Яңыраҡ беҙ Әбет ауылынан махсус хәрби операцияға сентябрҙә юлланған “Киллер” ҡушаматлы яугир менән таныштыҡ, Фәнис Бикташев ауылдашы менән редакцияға ла һуғылды. Әбет ауылы халҡы йылы кейем, кәрәкле әйберҙәр йыйып тапшырған.

Аллаһы Тәғәләгә ышаныу рухи көс бирә
Аллаһы Тәғәләгә ышаныу рухи көс бирә

Мәскәүҙә әрме һурпаһы эскән, аҙаҡ контракт буйынса барған егет 2008-2010 йылда Чечняла снайпер булып  хеҙмәт иткән, әле разведкала. Шул осорҙа дини юлға баҫҡан. “Аллаһы Тәғәләгә ышаныу рухи көс бирә. Әсәйем баҡыйлыҡта инде. Атайым Самат Сәлмән улы, Айҙар, Рәсил балаларым был ҡарарымды аңлап ҡабул итте. Мин уны үҙемдең бурысым тип ҡабул иттем. Яугирҙәрҙең кәйефе, әлхәмдүлиллаһи, Аллаға шөкөр, бер-беребеҙгә рухи ярҙам күрһәтеп, күңелде күтәрергә тырышабыҙ”,  - ти 33 йәшлек яугир. Ҡайтҡан егеттәр күстәнәстәр алып килә, ти ул, гуманитар ярҙам һәр подразделениеға таратыла. Әле күбеһенсә йылы кейемдәргә мохтаж, мейес,  йылытҡыстар салфеткалар кәрәк. Үҙ машинаһында юлланған яҡташҡа прицеп тултырып  кәрәкле әйберҙәр, кейем-һалым һәм башҡа гуманитар ярҙам ебәрелде. Редакция хеҙмәткәрҙәре “Киллер”, “Нурик” һәм уларҙың килеп етеүен көткән яугирҙәргә Рәфис хәҙрәт биргән бетеүҙе тапшырҙы. Тылдағыларҙың ихлас ярҙам итеүҙәрен күреп, рухи ярҙам алған яугирҙәрҙең күңеле күтәрелде, ҡыуаныстан йөҙҙәре яҡтырҙы!

Ошо ялда яугирҙәрҙең махсус хәрби операция зонаһына имен-аман барып етеүе тураһында хәбәр килде. Имен-аман ҡайтырға яҙһын һеҙгә, егеттәр!

Аллаһы Тәғәләгә ышаныу рухи көс бирә
Аллаһы Тәғәләгә ышаныу рухи көс бирә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: