Рамаҙан айының 26-сы көнөндә Ҡәҙер кисе байрам ителә. Был төндә күпселек мосолмандар йоҡламай үткәрә, сөнки тап ошо кистә Мөхәммәт пәйғәмбәргә Аллаһынан Ҡөрьән аяттары индерелә башлай тип аңлатыла. Был ваҡытта изге ғәмәлдәрҙең сауабы башҡа кистәргә ҡарағанда артыҡ була, шуға ла дин кешеләре мәсеттәрҙә Ҡөрьән китабы, намаҙ уҡый, доға ҡыла. Был төндә Ергә фәрештәләр төшөп, изге ғәмәлдәр башҡара, ә Хоҙай Тәғәлә үҙ ҡолдарының доғаларына, үҙҙәрен тотошона, теләгән теләктәренә ҡарап, артабанғы яҙмаштарын билдәләй.
Ҡәҙер кисенең үҙенсәлектәре, мөғжизәһе бар. Ғәҙәттә был ваҡытта көн йылы була, дауыл, ел күҙәтелмәй, һауаһы ла айырыла. Шуға күрә, хөрмәтле мослмандар, был төндә доғалар, намаҙар, изге китабыбыҙҙы уҡып үткәрәйек.
«Рамаҙан айында саҙаҡа биреү күләмен яҙып үтһәгеҙ ине».
Һеҙҙең һорауға Мәләүез ҡала мәсете имам-мөхтәсибе Рәфис хәҙрәт САФИН яуап бирә:
- Рамаҙан айында һәр мосолман кешеһе аҙ тәьмин ителгәндәргә, ярлыларға, етемдәргә ярҙам күрһәтергә бурыслы. Билдәләнеүенсә, һәр ғаилә ағзаһынан кәмендә 50 һум, урта хәллеләр - 150 һум, хәллеләр - 300 һум күләмендә фитыр саҙаҡаһы түләргә тейеш.
Изге Рамаҙан айында бер көн ураҙа тота алмағаны һәм тулы айҙы ҡалдырғаны өсөн мосолман кеше айырым фиҙиә бирергә бурыслы.
Азалия ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.