Конгэк
-21 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
5 Июнь 2018, 14:34
Беҙҙә ҡунаҡта Ҡөрьән-хафиздар
Изге Рамаҙан айында беҙҙең республикаға Төркиәнән имамдар килде. Ҡунаҡтарҙың икәүһе Мәләүез ҡалаһында булды.
Изге Рамаҙан айында беҙҙең республикаға Төркиәнән имамдар килде. Ҡунаҡтарҙың икәүһе Мәләүез ҡалаһында булды.
Аятуллаһ Шамаз (Батман ҡалаһынан килгән) һәм Алакаш Юксэл (Анкара) - Ҡөрьән-хафиздар, йәғни улар изге китапты яттан белә. Хөрмәтле ҡунаҡтар ҡала мәсетенә йөрөп ифтар ҡылды, тәрәүех намаҙҙарына йөрөнө, вәғәздәр һөйләне. Яҡташтарыбыҙҙың олоһо ла, кесеһе лә улар менән ихлас аралаша. Күптәр бөгөн ҡунаҡтарҙан төплө белем ала: ислам ҡанундарын өйрәнә, аяттар уҡый.
Ҡөрьән-хафиз Шамаз Аятуллаһ: “Динде яҡшыраҡ белгән һайын кешенең күңеле нығыраҡ сафлана. Ундайҙарҙың һүҙе йөрәк түренән сыҡҡанға яғымлыраҡ, тәьҫирлерәк һәм һис ялҡытмай”, - тип ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнергә һәм динебеҙ ҡушҡанды үтәп йәшәргә, күберәк изгелек ҡылырға саҡыра. Ҡала һәм район халҡының мосолмандарҙың изге йортона күпләп һәм ихлас йөрөүҙәренә ҡунаҡтар һоҡлана һәм ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисерә.
Алакаш Юксэл Төркиә менән Башҡортостан араһындағы дуҫлыҡ күперен нығытыуға көс һалған ил һәм беҙҙең республика, районыбыҙ етәкселегенә, Диниә назаратына, халыҡҡа рәхмәттәрен еткерә. Артабан да аралашыу өҙөлмәҫ, киреһенсә нығыныр, тигән ышаныс белдерә Төркиә вәкилдәре.
Автор фотоһы.
Имам-мөхтәсиб Рәфис хәҙрәт Сафин Төркиәнән килгән ҡунаҡтар Ҡөрьән-хафидар - Шамаз Аятуллаһ һәм Алакаш Юксэл менән.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит